Яңы уҡыу йылынан – яңы дәрес

Яңы уҡыу йылынан республикабыҙ мәктәптәрендә экологик белем биреү буйынса синыфтан тыш дәрестәр инә башлай. Бынан башҡа, балалар баҡсаһында ла уҡытыу күҙ уңында тотола.

Проект профилле министрлыҡтар булышлығында тормошҡа ашырыла, был эштә республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы һәм Республика балалар экология-биология үҙәге ярҙам итәсәк. Эшкә төбәктәге бөтә белем биреү учреждениелары ла йәлеп ителә.
– Беҙҙең план хуплау тапты, шуға оҙаҡламай уға тотона алабыҙ. Башҡортостан балаларҙы экологик тәрбиә биреүгә йәлеп итеү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Яҙғыһын уҡ төрлө саралар уҙғарҙыҡ: экологик марафондар, КВН-дар… Был йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ, — тип белдерҙе республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Наталья Логунова.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code