Телде интернет аша өйрәнеп була

Туған телебеҙҙе интернеттан да өйрәнергә мөмкин. «Башҡортостан электрон белем биреү» порталында башҡорт теле курсы урынлаштырылған. Уны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты белгестә­ре әҙерләгән. Курс өс өлөштән тора. Тәүгеһендә 20 дәрес күрһәтелгән. Һәр береһендә грамматикаға бәйле төшөнсәләр, һүҙлек, айырым темаға видеояҙма һәм тикшереү эше бирелгән. Бынан тыш, порталда башҡорт-урыҫ һүҙлеге лә бар, республиканың билдәле урындарына бәйле интер­актив картаны ҡарарға, башҡорт мәҙәниәте, йолалары менән яҡындан танышырға мөмкин.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code