Янғантауҙан бит ул!

Һай, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары! Мәскәүгә барып та бөтәһен һоҡландырып ҡайталар. Уҙған аҙнала «Тауыш. Балалар» поектында ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузованың сығышын ғорурланып, хайран ҡалып ҡараныҡ. Салауат районының Янғантау ауылынан 14 йәшлек ҡыҙ итальян телендә «Адажио» композицияһын башҡарҙы. Ул йыр­лай башлау менән жюри ағзаларының барыһы ла ҡыҙыл төймәгә баҫып, йәш йырсыға йөҙҙәре менән боролдо һәм йыр­ҙың аҙағынаса һоҡ­ланыу­ҙарын йәшерә алмай ултырҙы. Аҙаҡтан тамашасылар менән бергә үҙен аяғөҫтө тороп алҡышланылар. Афарин, Наҙ­гөл!

– Күптәр ошо йырҙы һайлай, ләкин барыһы ла һинең кеүек таҙа һәм яҡшы итеп башҡарып сыға алмай. Әйт әле, һеҙҙә барыһы ла шулай матур йырлаймы? – тип иң беренсе булып Валерий Меладзе ҡыҙыҡһынды.
– Беҙ йәшәгән ауыл шифахана янында ғына. Кешеләр уның файҙалы боҫо менән дауалана. Бәлки, минең тауышыма ла тәь­ҫире тейгәндер, – тип яуапланы ҡыҙ, шатлығынан нимә эшләргә белмәйенсә.
Пелагея иһә Наҙгөлдөң көслө тауышын йыһан бульдозеры менән сағыштырҙы. Ысынлап та шулай, ул йырлағанда бөтә тән зымбырлап, ток үткән һымаҡ тойолдо. Ә бит уйлап ҡараһаң, уның махсус музыкаль белеме лә, вокал буйынса педагогы ла юҡ. Үҙ аллы шөғөлләнеп кенә шундай уңыштарға өлгәшкән бит Наҙгөл. Биш йәшендә генә «Тамыр» каналының «Сулпылар» бәйгеһендә ҡатнашҡан. Ике йыл элек «Өфө тулҡыны – 2016» популяр йыр һәм музыка фестиваль-конкурсында 11 – 13 йәшлектәр араһында «Дебют» номинацияһында еңеү яулай. Өйҙәрендә һәр ваҡыт баш­ҡортса йырлайҙар. Баш­ҡорт теле уҡытыусыһы әйтеүенсә, әле­ге конкурсҡа ла кәрәк бул­һа, тип баш­ҡорт йырын да әҙер­ләгән­дәр.
Остаздар­ҙың һәр береһе йәш талантты үҙенең командаһына алғыһы килһә лә, ҡыҙ Бастаны һайланы.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code