Улар менән ғорурланабыҙ

Апайым менән еҙнәйем.

Өфөлә бөтә донъяға билдәле балерина Гөлсинә апайым Мәүлекәсова йәшәй. Минең атайымдың бер туған апаһы – Вәсилә инәйемдең ҡыҙы ул. Ә атаһы – Ғәлим олатай – музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Ғаиләһендә ҡыҙының бейеүгә һәләтен һиҙемләп, уны Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһына уҡырға бирәләр. Гөлсинә апайға ул ваҡытта 10 йәш тирәһе була. Училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй башлай. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Гөлсинә апайға ышанып төп партияларҙы тапшыралар.

Егерме йыл эсендә улар тормош иптәше Илдар еҙнәй менән бик күп уңыштарға өлгәшә. Италияға, Францияға, Германияға, Испанияға, Бөйөк Британияға, Грецияға, Португалияға, Бразилияға, Мысырға, Таиландҡа, Ҡытайға, Ҡаҙағстанға гастролдәр менән баралар.
Апайым менән еҙнәм икеһе лә – Башҡортостандың халыҡ артистары, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары. Улар менән беҙ ғорурланабыҙ.

Резида ҺУНАРШИНА, Х синыф уҡыусыһы.
Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code