Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында, шунда үтте минең бала саҡ

Борон башҡорттар кем менәндер танышһалар: «Ҡайһы ырыуҙанһың, ниндәй йылға һыуын һыулайһың?» – тип һорар булған. Бер ҙә юҡҡа түгел. Белеүебеҙсә, ата-бабаларыбыҙ йылға буйын төйәк итергә тырышҡан.

Минең тыуған ауылым Йәнтеш тә йырҙарҙа данланған йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан. Был йылға – Уралдың иң ҙур ҡушылдығы, оҙонлоғо – 760 километр. Ул беҙҙең Хәйбулла аша ағып, Һаҡмар Ырымбур биләмәһенә барып сыға. Һаҡмарға районыбыҙҙа Урман Йылайыры, Мәләүез, Кәрһе, Бирмәҫ, Ҡарамалы һәм башҡа йылғалар ҡушыла.
Әбйәлил, Баймаҡ, Йы­лайыр, Ырымбур өлкәһе аша аҡҡан йылғаның исеме нимә аңлата? Мине лә ҡыҙыҡ­һындырҙы был һорау. Йылға атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә вариант бар икән. Бына шуларҙың береһе, уны әсәйем ауы­лыбыҙҙың оло кешеһе, һуғыш ветераны Мөхәмәтғәле Иш­тәкбаевтан (хәҙер мәрхүм инде) яҙып алған: «Һаҡмар» һүҙе «һаҡ бар» тигәнде аңлата. Уйлап ҡараһаң, ул, ысынлап та, йылға буйын­да урынлашҡан ауылдар­ҙың тыныслығын һаҡлаған бит.
Мәктәптең тарих уҡытыу­сыһы, хәҙер хаҡлы ялдағы Рәсих Әхмәтов, «мар» һүҙе «ҙур йылға» тигәнде аңлата, тип белдерә. Уның һыуы һалҡын, «һыуыҡ йылға» булыуы ла мөмкин, тип өҫтәп ҡуя. «Һаҡ һуҡмаҡ»ҡа бәйләп аңлатыусылар ҙа осрай.
«Һарыҡ йылғаһы» тигән вариант та бар. Был аңлатыу ҙа юҡтан килеп сыҡмаған. Йыл-ғаның тирә-яғы яҡшы көтөүлек булып торһа, үҙендә малдарға һыу эсереүе уңайлы бит. Һаҡмар буйында элек көтөү-көтөү һарыҡтар бик күп булған.
Әле мин Өфөлә уҡып йөрөйөм. Тыуған ауылымды, йәмле Һаҡмарымды ныҡ һағынам.

Илхан АРЫҪЛАНОВ, VII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code