Тележурналист булып ҡараныҡ

Грим бүлмәһендә.

Ҡасандыр мин үҙем дә «Сәңгелдәк», «Семәр», «Байтус»ты ҡарап, гел генә «Ул тапшырыуҙарға нисек әҙерләнәләр, камеранан ҡурҡмайҙармы икән?» тигән һорауҙарға яуап эҙләй инем. Ниһайәт, нисәмә йылдар үткәс, минең дә бала сағымдың бер хыялы тормошҡа ашты.

Юбилей уңайынан «Тамыр» телеканалы хеҙмәткәрҙәре яратҡан тамашасылары һәм киләсәктәрен телевидение менән бәйләргә теләүсе уҡыусылар өсөн 5 апрелдә «Асыҡ ишектәр көнө» ойошторҙо. Был сара тураһында ал­дан уҡ интернетта хәбәр ителде. Тәүҙә «Бәйлә­нештә» селтәрендә «Тамыр» төркөмөнөң анкетаһын тултырып, саҡырыу алғас, мин дә шунда ашыҡтым.
Унда барлығы 60 бала ҡатнашты. Кескәйҙәр генә түгел, өлкән синыфтарҙа уҡыусы ҡыҙҙар, егеттәр ҙә килгәйне. Тимәк, киләсәктәрен телевидение һәм журналистика менән бәйләргә теләүселәрҙең һаны арта һәм был күренеш, әлбиттә, һоҡландырмай ҡалманы. Был көндә барлығы 5 телемай­ҙансыҡ эшләне. Һәр бер ҡатнашыусыға маршрут ҡағыҙы тапшырылды һәм беҙ телекастинг бүлмәһенә юлландыҡ. Һәр кем камера алдында үҙҙәре ме­нән таныштырҙы, һөнәрҙәрен күрһәтте. Ә икенсе май­ҙансыҡта телеканал хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Ишем­ғолова менән Айзилә Мөлөкова буласаҡ йондоҙ­ҙар­ҙы мөхәррир эше менән таныштырҙы. Һуңынан һәр беребеҙгә алдан уҡ әҙерләнеп ҡу­йыл­ған текстар таратып бирелде. Артабан маршрут ҡағыҙы буйынса грим бүлмәһенә юл тоттоҡ. Бында беҙ үҙебеҙҙе ысын алып барыу­сылар итеп хис иттек. Сағыу макияж, матур итеп яһалған причёсканы кем яратмаһын һуң?! Шунан инде радиостудияға киттек. Бында иһә тауыштарыбыҙҙы яҙҙыртып, үҙебеҙҙе тыңлауы ҡыҙыҡ булды. Кескәйҙәр төрлө-төрлө әкиәттәр һөйләне, йәнһүрәт геройҙары булып ҡараны.
Иң аҙаҡтан телестудияға индек. Бында мөхәррир бүлмәһендә бирелгән текстарҙы ятлап, камера алдында һөйләргә кәрәк ине. Үҙ сиратымды көткән саҡта, ҡатнашыусыларҙың йөҙөнә ҡарап, тулҡынланыу һиҙҙем. Әлбиттә, беренсе тапҡыр камера алдына баҫып һөйләү батырлыҡ инде, шулай бит? Береһе лә һынатманы. Бөтәбеҙ ҙә үҙен ышаныслы итеп тотто. Аҙаҡтан һәр бер ҡатнашыусыға «Тамыр» телеканалының иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.
«Асыҡ ишектәр көнө»нә баш ҡалабыҙҙан ғына түгел, хатта алыҫ райондар­ҙан да килеүҙәре мине хайран ҡалдырҙы. Мә­ҫәлән, Әлиә Айытбаева:
– Мин Бөрйән районының Ҡолғана ауылынанмын. Бөгөн бында ҡатнашыуыма бик шатмын. Ныҡ оҡшаны, үҙемә яңы дуҫтар таптым. Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, – тип тәь­ҫораттары менән бүлеште.
– «Тамыр» телеканалының 25 йыллығы уңайынан ойошторолған «Асыҡ ишек­тәр көнө» бик күңелле һәм дәррәү үтте. Һәр бер ҡатнашыусы үҙен ысын алып барыусы итеп хис иткәндер, тип ышанам. Бында килгән күп балаларҙың «Киләсәктә кем булырға?» тигән һорауына яуап биргәнбеҙҙер, моғайын. Һәр хәлдә, «Тамыр» телеканалы ҡыҙҙар һәм малайҙар­ҙың шат көлөүенән яңғырап торҙо. Беҙҙең менән бергә булығыҙ! «Тамыр»­ҙың ишектәре һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ! – тине «Тамыр» телеканалының мөхәррире, «ӘЮЯ ҡаласығы», «Портрет» тапшырыуҙарының хужаһы Гөлназ апай Ишем­ғолова.
Алдан уҡ билдәле булыуынса, ҡатнашыусылар араһынан иң һәләтле баланы һайлап, «Тау-тау хәбәр» тапшырыуына алып барыусы итеп тәғәйенләйәсәктәр.
Киләсәктә тормошомдо журналист һөнәре менән бәйләргә теләгәс, «Асыҡ ишектәр көнө»ндә ҡатнашыу мине тағы ла нығыраҡ ҡанатландырҙы. Беренсенән, үҙемдең бала саҡ һорауҙарыма яуаптар алдым, икенсенән, тәжрибә тупланым. Ысын күңелдән барлыҡ «Тамыр» телеканалы хеҙмәткәрҙәренә шәп тапшырыуҙар һәм проекттар әҙерләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм һәм алда тағы ла яңынан-яңы үрҙәр, ижади артылыштар, еңеүҙәр теләйем!

Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code