Уға ҡарап һоҡланабыҙ

Мәктәптә үткәрелгән линейкаларҙа аҙна һайын Почёт грамотаһы сығып алыусы синыфташығыҙ бармы һеҙҙең? Ә бына минең әхирәтем Рәйсә Мырҙабулатова – тап шундай уҡыусыларҙың береһе. Һәләтле ҡыҙыҡай һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәренә, бейергә маһир. Шулай уҡ спорт менән дә шөғөлләнә. Саңғыла оҫта йөрөй, шашка уйнай, мәктәптең баскетбол, волейбол, мини-футбол командаларының алмаштырғыһыҙ ағзаһы. Футболды малайҙарға ҡарағанда ла шәберәк уйнай әле ул! Шашка буйынса район кимәлендә яулаған еңеүҙәре генә лә 20-нән артыҡ.

Рәйсәнең сәхнәлә өҙҙөрә баҫып бейеүен һәр кем һоҡланып ҡарай. Оҫта итеп шиғыр һөйләүен дә яраталар. Һәр яҡлап уңған әхирәтем район кимәлендә үткәрелгән фәнни эҙләнеүҙәр конкурсында ике секцияла призёр булыуға өлгәште. Был мәртәбәле ярышта ул «Һарыҡсылыҡ» һәм «Шашка уйыны» темалары менән сығыш яһаны.
Үҙебеҙ теләп шөғөлләнгән «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендәге эштәренә лә хайран ҡалырлыҡ. Йөндән әүәләп башҡарылған әкиәт персонаждары, паннолар, топиарий, сәскәләр, оригами, селтәрҙәр – барыһы ла ҡойоп ҡуйған кеүек. Һүрәт төшөрөп һәм ҡул эштәре буйынса яулаған уңыштары ла бихисап. Тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә Рәйсә. Киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайламаһын, оҫта ҡуллы, һәр яҡлап уңған әхирәтемдең бына тигән кеше буласағына ышанам.

Гөлзифа ЮЛДАШБАЕВА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Ярат мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code