Ялы ла, эше лә бергә

Баш ҡалала белем алғас, каникул көндәрен түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Бигерәк тә оҙайлы йәйге ялдарҙы. Ауыл эштәрен дә һағынам. Ҡайтҡас та атайым, әсәйем менән картуф ултырттыҡ, аҙаҡ сүбен утап, күмдек. Өләсәйемә лә ярҙам итештем. Баҡсаһында эш бөткәс, утынын ярып бир­ҙем. Өләсәйем, эй, шатланды инде! «Улым ҙурайған, эшемде бөтөрөп китте, рәхмәт балаҡайым», – тип күңелемде үҫтереп ебәрҙе, тәмлекәстәр менән һыйланы.

Ғаиләбеҙ менән йәйҙең һәр көнөн файҙалы итеп үткәрер­гә тырыштыҡ. Еләк бешеү менән көн дә әсәйем менән урманға йөрөнөк. Быйыл көртмәле лә, ҡайын еләге менән ер еләге лә ныҡ уңды. Көн дә һәр беребеҙ 5-әр литрлы биҙрәләрҙе тултырып ҡайттыҡ. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләнек, һатып апаруҡ аҡса эшләнек. Уға миңә мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым алдыҡ. Бесән баш­ланғас, бер көн ҡалмай, атай-әсәйемә ярҙамлаштым. Саптым да, әйләндереп йый­ҙым да.
Беҙ яңы йорт та һалабыҙ. Атайым менән тышын таҡта менән көпләнек. Мин көҙгө каникулға ҡайтыуға ул тулыһынса әҙер буласаҡ, Алла бирһә.
Бабайым менән балыҡҡа йөрөүҙәр каникулымдың иң онотолмаҫ көндәренең береһе булғандыр, моғайын. Ҡармаҡҡа эләккән сабаҡтарҙың ҡояшта ялтырап ятыуын күр­һәгеҙ! Ә кистәрен уларҙы табала ҡыҙҙырып, кетерҙәтеп кенә ашауы һуң! Ҡышҡыһын бабайым мине суртанға ла алып барасаҡ.
Бына шулай каникулым һиҙелмәй үтеп тә китте. Әле бар көсөмдө һәйбәт уҡыу өсөн һалам. Оҙаҡламай беренсе сирек тә тамамланыр. Ә минең яҡындарымды яҡшы билдәләр менән шатландырғым килә.

Данил ШАҺИВӘЛИЕВ, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code