Яҙ һулышын тойоп

Ер уяна, яҙ һулышын тойоп,
Ҡыйыҡтарҙан тама тамсылар.
Ҡояш нуры, гүйә, тау биттәрен
Ҡарҙан әрселергә ҡамсылай.

Тиҙерәк етһен яҙ, тигәндәй, ул
Бөтә наҙын бирә ғаләмгә.
Оҙаҡламай шаулап боҙҙар китер,
Ҡоштар ҡайтыр тыуған ерҙәргә.

Яҙ һулышын тойоп, ҡураларҙа
Ҡош-ҡорттар ҙа сыр-сыу киләләр.
Ҡаңҡ-ҡанҡ килеп, ҡаҙҙар ҡаңғылдаша,
Оя һайлай тауыҡ-күркәләр.

Тәбиғәттең был миҙгеле хозур,
Иләҫ-миләҫ итмәй кемдәрҙе.
Һыуҙар таша, күңелдәрҙә – хистәр,
Барыһы ла бик ныҡ үҙгәрҙе.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code