Ят кешенән әйбер алма

Һуңғы арала атай-әсәйҙәргә Whats­Аpp аша тағы ла наркотиклы һағыҙ тураһында хәбәр таралды. Өфө, Ҡазан ҡалаларында билдәһеҙ кешеләр мәктәп янына килеп, уҡыу­сылар үҙҙәре генә ҡалған мәлде һағалап тороп, ниндәй­ҙер тәмлекәс тәҡдим итәләр икән. Ул башҡа­ларынан айырылмай, матур, ылыҡ­тыр­ғыс ҡағыҙға төрөлгән, әммә эсендә – наркотик һәм ул бер тап­ҡырҙан бәйлелек булдыра, тип яҙалар. Утһыҙ төтөн сыҡмай, тиҙәр, нисек кенә булмаһын, был хәбәрҙе иғтибар­һыҙ ҡалдырыр­ға ярамай.

Әйткәндәй, ниндәйҙер тыйылған матдә ҡушылған наркотик тураһында хәбәр бына нисәмә йылдар инде илдең әле бер, әле икенсе төбәгендә ишетелеп, шом һала. Әм­мә, ысынлап та, бындай һа­ғыҙҙар Рәсәйҙә таратыла­мы – аныҡ ҡына яуап юҡ әле. Баш­ҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының пресс-сәркәтибе Максим Родионов әйтеүенсә, әлегә ты­йыл­ған матдә ҡушылған һағыҙ тураһында халыҡтан уларға мәғлүмәт килмәгән. Шу­ға ҡарамаҫтан, һаҡ булырға, әгәр наркотик һатыу, таратыу тура­һында белеп ҡал­һаң, яҡындағы милиция бүлегенә йәки 279-32-92 ышаныс телефонына хәбәр итергә кәрәк.
Ғөмүмән, таныш булмаған кешеләрҙән бер нәмә лә алыр­ға ярамай. Был – беҙҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең береһе, шулай бит, уҡыусы­лар?

Э. РӘШИТОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code