Йәйге матур көн. Зәңгәр күктә ҡояш йылмая. Хуш еҫле аҡланда үлән күпереп үҫкән. Ҡоштар һайрай. Бер төркөм ауыл кешеләре бесән эше менән мәшғүл. Ә йәш-елкенсәктең сыр-сыу килгәне, бер-береһен мәрәкәләшеүе, ҡыҙҙарҙың йырлаған тауыштары яңғырап тора.
«Һуғыш башланған!» Ҡот осҡос ошо хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтә донъяға тарала. Ҡояш һүнеп, күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплап алғандай була, ҡоштар моңо тына.
Күңелгә шом һалыусы хәбәрҙе ишетеүселәр араһында минең ҡартатайым Мырҙабулат Исмәғил улы Абдуллин да була. Һуғыштың тәүге көндәренән үк ул һәм тағы ла бик күп ир-егеттәр фронтҡа китә. Был ваҡыттарҙы Сания өләсәйем күҙ йәштәрһеҙ һөйләй алмай. Ағаһы Закир олатайым менән атайҙарын ауыл осонда илап оҙатып ҡалалар. Бөтә ауырлыҡ ҡарт өләсәйем Шәкирәнең иңенә төшә. Ун йәшлек улы менән алты йәшлек кенә ҡыҙы уның төп терәге була. Йәй көндәре ялан аяҡ утауҙа йөрөү, көҙ көндәре башаҡ сүпләү, ас-яланғас көйөнсә һыуыҡ ҡыштарҙы үткәреү, яҙ еткәс, астан үлмәҫ өсөн ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, ҡуянтубыҡ йыйып ашауҙары – барыһы ла үтә уларҙың башынан.
Һуғышта ҡартатайым ябай һалдат булған. Днепр йылғаһын аша сығырға торғанда ул дуҫы Абдулланы осрата. Йылғаны сыҡҡас, осрашырға килешәләр. Һалдар менән йөҙөп сыҡҡанда улар дошман бомбалары аҫтына эләгә. Ҡартатайым иҫән-һау ҡала, ә дуҫы Абдулла менән башҡаса күрешә алмай. «Бомбалар шартлап торҙо, бер нисә һал таралып төшкәйне, бәлки, шунда булғандыр…» – тип бик үкенес менән һөйләр булған ул.
Ҡартатайым оҙон һуғыш юлы үтә. Польша янында әсирлеккә эләгә. Немецтарға һатылған поляктар әсирлеккә төшкән һалдаттарҙы үҙҙәренең эшенә егә. Шунда ҡартатайым бер изге йәнле поляк әбейе менән таныша. Инәй йәшереп кенә икмәк, картуф ашата. Ҡартатайым уның мал аҙбарының ҡыйығын рәтләп бирә. Әсирлектән партизандар ҡотҡара.
Ул тыуған ауылына 1945 йылдың декабрендә ҡайтып төшә. 11 йәшлек ҡыҙы, 14 йәшлек улы ҡаршы ала. Һуғыштан һуң емерелгән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуы еңелдән булмай. Ләкин шундай дәһшәтле яуҙан иҫән ҡайтҡан кешегә бындай эштәр бер ни тормай. Ул һабанын да һөрә, көтөү ҙә көтә, балта оҫтаһы ла була.
Һуғыштан һуң ғаиләләренә тағы өс бала өҫтәлә. 1980 йылда ҡартатайым баҡыйлыҡҡа күсә.
Беҙ һуғышты экрандарҙан күреп, китаптарҙан уҡып, мәктәптә уҡытыусыларыбыҙҙан ишетеп кенә беләбеҙ. Ләкин уның ҡот осҡос икәнен аңлайбыҙ, тоябыҙ. Украинала барған хәлдәрҙе телевизорҙан күреп борсолабыҙ. «Беҙ тыныслыҡ яҡлы, бер ҡасан да һуғыш булмаһын!» – тип теләйбеҙ.
Яҙгөл ХӘМИТОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе.