Төймәгә баҫып ҡына…

Күреү һәләте насар булған уҡыусыларға хәҙер химия дәресе күпкә еңелерәк биреләсәк. Өфөләге 153-сө лицейҙың IX синыфында белем алыусы Михаил Щербаков Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап тапҡан. Бының өсөн уға ярты йыл ваҡыт китә. Күреү һәләте насар булған мәктәп уҡыусылары өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән интерактив таблицаның төп үҙенсәлеге – динамика. Ошо таблицаның ҡырында урынлаш­ҡан төймәгә баҫып, уҡыусылар һәр бер элементтың атамаһын һәм бөтә мәғлүмәтте ишетә ала.

Был – Михаилдың тәүге эше. Унда химик элементтарҙың рәте, төрҙәре һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәр күсерелгән. Шулай уҡ һәр бер шаҡмаҡҡа бер химик элементтың атамаһы йәбештерелгән. Интерактив стендты эшләп бөткәс, Михаил Щербаков төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Хәҙер иһә бөгөнгө заманда кәрәкле таблицаны Өфөнөң 28-се махсус интернат-мәктәбендә ҡулланалар. Әйткәндәй, стенд мәғлүмәт яғынан ғына түгел, уҡыусылар өсөн үҙ аллы шөғөлләнеү өсөн дә ҡулайлаштырылған. Төймәгә баҫып, уның һорауҙарына яуап биргәндән һуң, ул баһа ҡуя. Бөтә мәғлүмәт алыу мөмкинлеге булған интерактив таблица  уҡытыусы ролен дә башҡара.
Михаил Щербаков киләсәктә үҙе уйлап сығарған проек­тына патент алырға уйлай. Химия дәресенән тыш, күреү һәләте насар булған уҡыу­сылар өсөн математиканан да интерактив таблица эшләү – уның ҙур хыялы.

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code