Радик Гәрәев. Тамсы тама

Тыңларға:

Audio clip: Adobe Flash Player (version 9 or above) is required to play this audio clip. Download the latest version here. You also need to have JavaScript enabled in your browser.

Рим Хәсәнов көйө. Сафуан Әлибай шиғыры.

Яҙ турында көй сығарып,
Тағы тамды тамсылар.
Әллә шатлыҡ йәше булып,
Күҙҙәремдән тамдылар.

Супылдашып тамсы тама,
Сиртеп көмөш ҡылдарын.
Яҙҙы ғына һағындырып,
Әйләнәләр йылдары.

Йырлай-йырлай тамсы тамһа,
Ерҙә гөлдәр уяныр.
Һөймәҫтәр ҙә һөйәр яҙҙа,
Уйланмаҫтар, уйланыр.

Супылдашып тамсы тама,
Сиртеп көмөш ҡылдарын.
Яҙҙы ғына һағындырып,
Әйләнәләр йылдары.

Күңелемә тамсы менән,
Яҙым нурҙар яуҙырһын.
Ғашиҡ итеп яҙҙар тағы,
Аҡылдарҙан яҙҙырһын.

Супылдашып тамсы тама,
Сиртеп көмөш ҡылдарын.
Яҙҙы ғына һағындырып,
Әйләнәләр йылдары.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code