Замана мәктәбе!

«Был бит тотош ҡаласыҡ!» – тирә-яғыма күҙ һалғас, шулай тип уйланым. Ысынлап та, Колгуев биҫтәһендә асылған яңы 160-сы лицейҙы мәғариф-спорт комплексы тип атайҙар.

Шулай булмай, мәктәп ҡатмарлы формала төҙөл­гән һәм үҙе генә 5 блоктан тора. Спорт өлөшөндә – спорт, гимнастика залдары, йыуыныу кабиналары ла булған кейенеү-сисенеү бүлмәләре. Уҡыу кабинеттары, оҫтаханалар, лаборатория бүлмәләре айырым. Баш­ланғыс синыф уҡыу­сы­лары үҙҙәре бер яҡта урынлашҡан. Заманса йыһазландырылған ашхана ла ҙур: 276 урынлыҡ һәм аҙыҡ-түлекте һаҡлау, эшкәртеү өсөн махсус блоктары бар. Әйткәндәй, ашнаҡсылар аш-һыу­ҙы үҙҙәре ошонда уҡ бешерәсәк, тимәк, уҡыусылар рәхәтләнеп ҡайнар аш менән һыйланасаҡ.
550 урынға иҫәпләнгән белем усағы федераль ҡаҙнанан да сығымдар бүленеп, йыл ярым ваҡыт эсендә төҙөлдө. Әле 700-ҙән ашыу бала белем ала. Бында уҡырға теләүселәр күп буласаҡ. Сөнки ысын мәғәнәһендә киләсәк мәктәбе был. Медиатека, уҡыу залы менән китапхана, интер­актив уҡыу залы, хеҙмәт дәрестәре өсөн слесарлыҡ, ағас әйберҙәр менән эшләү оҫтаханалары, ҡыҙҙарға аш, тегеү бүлмәләре… Ә химия кабинетының майҙаны – 100 квадрат метр! Унда теоретик дәрестәр, лаборатор тәжрибәләр үткәреү өсөн өҫтәлдәр махсус ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Тамаша залы ла 300-ләп кешегә иҫәпләнгән. Яңы белем усағында айырым психолог бүлмәһе лә бар. Һаулыҡ һаҡлау пунктын иһә, тотош поликлиника, тип торорһоң: процедура, прививкалар яһау, стоматология, табип кабинеттары эшләйәсәк. Лицейҙа һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә бөтә уңайлыҡтар булдырылған, лифттар ҙа бар.
Уҡытыусылар көнөндә генә асылған лицейҙа тиҙҙән түңәрәктәр һәм секциялар ҙа эшләй башлар. Футбол уйнарға яратмаған малай бармы икән? Ошо спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнер өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырылған: 90х60 метр ҙурлығындағы яһалма япма менән ҡапланған профессиональ футбол май­ҙаны Башҡортостандың башҡа бер белем усағында ла юҡ. Бында халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы ла үткәрергә мөмкин буласаҡ. Шулай итеп, яңы лицей баш ҡаланың ғына түгел, республиканың спорт үҙәге булып китер әле. Төрлө йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән 9 спорт һәм уйын май­ҙансығы бар.
– Баш ҡаланың төрлө белем усаҡтарынан йыйылған, бығаса төрлө программалар буйынса уҡып килгән уҡыусылар быйылға яраҡлашыу үтәсәк. Ә киләһе йылдан уларҙы, һәр кемдең һәләтенә ҡарап, физика-химия, социаль-иҡтисади, оборона-спорт йүнәлешендәге синыфтарға бүләсәкбеҙ. Түңәрәктәргә килгәндә, теүәл фәндәр, робототехника мотлаҡ буласаҡ. Ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеү өсөн бында мөмкинлектәр ҙур, – ти 160-сы лицейҙың директоры Илнур Рифат улы Сәлихов.
Яңы белем усағында эш башлаған уҡытыусыларға һәм уларҙың уҡыу­сыларына ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code