Хәйерниса күпере

Әбделмәмбәт – районыбыҙҙа иң ҙур ауылдарҙың береһе. Әлбиттә, ул эшсән, уҡымышлы кешеләре менән дан тота. Аҫаба халыҡ Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре йәшәй бында. Аҫабалыҡ халыҡтың тел байлығында, милли йолаларҙа, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә сағыла.

Һеҙгә ваҡытында дан һаналған Хәйерниса күпере тураһында яҙып үткем килә. Ауыл ҡарттары һәм Әлмира инәй Боҫҡоно­ва аша белдем был тарихты.
1939 йылда тыуған Сәғәҙәтдин Фазлетдин улы Сәйфитдинов һөйләүе буйынса, Хәйерниса өләсәй: «Улым Нуритдин һуғыштан имен-һау йөрөп ҡайтһа, ауыл осондағы Ҡамабар йылғаһы­ның тәрән соҡоро аша күпер һалдырам», – тип әйткән булған. Ул һүҙендә тора: һуңғы һыйырын һуйып, ауылда ҙур өмә үткәреп, күпер төҙөтә. 1966 йыл­ға тиклем халыҡҡа хеҙмәт итә ул. Леспромхоз ағас ташый башлағас, күпер яңыртыла.
Хәйерниса өләсәйҙең ейәнсәре Әлмира инәй Боҫҡонова: «Өләсәйем бик оҫта, уңған ҡатын була. Ул бик матур итек-ситектәр ҙә теккән. Хисаметдин олатай Герман һуғышында ятып ҡалғас, уның яуҙаш дуҫы, Баймаҡ районының Һәмән кешеһе, үҙенең 10 балаһы һәм ҡатыны эргәһенә мәрхүмдең ғаиләһен алып ҡайтып китә. Сөнки Хисаметдин менән Нотфулла олатай­ҙар, кем үлеп ҡала, тере ҡалғаныбыҙ уның ғаиләһен ҡарай, тип һүҙ ҡуйыша. Өләсәйемә Һәмәндә көндәш менән йәшәүе еңел булмаған­дыр. Шуға ла ауылда үҙ аллы йәшәп ятҡан Нуритдин улына, килеп ал, тип хәбәр ебәрә. Өләсәйем ауырлы була. 1928 йылдың 16 февралендә улы менән ҡайтып бар­ғанда ул ауырып китә. Юлда саҡта бала таба. Һарағыла ике көн туҡтап ял иткәндән һуң ауыл­ға ҡайталар. Баймаҡ менән Бөрйән райондары ара­һында донъя­ға килгән малайына, оҙон ғүмерле бул­һын, тип Ғүмәр тип исем ҡушалар. Атайым, Аллаға шөкөр, бәхетле, ғүмер­ле булды, әсәйем менән 7 балаға ғүмер бир­ҙе­ләр. Үҙе – ауылда бер­ҙән-бер «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Әсәйем дә уңған, аҡыллы, балалары, яҡындары өсөн йәнен бирер кеше ине. Мин, Фәймә, Фәүзиә, Фәниә һеңлеләрем, Әбүзәр ағайым, Әнүәр һәм Зиннур ҡустыларым менән, Аллаға шөкөр, әле бына тырышып донъя көтәбеҙ», – тип бәйән итте.
Яуымбай яғынан ауылға ингәндәге күпер ике тап­ҡыр яңыртып төҙөлһә лә, халыҡ телен­дә һаман да Хәйерниса күпере тиҙәр.
Айса олатай Усманов һөйләгәндәрҙән:
«Хәйерниса өләсәй сығышы менән Нәбиҙән, Хисмәтуллиндар араһы ҡыҙы булған. Ул беҙҙең ауылдан Хисаметдин Ғәлекәевкә кейәүгә сыҡ­ҡан. Мин 12 йәштәр тирәһендә инем, 1941 йылда атайымды ла, Нуритдин ағай­ҙы ла кәнсә эргәһенән һуғыш­ҡа оҙаттыҡ. Бер көн бәләкәй сана менән утын һөйрәп ҡайтып килә инек, Сафый ярынан менеп килгәндә, зыяраттан бер ҙур шар формаһында яҡтылыҡ осоп сыҡты ла өҫкө урам аша Хәйерниса инәйҙең ҡапҡаһының уртаһына барып төштө. Иртәгеһенә уның ауырып, түшәктә ятҡанын ишеттек. Инәй: әгәр ошонан имен ҡалһам, һуңғы һыйырымды һуй­ҙырып, күпер һалдырам, тип ниәт әйтә. Арыулан­ғас, 1942 йылда һыйырын һуйҙырып, ҙур өмә яһатып, күпер һалдыра. Хәйерниса инәйҙе һуңғы көнөнә тиклем Данфира инәй ҡараған. Ул уҫал, ҡәтғи кеше булған, нимә эшләһә, барыһы ла ҡулынан килгән. Нуритдин ағай һуғыштан 1947 йылда ҡайта».
Миңә был тарихты яҙыу­ҙа өләсәйем Әлфиә Рәхимйән ҡыҙының яҙмалары ярҙам итте.

Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code