Яңы исемдәр асыла

Яңыраҡ Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла «Талант­тар – 2017» конкурсы уҙғарылды. Ул үҙе бер ҙур тамашаға әүерелде, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Һәләттәре менән балҡып торған, йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә яратҡандар бихисап ине. Финалға үтеүсе ҡыҙҙар, малайҙар сағыу номерҙар күрһәтте, тамашасыларҙы ныҡ һөйөндөрҙө.

Кескәйҙәрҙе бейергә Айгөл Нафиҡова өйрәтһә, халыҡ бейеүҙәрен – Лилиә Хәлилова, заманса хип-хопты – Даян Баймөхәмәтов.
Йырсылар бик күп булды. Ағалы-ҡустылы Азамат һәм Айбулат Амурзиндар, Әҙилә Нафиҡова, Ләйлә Ноғоманова, Иҙел Шәғивәлиевтәр дәртле, моңло йырҙары менән кәйефте күтәрҙе, концертты тулыландыр­ҙы.
Был конкурс гимназиябыҙҙа йыл һайын ойошторола, яңынан-яңы исемдәр асыла.

Әлиә СӘЙЕТҒӘЛИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code