Тағараҡ элеп ҡуйҙым

Ҡоштарҙы мин бәләкәй сағымдан яратам. Улар менән ҡыҙыҡһынам, ситтән генә күҙәтәм. Мәҫәлән, сыйырсыҡ – бөтәбеҙ ҙә яратҡан изге ҡош. Шуның өсөн дә уларҙы һәр яҙ һайын атайым эшләп ҡуйған ояға ҡарап, түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Килеп урынлашып, һайрап ебәрһә, шатлығым эсемә һыймай. Уның һәр көн шулай төрлө-төрлө тауыш сығарып йырлауына хайран ҡалам. Ә инде бала сығарғас, инәһе менән атаһының сиратлашып ашарға ташыуын күҙәтеп, тағы ла һоҡланам. Һайыҫҡандар килеп ма­ҙалаһа, уларҙы ҡыуып ебәрәм.

Һәр яҙ һайын ҡыр өйрәктәренең, торналарҙың беҙҙең яҡ­ҡа килгәнен күргәнем бар. Аҡ­ҡоштарҙы ла Ҡаҙаҡҡол ауылы эргәһендәге быуала осратырға була. Йыл да ғаиләбеҙ менән уларҙы барып күрәбеҙ. Был ҡоштарҙың матурлығына һоҡланып туйғыһыҙ! Тик шуныһы күңелде ҡыра: йылдан-йыл кәмей улар. Өс-дүрт йыл элек ете пар булһа, быйыл икәү генә килде.
Көҙ көнө ҡоштарҙың йылы яҡҡа осоуы – минең өсөн иң һағышлы мәл. Улар йөрәк өҙгөс тауыш сығарып, туп-туп булып өйрөлөп осоп киткәндән һуң, тирә-яҡ тып-тын булып ҡала. Быйыл да торналарҙың сылбыр булып йылы яҡҡа китеп барғандарын күреп, ҡул болғап оҙатып ҡалдым.
Бына һалҡын ҡыш та етте. Ҡоштарға аҙыҡ табыуы көндән-көн ауырлаша. Ошо мәлдәрҙә уларҙы бигерәк тә йәлләйем.
Ә беҙҙең мәктәптә тағараҡ эшләү буйынса конкурс үткәрелде. Һәр кем үҙе әҙерләгәнде килтерҙе, ниндәй генәһе юҡ ине! Бер нисәүһе мәктәп ихатаһына элеп ҡуйылһа, ҡалғандарын һәр беребеҙ үҙенең ишек алдына урынлаштырҙы. Минең дә тағарағым өй эргәһенә ҡуйылды. Көн дә күҙәтеп торам, еме бөтһә, өҫтәп һалам.
Тиҫтерҙәремә шуны әйткем килә, көндәр һыуытты, һалҡындар башланды. Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ, үҙҙәренә ярҙам итәйек. Әгәр улар төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙе ашамаһа, беҙ ҙә бик күп зыян күрер инек. Бер ҡасан да ҡоштар беҙҙең дуҫтар икәнен онотмайыҡ.

Сөмбөл ЙОСОПОВА, V синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code