Яҙыусы килде ҡунаҡҡа

Гимназиябыҙҙа «Ярғанат» исемле хикәйәләр, «Ғәжәп хәбәр» тигән шиғырҙар китабы аша балаларға яҡшы таныш булған Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткә­ре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, шағирә, тәржемәсе Гөлнур апай Яҡупова менән осрашыу бик фә­һемле, иҫтәлекле бул­ғандыр, тип уйлайым. Сөнки изге һәм саф күңелле, оло той­ғоло, нес­кә лә, көслө лә, сабыр холоҡло ла, иң мөһиме – бар булмышы менән халыҡсан яҙыусының сығышын кескәй­ҙәр йотлоғоп тыңланы. Кисәлә уның тормош юлы, ижады, тәүге ши­ғыр­ҙары, хәҙерге көндә башҡарған эштәре хаҡын­да белергә теләп, бер-бер арт­лы һорауҙарын яуҙырҙы ғына улар.

Гөлнур апайҙың кескәй генә шиғырында ла оло фекер, тәрән психологик кисерештәр ята бит. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡар­шы, тигәндәй, авторҙың тә­биғәт, хайуандар, үләндәр, ҡоштар тураһында яҙылған күр­кәм шиғырҙарын III «А» синыфы уҡыусылары яттан һөйләп, үҙенә бүләк итте. Ә алтынсыларҙың «Һаҡау түгел», «Әсәйҙәр ниңә ҡартая?» тигән хикәйәләрҙе сәхнәләштереүе бик үҙенсәлекле булды. Һүҙ ыңғайында уҡыусыларҙы әҙерләгәндәре өсөн башланғыс синыф уҡытыусыһы Гөлнара Радик ҡыҙы Хисаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәғирә Әхмәт ҡыҙы Миндийәрова һәм Эльвира Ғәйнулла ҡыҙы Миһрановаларға оло рәхмәтемде белдергем килә.
Экология йылында Гөлнур Яҡупованың «Тәбиғәттә ҡунаҡта» исемле яңы китабы сығыуын шатланып ҡаршы алғайныҡ. Ниһайәт, уны тотоп ҡарау, уҡыу бәхетенә ирештек. Автор беҙҙе шулай ҡыуандыр­ҙы. Уҡыусыларға ла, уҡытыу­сыларға ла ул бик оҡшаны. Сөнки йөкмәткеһе бай, бик файҙалы мәғлүмәт тупланған.
Гөлнур апайҙың «Йәншишмә» гәзитендә «Ҡыҙыл китап» аманаты» рубрикаһы аҫтында сығып килгән шиғыр, әкиәттәре менән дә беҙҙең уҡыусылар даими танышып барҙы. Өлкән синыф уҡыусыларына, уҡытыу­сыларға «Ҡатындар», «Күпер­ҙәр», «Йыртҡыс ҡаны» кеүек юрауҙар, һынамыштар, мәҡәлдәр ҡулланып яҙылған тос фекерле, тәрбиәүи, сағыу образлы әҫәрҙәре бик оҡшай. Ошо иҫ киткес китаптарҙы сығарған яҙыусы менән күҙгә-күҙ осрашып, бер өҫтәл артында сәғәттәр буйы әңгәмәләшеп ултырыу үҙе бер бәхет икән!
Гөлнур апай киләһе йылдар­ҙа тағы ла яңы әҫәрҙәре, китаптары менән беҙҙе ҡыуандырыр, осрашыуҙарға килер, тип көтөп ҡалабыҙ. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ уға.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code