Тырышлыҡ бушҡа булмаҫ

Көсөргәнешле уҡыу йылы тамамланыу менән һигеҙенсе синыф уҡыусылары өсөн мәктәбебеҙҙә «Ҡырмыҫҡа» исемле хеҙмәт лагеры эшләне. Уны Экология йылына арнаныҡ. Бергәләп ҡарағай үҫентеләрен ултырттыҡ, тирә-яғыбыҙ йәшеллеккә төрөнөүен, һауабыҙ саф, таҙа булыуын теләп, уҡыусылар бик әүҙем эшләне. Бер нисә йылдан улар шаулап үҫеп китер әле.

Белем усағыбыҙ иртә яҙҙан алып алтын көҙгә тиклем төрлө сәскәләргә күмелеп, әллә ҡайҙан уҡ йәмле булып күренеп, бал­ҡып ултыра. Әлбиттә, был – балаларҙың ихлас хеҙмәт һөҙөмтәһе. Орлоҡтарҙы көҙҙән үк йыйып алып ҡуйып, ҡар иреп, йылыныу менән шыттырып, түтәлгә ултырталар. Сәскәләрҙе бер урындан икенсе ергә күсереп ултыртыу, дөрөҫ итеп тәрбиәләү, ваҡытында сүп-сарҙан таҙартыу эш­тәрен дә хеҙмәт лагерына йөрөүселәр башҡар­ҙы.
Бынан тыш, кишер, сөгөлдөр, помидор, кәбеҫтә, һуған һәм башҡа күп төрлө йәшелсәләр ҙә үҫтерәбеҙ. Улар шытып сығып, үҫеп киткәнсе ваҡытында серемтәләр менән ашлап, һыу һибеү, төптәрен йомшартыу кеүек эштәрҙе тейешенсә белеп башҡарыр­ға, урын-еренә еткереп тәрбиәләргә кәрәк. Уның ҡарауы, уҡыусылар үҙ хеҙмәт емештәренең һөҙөмтәләрен күрә. Эшләгән – теш­ләгән, тип халыҡ тиккә әйтмәгән. Быларҙың барыһы ла көҙгөһөн, һәр йылдағыса, мул уңыш булып, мәктәп ашханаһына китәсәк.
Хеҙмәт лагеры барышында малайҙар бәләкәй кирбес киҫәктәренән тигеҙ итеп һуҡмаҡ һалды. Айырыуса ҙур оҫталыҡ талап иткән был эште улар белем усағы директоры Әлфирә Әсхәт ҡыҙы Мәмбәтова етәкселегендә башҡар­ҙы.
Мәктәп ҡарамағындағы йәйге хеҙмәт лагерында ял менән үрелеп барған көндәр шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Бик күп фай­ҙалы эштәр атҡарған уҡыу­сылар ҡәнәғәт булып йәйге каникул­ға таралды.

Линиза НОҒАМАНОВА, хеҙмәт лагеры етәксеһе.
Хәйбулла районы, Мәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code