Тылсым тама ҡулдарынан

Нурзилә Мөлөкова эше менән.

Бындай мәктәп республикабыҙҙа берәү генә. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған ҡыҙҙар-егеттәр һынлы сәнғәттең ниндәй генә төрөн өйрәнмәй! Ә сығарылыш синыф уҡыусылары шуның буйынса йыл һайын йомғаҡлау ижади проекттарын тапшыра. Һүҙебеҙ Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы тураһында.

Жюри ағзалары һәр сығыш һайын үҙҙәренең баһаһын бирҙе.

Наҙгөл Үтәмешева.

Быйыл да 36 бала абруйлы жюри алдында үҙҙәренең эштәрен яҡланы. Улар графика, скульптура, һалҡын батик, живопись (төрлө буяуҙар ҡулланып төшөргән һүрәттәр), биҙәү-ҡулланма сәнғәте, линогравюра һәм баш­ҡа төрлө ысул менән башҡарылған.
Иң беренсе булып Әбйәлил ҡыҙы Нурзилә Мөлөкова (етәксеһе – Земфира Ғәлимова) сығыш яһаны. Һәр нәмәне башлап ебәреү ҡыйын була, тиһәләр ҙә, ҡыҙ үҙен бик тыныс һәм ышаныслы тотто. Ул эшен «Урал батыр» эпосына таянып баш­ҡар­ған. «Бишек йыры» тигән композицияһы бик матур килеп сыҡҡан. Һүрәтен ДВП-ға акрил буяу ҡулланып төшөргән. Нурзилә – уҡыу алдынғыһы ла. Етәксеһе уның бөтә нәмәгә яуап­лы ҡарауын, был эшенә лә йәйге каникулда уҡ тотоноуы тураһында һөйләне.
– Иң ауыры – композиция уйлап табыу, тиҙәр. Миңә артыҡ ҡыйын булманы. Сөнки «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә бәләкәйҙән ҡатнашып килдем. Уны тулыһынса ятланым. Шуға ла был тема бик яҡын, – ти Нурзилә.
– Мин бәләкәй сағымдан өләсәйемдең сигелгән әйбер­ҙәрен күреп үҫтем, – тип башланы үҙенең сығышын Азалиә Ахунова (Любовь Мәжитова). – Аҙаҡ үҙем дә шулай ҡул эштәренә өйрәнеп киттем. Матур итеп сигеүҙәр сиктем. Ә сәскәләр, буяуҙар теле менән тарихыңды, үҙ халҡыңдың рухи донъяһын, йолаларын өйрәнеү – мауыҡтырғыс күренеш.
Сығышы менән Благовар районынан булған Азалиә эшендә төрлө төҫтәге ептәр һәм орнаменттар ҡулланған. Улар һәр береһе төрлө мәғәнәгә эйә. Ысынлап та, халыҡ ижады аша кешеләрҙең бөтә эске донъяһын күрергә мөмкин икән шул.

«Бөрйәнгә барып, тәбиғәтенә ғашиҡ булып ҡайттым», – ти Хәйбулла егете Илмир Биктимеров.

Юламан Юламанов.

Бына бер заман ҡурай моңо аҫтында милли кейемебеҙҙә «Сың­рау торна» йырын йырлап бер ҡыҙ килеп сыҡты. Был көйҙө Хәйбулланан Наҙгөл Үтәмешева (Артур Радионов) бигерәк ныҡ яратып тыңлай икән. Нәҡ ошо йыр уға проект темаһын һайларға ярҙам итә лә инде. Наҙгөл ағас­ты семәрләп торна һынын яһа­ған. Ныҡ килештергән. Ҡыйын ғына булғандыр ул. Сөнки саҡ ҡына һаҡһыҙ тотонһаң, ағасың һынып йәки ярылып китеүе бар. Шунан тотош яңынан башларға кәрәк. Ни тиһәң дә, бысаҡ тотоп ағас юныу ҡыҙ кешенең эше түгел. Ә шулай ҙа был уҡыу йортонда бөтәһенә лә өйрәнергә мөмкин.
– Был эшем менән мин баш­ҡорт халыҡ көйөнөң наҙлылығын, яғымлылығын, аһәңлеген күрһәтергә теләнем, – ти ҡыҙ.
Юламан Юламанов эшен шамот (утта сыҙамлы балсыҡ) ҡулланып башҡарған. Яратҡан рәссамым Әхмәт Лотфуллиндың һынын яһағанда уның күңел торошон, бай эске донъяһын сағылдырырға тырыштым, ти ул.
Иҫ китмәле матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Белорет районы ҡыҙы Нәркәс Баһауетдинова киндергә майлы буяу ҡулланып, үҙенең тыуған ауылы Уҫманғәлене төшөргән.
Пейзаж рәссамдарҙың иң ярат­ҡан темаһы булараҡ, күптәр ошо йүнәлеште һайлаған ине.
Бына эштәргә йомғаҡ яһар ваҡыт та етте. 36 уҡыусының бишәүһе диплом проекттарын – «дүртле»гә, ҡалғандары «бишле»­гә яҡланы. Ә биш уҡыусы – Дарья Кручиненко, Гөлиә Насирова, Альбина Пастухова, Дилара Шәрипҡолова һәм Даниил Зай­цевтар иң-иңдәре тип табы­лып, уларға мәктәп миҙалы ла тап­шырыласаҡ. Юғары уҡыу йорттарына ингәндә файҙаһы тейәсәк инде.

Эльвина Бәширова проектын һалҡын батик ысулы менән башҡарған.

Сигеү оҫтаһы – Азалиә Ахунова.

– Мин 2000 йылдан, сәнғәт академияһында эшләй башлағандан алып, йыл һайын жюри ағзаһы сифатында ҡатнашып киләм. Шуныһы ҡыуаныслы: милли темалар онотолмай. Быйыл тарихи, һуғыш темаларына мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп. Ул еңел түгел. Был эшкә рәссамдар ҙа һирәк тотона. Шуға быйылғы проекттар айырыуса ныҡ оҡшаны, – ти жюри ағзаһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт инс­титутының һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире, профессор Әмир Мәжитов.
Эйе, эштәрҙең барыһы ла иҫ китмәле ине. Был уҡыу йортонда белем алған уҡыусыларға һоҡланмау мөмкин түгел. Тағы кемгә эләгә әле бындай бәхет?! Уларға артабанғы уҡыуҙарында ла уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

 

Дарья Кручиненко төрткө-төрткө биҙәү ысулы менән ошондай матурлыҡты һынландырған.

Регина Сөләймәнова ҡурсаҡтары менән.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code