Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына!

Ваҡытыбыҙҙың күп өлөшөн мәктәптә үткәрәбеҙ. Беҙ унда белем генә алып ҡалмайбыҙ, киләсәк тормош хаҡында уйланабыҙ, үҙ урыныбыҙҙы табырға, яҡшыны ямандан айыра белергә өйрәнәбеҙ. Уҡытыусы беҙҙең кескәй генә йөрәгебеҙгә асҡыс табып, яҡшы белем, матур тәрбиә бирергә тырыша, хыялдарыбыҙға ҡанат ҡуйырға ярҙам итә.

Һәр кемебеҙҙең дә үҙенең оҡшатҡан фәне, яратҡан уҡытыусыһы булалыр. Ә минеке – илемә, телемә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нуры һалған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова. Изгелекле, йор һүҙле остазым шиғриәт донъяһына ишектәр асырға ярҙам итте. Ә әҙәбиәт дәресендә оло бер донъяға аяҡ баҫҡандай булаһың, хыял илендә гиҙәһең.
Тырышлығы һис бушҡа китмәй. Бер нисә йыл элек «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсында еңеүсе булып, грант алыуға өлгәште ул. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2004» төбәк-ара бәйгеһендә «Халыҡ педагогикаһын оҫта ҡулланыусы» номинацияһында билдәләнде. 2009 йылда «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнде. 2014 йылда райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыла­ры араһында үткәрелгән рейтингта «Иң яҡ­шы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусы­һы» номинацияһында иң-иңе тип табылды. Бер нәмә лә еңел бирелмәй. Был еңеүҙәр­гә ирешеү өсөн уҡытыусым көсөн йәлләмәй тырыша.
Уның уҡыусылары ла ижадҡа битараф түгел: әленән-әле республика матбуғатында шиғырҙары, мәҡәләләре баҫылып тора, олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөм­тә күрһәтәләр. Рәсимә Рауил ҡыҙы «Ҡау­рый ҡәләм» әҙәби түңәрәген етәкләй.
Уҡытыусы – белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Уларҙы хөрмәт итәйек, ҡәҙерләйек, изгелектәрен онотмайыҡ. Мин дә Рәсимә Рауил ҡыҙына сик­һеҙ рәхмәтлемен. Һәр бер әйткән һүҙе, биргән кәңәше фәһемле.
Уҡытыусым! Байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ап-аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар, аҡыллы уҡыусылар теләйем.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code