Уңыштары мул ғына

Илнур Латипов, Альбина Сәфиуллина, Эльвина Ғизетдинова синыф етәкселәре Динара Рабис ҡыҙы Хәйбуллина менән ҡарағат йыйған саҡта.

Илнур Латипов, Альбина Сәфиуллина, Эльвина Ғизетдинова
синыф етәкселәре Динара Рабис ҡыҙы Хәйбуллина менән ҡарағат йыйған саҡта.

Эльвира Бәҙретдинова менән Радим Еникеев кишер түтәлендәге ҡый үләндәрен йолҡа.

Эльвира Бәҙретдинова менән Радим Еникеев
кишер түтәлендәге ҡый үләндәрен йолҡа.

Саҡмағоштағы 1-се мәктәптең баҡсаһы үтеп барыусыларҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай. Ниндәй генә сәскәләр юҡ унда! Күҙҙең яуын алып ултыралар. Сейә, ҡарағаты емештәре менән күҙҙе ҡыҙҙыра. Түтәл-түтәл кишер, сөгөлдөр, һуғандары теҙелгән. Ҡабаҡтары ла бар. Мәктәп яны биләмәһе ҙурлығы менән дә хайран ҡалдыра.
Йәй көнө бында эш гөрләп тора. Уҡыусылар хеҙмәт практикаһы үтә. Ана, VI «А» синыфы ҡыҙҙары һәм малайҙары нисек тырышып-тырмашып ҡарағат йыя, ҡый үләндәрен утай.
– Беҙҙең синыфтың хеҙмәт практикаһы бер аҙна элек башланды. Иртәнсәк 9-ҙан 11-гә тиклем эшләйбеҙ. Кисен балалар килеп, һыу ҡоя, – ти синыф етәкселәре Динара Рабис ҡыҙы Хәйбуллина.
Уңыштары ла мул ғына күренә. Йыйған емештәре үҙҙәренә лә, һатырға ла етә. Халыҡ та бик теләп ала.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Саҡмағош районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code