Яна – Рәсәй еңеүсеһе

Баш ҡаланың 82-се гимназия уҡыу­сыһы Яна Мәжитова «Минең хыялымдағы цирк» тигән Бөтә Рәсәй балалар конкурсының еңеүсеһе бул­ған. Ул картинаһында билдәле клоун, актёр Юрий Никулинды цирк фонында төшөргән. Ҡыҙ үҙ тиңдәштәре араһында еңеп кенә ҡалмаған, тамашасылар һөйөүен дә яулаған.

Яна гел «бишле» билдәләренә генә уҡый. Дүрт йәштән рәсем яһау менән мауыға. Уның эштәре республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа билдәләнгән. Ирланд бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһына, инглиз телен төплө өйрәнә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code