Гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө оҙайтылды

Ҡәҙерле дуҫтар!
Гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө 25 октябргә тиклем оҙайтылды. Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып, «Йәншишмә»гә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ.

Декада барышында гәзиттең индексы – П2765.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 408 һум.

Аҙна һайын – отош

Уйыныбыҙ яңы ғына башланһа ла, редакцияға квитанцияларҙың байтаҡ ҡына килеүе ҡыуандыра. Әле бына йәрәбә тартып, приз хужаларын билдәләнек. Бындай бәхеткә Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһынан Әлфиә Ҡыҙрасова менән Белорет районы Йөйәк ауылынан Гөлдәр Тимерәевалар лайыҡ булды. Әлфиә апай сәй бешерә торған сәйнүк отһа, Гөлдәргә салаттар йыйылмаһы сыҡты. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бүләк­тәрҙе килеп алғанда паспорт йәки тыуыу тураһында таныҡлыҡ, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк буласаҡ.
Ә һеҙ, дуҫтар, 2018 йылға «Йәншишмә»гә яҙылдығыҙмы әле? Бүләкле лә, гәзитле лә булғығыҙ килһә, квитанцияғыҙҙың күсермәһен беҙҙең электрон почтаға ебәрегеҙ. Бәлки, киләһе приз эйәһе һеҙ булып ҡуйыр­һығыҙ.

Кәм күрер тик уны кәм күңел!

Башҡорт теле – иң наҙлы, иң матур телдәрҙең береһе. Уны сәскәгә тиңләр инем. Минең туған телем дә көндән-көн матурлана, үҫә бара. Беҙҙең бурысыбыҙ – Башҡортостанда башҡорт телен дәүләт теле итеп ҡалдырыу. Бының өсөн уны белеү генә әҙ, ә баш­ҡортса һөйләшеү, аралашыу һәм үҙебеҙҙе рухи яҡтан үҫтереү кәрәк.

Тулыһынса уҡырға “Кәм күрер тик уны кәм күңел!” »

Исмаилдар ҙа ҡушылған

Дүртөйлө районының Исмаил мәктәбендә эшләүселәргә «афарин»дан башҡа ни әйтәһең инде! «Әсә теленә рәхмәт!» акцияһына ҡушылып, Валентина Хәкимйәнова, Айгөл Ғәлиева, Айгөл Шәйниязова, Илфира Насирова, Инна Пальмира, Ләйсән Шишова, Рәйлә Хәкимова, Ләйсән Мурзаева, Гүзәлиә Закирова, Римма Ғәлимова, Венера Сәрүәрова, Зөһрә Әхмәтовалар белем усаҡтарының китапханаһына «Йәншишмә»гә бер йыллыҡ подписка бүләк иткән.
Ошондай мөмкинлектән файҙаланып, һеҙ ҙә, дуҫтар, туған мәктәбегеҙгә балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһын яҙҙыра алаһығыҙ. Йәгеҙ, тағы кемдәр ҡушылыр икән был акцияға?

«Әсә теленә рәхмәт!»

Мәғариф министрлығы «Әсә теленә рәхмәт!» хәйриә акцияһын башлап ебәргәйне. Унда уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар ҡатнаша ала. Акция барышында өй китапханаһынан туған телдәге китапты сканер аша үткәреп, бүләк итергә һәм уны сайтҡа урынлаштырырға; туған мәктәп өсөн гәзиткә йәки журналға яҙылырға, мәктәп программаһынан әҫәрҙәр менән слайдтар эшләргә һәм медиатеканы тулыландырырға мөмкин. Акцияның координаторы – Гүзәлиә Исхаҡова, телефоны: (347) 218-03-53. Материалдарҙы «Бәйләнештә»ге Башҡортостан Мәғариф министрлығы берләшмәһенә йәки ishakova.Gl@bashkortostan.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Был аҙнала 84-се татар гимназияһынан Ынйы Ямалетдинова, Ынйы Бәҙретдинова, Илүзә Икрамова, Ләйсән Ғәлиевалар үҙҙәрен гәзит хеҙмәткәрҙәре итеп тойоп ҡараны. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулап өлгөргән ҡыҙҙар өсөн акцияла ҡатнашыу тәүге тәжрибә булды. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәүзилә Фәйзулла ҡыҙы Үтәева менән «Йәншишмә»­нең икенсе битен сығарҙы.

Тулыһынса уҡырға “«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»” »

Башҡортостан – гөлбостан, былбылстан, нурбостан

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.

Мостай Кәрим.

Нимә менән генә сағыштырмай бөйөк шағирҙар Башҡортос­таныбыҙҙы? Ҡайын япрағындай күрәләр, кеше йөрәгенә лә тиңләйҙәр. Дөрөҫ, формаһы менән дә, йәшәү ритмы менән дә ул кеше йөрәгенә оҡшаған. Мул һыу­лы йылғаларыбыҙ, ҡан тамырҙарылай, республикабыҙҙы уратып алған. Балыҡҡа бай күлдәребеҙ, йөрәк кешене кислород менән туҡландырған кеүек, бөтә халыҡты туйындыра ала.

Тулыһынса уҡырға “Башҡортостан – гөлбостан, былбылстан, нурбостан” »

Йырҙарҙа данланған

Башҡортостан – борон-борондан атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән, бәрәкәтле, бай тарихлы төйәк. Ниндәй генә йырҙарҙа, ниндәй генә ҡобайырҙарҙа данланмай уның бөйөклөгө! Беҙҙең республикабыҙ матур тәбиғәте менән генә түгел, ә мәшһүр шағирҙары, яҙыусылары, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән дә бөтә донъяға билдәле.

Тулыһынса уҡырға “Йырҙарҙа данланған” »

Ил улына бағышлап

Ғафури районы мәктәптәрендә иншалар конкурсы үтте. Унда ҡатнашыу­сылар «Шакир Насиров ижады» һәм «Оран һала Ер-әсә» тигән темаларға ижади эштәр башҡарҙы. Иң шәп яҙмалар район кимәлендәге бәйгегә ебәрелде. Уны мәғариф бүлеге Еҙем-Ҡаран мәктәбе менән берлектә ойошторҙо.

Тулыһынса уҡырға “Ил улына бағышлап” »