Яратҡанын ҡасан белдерер?

Минең дә яратҡан кешем бар. Уның менән бик яҡшы дуҫбыҙ. Үҙе бер йәшкә өлкән. Алдына бер нәмәне алһа, аҙағына хәтлем еткереп ҡуя. Талапсан булһа ла, бик аңлаусан кеше ул. Бөтә эс серҙәреңде һөйләргә була. Мине аңлап, кәңәштәрен дә бирә.

Беҙ уның менән «Бәйләнештә» селтәрендә бик йылы аралашабыҙ. Икенсе ауылда йәшәүенә ҡарамаҫтан, йыш ҡына күрешеп тә торабыҙ. Кискеһен велосипедта бергә йөрөйбөҙ. Еләк йыйырға ла бергә барғаныбыҙ булды. Ҡай­һы ваҡытта ул мине шоколад менән һыйлай, сәскәләр бүләк итә. Дуҫым миңә ҡарата ниндәй тойғолар кисергәнен әйткәне юҡ әле. Үҙем дә белдермәйем. Ә бит ул миңә күптән оҡшай.

ҠОЯШҠАЙ.
К. районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code