Юғалмаһын ине балалар

Йыл һайын донъяла 8 миллион бала хәбәрһеҙ юғала, ә бер көндә – 22 мең ҡыҙ һәм малай. Европала йылына – 70 мең, Рәсәйҙә рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 20-нән 35 меңгәсә барып етә. Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Был – бөтә Ер шары өсөн ғәҙәттән тыш хәл. Шуға ла 25 май – Халыҡ-ара юғалған балалар көнө тип иғлан ителгән дә инде.

Был күңелһеҙ дата тәүҙә Америка Ҡушма Штаттарында 1983 йылда билдәләнә. 1979 йылда мәктәптән ҡайтышлай юғалған малай менән бәйле ул. 6 йәш кенә булһа ла, уҡыуға бер үҙен ебәреүҙәрен үтенә. Әммә дәрестәрҙән һуң өйөнә ҡайтмай. Әсәһе, әлбиттә, саң ҡаға. Аҙналар буйы 100-ҙән ашыу полиция офицеры, ирекмәндәрҙең эҙләмәгән ере ҡалмай, әммә малай табылмай. Күпме хәсрәт, ҡайғы ата-әсә өсөн. Шулай ҙа был фажиғәнән һуң 33 йыл (!) үткәс, 2012 йылда 51 йәшлек енәйәтсе тотола. Уның ҡатыны, ҡыҙы була. Таныштарына йәш сағында насарлыҡ ҡылыуы, бер баланың ғүмерен ҡыйыуы тураһында әйтеп һала. Аноним шылтыратыу буйынса хоҡуҡ һаҡсылары уның эҙенә төшә. Бәләкәй генә аҙыҡ-түлек магазинында эшләгән 19 йәшлек егет сағында малайҙы, газлы һыу бирәм, тип әүрәткән. Шунан подвалға алып төшөп быу­ған…
Енәйәтселәр бөгөн дә кәнфит биреп, көсөк күрһәтәм, уйынсыҡ һатып алам, тиеберәк кескәй балаларҙы алдата, аҙаҡ үҙе менән эйәртеп алып китеүе бар. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 50 баланың берәүһе генә сит кешегә ышанмай икән. Был турала онотмайыҡ. Кескәйҙәр урамда аҙаш­һа, нимә эшләргә кәрәклеген дә атай-әсәйҙәр өйрәтергә тейеш. Иң мөһиме, торған урыныңдан алыҫ китмәҫкә, телефоның булмаһа, ҡысҡырырға. Яҡында полиция будкаһы бар икән, шунда мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡалала ғына түгел, ауыл-ҡасабаларҙа ла уйнарға йәки магазинға сыҡҡан арала ғына юҡҡа сығыусылар күп. Тимәк, һәр саҡ һаҡ булырға, өлкәндәр улдарын, ҡыҙҙарын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш.
– Бала ҡайтмай икән, тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә кәрәк, – тине «Башинформ»да үткәрелгән матбуғат кәңәшмәһендә Рәсәй тикшереү комитетының төбәк идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Светлана Абрамова. – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына, «Юғалған балаларҙы эҙләү» ойошмаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Балиғ булмағандарҙың юғалыуы, улар­ҙы урлау осраҡтары – беҙҙең өсөн ғәҙәттән тыш хәл. Үҫмерҙәр­ҙең өйҙән китеүе күберәк ата-әсәләр менән аңлашмаусанлыҡ, тиҫтерҙәре менән бәхәстәр, мәктәп шарттарына яраҡлашыу, ата-әсәләрҙең үҙ-ара талашыуы, үҫеү осорондағы психик үҙгәрештәр менән бәйле.
Ҡайһы саҡта балаларҙың үҙҙәрен генә уйлап өйҙән ҡасыуы борсоуға һала. Ә яҡындары өҙгөләнә, эҙләй. Бер аҙҙан уларҙың ҡайҙалыр күңел асып йөрөгәнлеге асыҡлана.
Иң ҡурҡынысы: юғалған балаларҙың енәйәтсе ҡулынан ғүмере өҙөлөүе. Шуға күрә шик тыуыу менән, ҡайтыр әле, тип көтөп ултырмай, мөмкин тиклем тиҙерәк тейешле урынға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Баш­ҡорт­останда 2011 йылда «Юғал­ған балаларҙы эҙләү» төбәк йәмәғәт фонды булдырыла. Координаторы Павел Нес­теровтың телефоны – 8-927-969-89-19. Фонд Эске эштәр министрлығы менән килешеү буйынса эшләй. Социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәре бар. Бығаса 200-ҙән ашыу эҙләү операцияһы үткәргәндәр. Йәнә Нефтекама, Бәләбәй, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында даими эшләгән ирекмәндәр бар. Әммә һәр район, ҡалала юғалғандарҙы эҙләргә ярҙам итеүсе кешеләр кәрәк.
– Ҡыш көнө беҙҙең 16 йәшлек бер ҡыҙ Рәсәйҙең көньяғынан табылды. Ул уҡыуында сетерекле мәсьәлә килеп сығып, автостоп менән сығып киткән. Бындай ваҡытта ауыр хәлдә ҡалған үҫмерҙе ҡур­ҡытмаҫҡа, хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуймаҫҡа, яҡындары өсөн ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлатырға тырышырға кәрәк, – ти Павел Нестеров.
Йәйге каникул башланды. Әйҙәгеҙ, уны  хәүеф-хәтәрһеҙ үткәрәйек.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code