Тормошомда эҙем ҡалһын

Үҙең китһәң, был тормошта эҙең йә булмаһа һүҙең ҡалһын. Берәү ҙә донъяға бушҡа ғына килмәй. Әгәр кеше йәшәй икән, ғүмерен файҙалы итеп үткәрергә тейеш. Бының өсөн ул яҡшы эштәр башҡарырға, башҡаларға ярҙам итергә, иленә, халҡына хеҙмәт итергә бурыслы. Ҡайһы берәүҙәр мәсет йәки күпер төҙөтә, ә мин балалар тырышып уҡыһын өсөн мәктәп һалдыртыр инем.

Әллә ниндәй бөйөк эштәр башҡара алмаһаң, кеше күңелендә, хәтерендә яҡшы һүҙең, матур холҡоң менән дә ҡалаһың.
Тыйнаҡ, ипле, башҡаларға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, өлгө булһаң да, күптәр һине гел иҫкә аласаҡ.

Гөлфиназ ХӘМИҘУЛЛИНА, V синыф уҡыусыһы.
Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code