Табылдыҡ

Берҙән-бер көндө әсәйем магазинға йомошҡа ебәргән ине. Ҡараһам, тупһа төбөндә бәләкәй генә бесәй балаһы мыяулап ултыра, әйтерһең, минән ярҙам һорай. Тауышы ла саҡ-саҡ ҡына сыға. Йәлләнем дә алып ҡайттым. Үҙем, нисек ҡарармын, ашатырмын икән, тип аптырайым. Йомшаҡ ҡына урын әҙерләнем, йылы ғына һөт бирҙем, әҙ генә эсте, бахырҡай.

Бер-ике ай эсендә бесәйем күҙгә күренеп үҫте, миңә шул тиклем эйәләште. Аласыҡтан өйгә күс­тек, унда урын әҙерләнем: ашарға һалырға әсәйем һауыт алып ҡайтты. Табылдығымдың матурлығын күрһәгеҙ, иҫегеҙ китер: үҙе йомшаҡ, оҙон йөнлө күҙҙәре янып тора. Ҡойроғоноң тегеләй-былай хәрәкәтләнеүен күҙәтергә яратам. Ит еҫен әллә ҡайҙан һиҙә. Әсәйемдең һыйыр һауғанын ҡарап ҡына тора. Минең бүлмәмдә аяҡ осонда ғына йоҡлай. Тышта бул­һа, мәктәптән ҡайтҡанымды көтөп ала.
Шулай аҡыллы минең табылдыҡ бесәйем! Ул да өйҙә хужа була белә. Сысҡан тоторға ярата. Бесәй үтә һиҙгер йән эйәһе икән. Улар ҙа беҙҙең ярҙамға мохтаж. Табылдыҡ бесәйем – минең оло шатлығым. Беҙ, кешеләр, уларға мәрхәмәтле булайыҡ.

Артур УСМАНОВ, V синыф уҡыусыһы.
Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code