Тараҡлы һыу кеҫәрткеһе

Айлы йәйге төндә бер егет урман эсендәге күл буйында ҡурай тартып ултырған, имеш. Шул саҡ һыу уртаһында суҡайып ҡалҡып торған йомро ғына таш ҡапыл яҡтырып киткән. Ни күҙе менән күр­һен, уның өҫтөндә иҫ киткес һылыу ҡыҙ оҙон толомдарын тағатып, алтын тараҡ менән сәсен тарап ултыра, ти!
– Кем һин, сибәркәй? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалған егет. Ҡурҡышынан ҡыҙҙың ҡулынан алтын тарағы төшөп киткән, ә үҙе шунда уҡ һыуға сумып юҡ булған.
Иртәгеһенә ай ҡалҡ­ҡас, егет тағы күл буйына килгән, ҡурайында һа­ғыш­лы бер көйҙө уйнай башлаған. Шул саҡ ҡолағына сәйер тауыш салынған:
– Етер инде, егет, тартма ҡурайыңды, күңелем тулды…

Теге йомро ташта бер бабай ултыра, ти, уф! Сәсе-һаҡалы көмөш, кейеме балыҡ тәңкәһендәй йылҡылдап тора икән.
Күл эйәһе булып сыҡ­ҡан был бабай. Ә егет бер күреүҙә ғашиҡ булған теге сибәркәй уның ҡыҙы Һыу­һылыу инде.
Егет көмөш һаҡаллы бабайға серен асҡан: алтын тараҡлы һылыу бер ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ булыуы хаҡында һөйләгән.
– Һин – ер балаһы, Һыу­һылыуға йәр була алмай­һың шул, егеткәй, – тигән, ти, бабай.
– Мин унһыҙ йәшәй алмайым! – тип асырғанып әйткән егет. – Уның ҡоло булырға ла әҙермен.
– Тылсымлы тарағын юғалтып, саҡ тапты Һыу­һылыу. Шул тараҡты һаҡлап йөрөтөргә хеҙмәтсе кәрәк, ризаһыңмы?
– Риза! – тигән егет, тәүәккәлләп, – янында ғына йөрөрмөн, тоғро һаҡсыһы булырмын. Тик бына ерҙе һағынырмын шул…
– Ә мин һине амфибия итермен, һыуҙа ла, ерҙә лә йәшәрһең. Тик шуныһы, әҙәми ҡиәфәтеңде мәңгегә юғалтырһың. Күнәһеңме?
Егет ризалашҡан. Шунан ни күл эйәһе вәғәҙә иткән мөғжизәһен ҡылған да ҡуйған: егет бәләкәй генә йор кеҫәрткегә әүерелгән, ти. Ә ҡара борсаҡ төшөрөлгән ҡыҙғылт һа­ры күлдәге уның тиреһенә әйләнгән. Егет үҙенең күлдә сағылған ҡиәфәтен күреп, бик бошонған, әм­мә ни эшләмәк хәҙер: әйткән һүҙ – атҡан уҡ.
Шул саҡ Һыуһылыу ҙа йөҙөп килеп еткән, ке­ҫәртке егеткә иркә итеп йылмайған һәм тарағын уның арҡаһына ҡаҙап ҡуй­ған да әйткән, ти:
– Саф һөйөүең өсөн рәхмәт, егет. Йәйге хозурлыҡта гелән эргәмдә бул, тарағымды һаҡла. Ҡышын ярға сығырһың, ағас тамыры аҫтында йылыла йоҡларһың. Исемең дә үҙең кеүек серле булыр: тараҡлы һыу ке­ҫәрткеһе.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code