Телгә һөйөү тәрбиәләйем

Гөлназ Түлебаева.

Оҙаҡ йылдар Иҫәнғолдағы башҡорт интернат-гимназияһында урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барам. Эшләү дәүерендә өлгәшкән уңыштарым нигеҙендә – телгә булған һөйөү, балаларҙы шәхес итеп күрә белеү яталыр, тип уйлайым. Уҡыусыларыма урыҫ теленең байлығын күрһәтеп, уның үҙенсәлектәренә иғтибар итеп, бөйөк яҙыусылар­ҙың әҫәрҙәрен генә өйрәтеп ҡалмайым. Уларға туған телдә генә түгел, урыҫ телендә лә иркен аралашырға кәрәклеген еткерергә тырышам. Төрлө йылдарҙа гимназияны тамамлап, хәҙер төрлө тарафтарҙа эшләп, уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларым бихисап. Әле XI cиныфта белем алып йөрөүсе Раушания Вәлиева, Инсаф Йылҡыбаев, Шамил Илтенбаев уң ҡанаттарым булды. Улар республика, район кимәлендә үткән сара­лар­ҙан ситтә ҡалмай, уҡыған белем усағының данын бермә-бер арттыр­ҙы. Рәхмәтлемен үҙҙәренә, артабан да тормошта үҙ урындарын табып, илебеҙҙең киләсәген билдәләүсе шәхестәр булып китерҙәр, тип ышанам.

Шөкөр, уларға алмашҡа башҡалар үҫеп килә. Һү­ҙем бишенсенән Гөлназ Түлебаева тураһында. Башланғыс синыфтарҙан тик «бишле» билдәләренә өлгәшкән ҡыҙ төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Мөләйем, ихлас, тәртипле ҡыҙҙың интернат-гимназия тормо­шон­да үҙ һүҙен әйткән, синыфташтарын арты­нан тик күркәм эштәргә эйәрт­кән уҡыусы булып үҫеүенә иманым камил.

Райхан ИҘРИСОВА,  V синыфтың етәксеһе.
Ейәнсура районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code