Уйындар Өфөлә үтәсәк!

Һөйөнсө! Сираттағы 51-се Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары 2019 йылда Өфөлә үтәсәк. Был ҡыуаныслы хәбәрҙе Тайвандән еткерҙеләр.
Баш ҡалабыҙ менән таныштырған ваҡытта йыйылыусы­лар­ға республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың видеомөрәжәғәте тәҡдим ителде.
– Башҡортостан – Рәсәйҙең иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Беҙ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ. Бизнес һәм сауҙа өлкәһендә республикабыҙ менән бәйләнеш тотҡан илдәр һаны 100-ҙән ашты. Балалар һәм йәштәр һанына ҡарап, төбәгебеҙҙе илдә иң йәше тип һанай­ҙар.

Башҡортостан – спортты үҙ иткән республика, беҙҙә төрлө халыҡ-ара саралар йыш уҙа. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. 2019 йылда үтәсәк 51-се Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары ла сағыу сара булып тарихта ҡалһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тиелә был яҙмала.
Әйткәндәй, быға тиклем, 2013 йылда, Башҡортостанда 6-сы Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары ойошторолғайны. Унда 20 илдән 60-тан ашыу команда ҡатнашып, 170 миҙал өсөн көрәште. Ә беҙҙекеләр яулаған наградалар һаны буйынса беренселеккә сыҡҡайны.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code