Уҡыу алдынғылары тәбрикләнде

Мәктәбебеҙҙә уҡыу алдынғылары слёты уҙғарылды. Был сарала тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән 60 уҡыусы, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Ҡасандыр беҙҙә уҡыған, хәҙер инде етәксе урындарҙа эшләгән, мәктәп менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны.

«Бишле»гә генә уҡыусылар беҙҙә күп кенә. Шулар араһынан VII синыф ҡыҙҙары Рәсимә Тулыбаева менән Наҙгөл Хәсәнова тураһында бик күп һөйләргә була. Сөнки уларһыҙ бер спорт ярышы ла үтмәй. Мәктәптең саң­ғы, мини-футбол, шашка, баскет­бол командаһы ағзалары ла булып торалар. Саңғы буйынса шәх­си беренселектә беренсе урынды берәүгә лә биргәндәре юҡ.
Уҡыусыларҙы ҡотлау төрлө номинациялар буйынса алып барылды. «Фән йондоҙлоғо» тигәнендә еңеүселәрҙе тәбрикләү өсөн һүҙ мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаевҡа һәм хаҡлы ялдағы уҡытыу­сы Көн­һылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаеваға бирелде. Был йүнәлештә төрлө олимпиада, ғилми эҙләнеү эштәрендә алдынғылар бүләкләнде. Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатов һәм «Дуҫлыҡ моңо – 2017» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, үҙешмәкәр йырсы Айрат Баязитов «Сәхнә йондоҙҙары» номинацияһында еңеүселәрҙе тәбрикләне. Рәсәй Федерация­һының һәм Башҡорт­остандың атҡаҙан­ған уҡытыу­сыһы, мәктәптең элекке етәксеһе Роберт Ишдәүләт улы Баязитов менән мәктәп коллективына һәр яҡлап та ярҙам итеп тороусы «Ағинәй­ҙәр» ойошмаһы етәксеһе, хаҡлы ялдағы математика уҡытыусыһы Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы Науразбаева «Спорт йондоҙҙары» еңеүселәрен һәм улар­ҙың ата-әсәләрен сәхнә түренә саҡырҙы. «Әҙәбиәт күгендә бал­ҡыусы яҡты йондоҙҙар»ҙы ҡотлау мәктәптең элекке етәксеһе Зөһрә Әхмәҙиә ҡыҙы Айытҡолова менән Бөрйән урман хужалығы директоры Илшат Ғәлимйән улы Ишбулатов өлөшөнә тейҙе. Төрлө район конкурстары, агитбригада сығыштарының алыштыр­ғыһыҙ ҡатнашыусыларын ауылыбыҙҙың әү­ҙем эшҡыуарҙарының береһе Нәйлә Әхмәт ҡыҙы Зәйнуллина һәм «Уралсиб» банкы филиалын етәкләүсе Илһам Мәхмүтдин улы Аҙанғолов ҡотланы. Синыф тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, һәр эшкә яуап­лы ҡараған уҡыу­сылар «Әҙәп-әхлаҡ йондоҙсоҡтары» номинацияһында билдәләнде. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге етәксеһе Артур Азамат улы Ғәлин менән ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләүсе, хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яҡшыбаева улар­ға изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡотлауҙар мәктәп уҡыусыларының, «Азамат» һәм «Саптар» өлгөлө бейеү ансамблдәренең сығыштары менән үрелеп барҙы. Алдынғы уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең дә теләктәре, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Быйылғы уҡыу йылын бик уңышлы тамамларға йыйына беҙҙекеләр. Ә уҡыу алдынғылары слётында ҡатнашыусы биш уҡыу­сыбыҙ алтын миҙалға дәғүә итә. Уларҙың Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы биреүҙәрен теләйбеҙ.
Бөгөн мәктәптең йөҙөк ҡашы булған уҡыусылар киләсәктә мотлаҡ халҡыбыҙҙың ғорурлығына әйләнер, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫыр, был йыйын уларға этәргес көс бирһен.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code