Яҙыл да бүләк от!

2018 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу башланды ла. «Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!» марафоны бөтә республика буйынса уҙасаҡ. Ситтә ҡалмағыҙ, үҙегеҙ теләгән баҫмаға яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ.

«Аҙна һайын отош» исеме менән акция декабрь уртаһына тиклем дауам итәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн 2018 йылға үҙегеҙ теләгән район, ҡала йәки республика баҫмаһына яҙылып (6 айҙан да кәм ваҡытҡа булмаһын), квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакция адресына ебәрергә кәрәк буласаҡ. Еңеүсе һәр аҙна осраҡлы һайлап алыу юлы менән билдәләнәсәк. Уларҙың исемдәре гәзит-журнал биттәрендә донъя күреп барасаҡ.
Шәп бүләктәр көтә һеҙҙе.
Суперприз отоу өсөн 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына «Йәншишмә»гә йәки башҡа берәй республика һәм бер район йәки ҡала баҫмаһына яҙылыу мотлаҡ. Түләнгән подписка ҡағыҙҙарының күсермәһен ошо адрес буйынса ебәрергә кәрәк: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, ваҡытлы матбуғатты таратыу бүлеге.
2018 йылдың февралендә осраҡлы һайлап алыу юлы менән 21 еңеүсенең исеме билдәле буласаҡ. Төп приз – телевизор һәм юлдаш ТВ-һы алғысы. Шулай уҡ 2 телевизор, 3 юлдаш ТВ-һы алғысы һәм 15 планшет уйнатыласаҡ.
Республика, ҡала, район баҫмаларына 2018 йылға тулыһынса яҙылыу­сылар араһында ла ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ. Квитанциялары­ғыҙ­ҙың күсермәһен шулай уҡ алда әйтелгән адресҡа ебәрегеҙ, тик «Сәләмәт булығыҙ!» конкурсына» тигән яҙыу ҡуйырға онотмағыҙ. Призға тонометр, глюкометр, магнит терапияһы аппараттары кеүек медицина тауарҙары ҡарал­ған.
Уйында ҡатнашыу өсөн ни бары «Баш­ҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң берәй гәзит-журналына, шул иҫәптән «Йәншишмә»гә, яҙылырға ғына кәрәк.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code