Тәҙрә төбөм еҫле гөл

Аҡ толпарҙа елеп килгән принц хаҡында хыялланып ултыраһығыҙмы һаман? Ә ул юҡ та юҡ. Нимә эшләргә?
Һеҙ төрлө ырымдарға ышанаһығыҙмы? Хәйер, мөхәббәт һәм бәхет мәсьәләһендә беҙ күп нәмәгә ышанып, өмөт менән ҡарайбыҙ инде ул. Мәҫәлән, йондоҙнамәгә, күргән төштәребеҙгә… Бигерәк тә Яңы йыл алдынан.
Бөгөн беҙ һеҙгә йорт биҙәге – гөлдәр хаҡында һөйләмәксебеҙ. Улар араһында өйгә, ғаиләгә бәхет килтерә торғандары ла бар икән. Алда – Яңы йыл! Бындай бүләкте барыһы ла шатланып ҡабул итәсәк, минеңсә. Ниндәй гөлдәр икән улар?
Төнгөлөккә «күҙҙәр»ен йомоп йоҡлаған оксалис барығыҙға ла таныштыр инде. Был гөл ниндәйҙер серле көскә һәм мөхәббәт энергетикаһына эйә. Ҡояш байыр алдынан яны­на килеп, теләктәр теләһәң, улар мотлаҡ тормош­ҡа аша, имеш. «Бәхет гөлө» тип йөрөтөл­гән оксалисты өйҙә генә түгел, балконда, баҡсала ла үҫтерәләр. Аҡ, алһыу һәм һары төҫтә сәскә ата. Ә япраҡтары ҡыҙғылт йәки йәшел була.
Был сәскәне Яңы йыл байрамына бирергә күнеккәндәр, сөнки ул бәхет килтерә, тип һанала. Етмәһә, тағы ла бер ышаныу бар: иҫке йылдың һуңғы көнөндә хужаһын алмаштырһа, яңыһына мотлаҡ бәхет килтерә, имеш. Һыу яраталар, тупрағын ҡоротмаҫҡа кәрәк. Йәй көндәрендә баҡсаға күсереп торорға ла була.
Спатифиллумды икенсе төрлө «ҡатын-ҡыҙ бәхете» тип атайҙар. Ап-аҡ сәскә атыусы гөл гүзәл заттарға икенсе яртыһын табырға ярҙам итә, йортта романтик мөхит тыу­ҙыра, әсә булыу бәхетенә юл аса, мөхәббәттә йәшәтә.
Спатифиллум дым ярата – һыуҙы йыш һибеп торорға кәрәк. Уны гөл һауытының төбөндәге тәрилкәгә ҡойорға ла була – тамырҙар үҙенә кәрәк тиклем дымды тартасаҡ. Гөлдәрҙе тура төшкән ҡояш нур­ҙарынан һаҡлайҙар, сөнки улар япраҡтарын һарғайтып киптерә. Был сәскәләр йылы, ҡараңғыраҡ урындарҙы хуп күрә. Тик эргәләренә көслө ир-егеттәр энергетикаһы бул­ған антуриум гөлөн ҡуйырға кәрәк. Шунда ғына был гөл сәскәгә күмелеп, бүлмәгеҙҙе йәмләп ултырасаҡ. Шунан инде, мөхәббәт үҫемлектәр араһында ла була, тигәнгә ышанмай ҡара.
Дуҫтар, иғтибар иткәнегеҙ бармы, ҡайһы бер хужабикәләр өйҙәрендәге гөл-сәскәләре менән дә, баҡсалағы йәшелсә-емештәре менән дә «һөйләшеп» йөрөп һыу һибә, наҙлап ҡына һыйпап та ала. Ысынлап та, уларҙың ултырт­ҡан бөтә үҫентеләре күкрәп сәскә ата, мул уңыш бирә.
Ҡытай раузаһы, йәғни гибискус дәрт-дарманды арттыра, тотороҡло итә, тип һанала. Уны йоҡо бүлмәһендә үҫтереү отошло. Гибискус йылыны ярата. Шуға күрә 18 – 24 градус тирәһе йылылыҡта тоторға кәрәк. Бүтән гөлдәр кеүек, ул да тура төшкән ҡояш нур­ҙарынан ҡурҡа. Ә бына башҡа яҡтылыҡ, ни тиклем генә көслө булһа ла, бер ҙә зыян килтермәй, киреһенсә, файҙаға ғына. Һыуҙы йыш һәм күп итеп һибәләр. Төбө һәр ваҡыт дымлы булырға тейеш. Шулай уҡ япраҡтарына ла һыу һип­терәләр. Ҡытай раузаһын минераль ашламаларһыҙ үҫте­реү мөмкин түгел. Уға яҙҙан башлап ҡара көҙгә тиклем айына өс тапҡыр ашлама индерәләр.
Хойя сығышы менән Таиландтан. Йөрәк формаһындағы япраҡтары үҙҙәре үк улар­ҙың мөхәббәт гөлө икәнлеге тураһында һөйләй. Бик күп илдәрҙә был гөлдө 14 февраль – Ғашиҡтар көнөндә бүләк итәләр. Уны йоҡо бүлмәһендә үҫтерергә кәңәш бирәләр. Ырым буйынса, ғаилә бәхете килтерәсәк.
Был гөлдө артыҡ наҙлы тип әйтеп булмай. Әллә ни эҫе булмаған көндө тура төшкән ҡояш нурҙары ла зыян итмәй. Уны бүлмә температураһында, яҡты һәм иркен тәҙрә төптәрендә үҫтерәләр. Үҙе һалҡынды яратмай, ҡышын өшөтһәң, киләһе йыл сәскәһе әҙ була. Сәскә атҡан ваҡытта бер тамсы ғына һыуҙы ла сәскәләренә тейҙермәй һибергә кәрәк, юҡһа улар ҡороп төшәсәк. Гөлдөң төбө бөтөнләй кипмәһен, һибеү өсөн оҙаҡ тотол­ған һыу һәйбәт.
Аихризонды «Мөхәббәт гөлө» тип тә атайҙар. Ныҡлы ғаилә булдырырға, оҙон, бәхетле ғүмер кисереүгә булышлыҡ итә, тиҙәр. Уны ҙур һауытта үҫтермәйҙәр, тығыҙ ултырһын. Юҡһа сәскә атмаясаҡ. Гөл яҡтылыҡтан ҡурҡмай. Тигеҙ үҫһен өсөн яҡтылыҡ яғына бороп-бороп ултыртырға кәрәк. Батареяларға яҡын булмауы хәйерле.
Аихризондың япраҡтары аҫҡа ҡарап тора, шуға ла һыу һипмәйҙәр. Тулыһынса кибеп бөткәс, әҙләп кенә тупрағына ҡоялар. Үҫемлек һыу етмәгән шарттарҙа үҫергә күнеккән. Әгәр уны гел дымлы тотһаң, тамыры серей башлаясаҡ.
Мөхәббәт гөлөн тамырҙары тулыһынса һауытты тултырып бөткәс кенә күсереп ултыртырға мөмкин. Бының өсөн яҙ миҙгеле ҡулай, шул ваҡытта гөл күсереп ултыртыуҙы яҡшыраҡ ҡабул итәсәк.
Мирт гөлөн күп илдәрҙә туй­ға бүләк итәләр. Ул яңы өйләнгән кешеләрҙең тормошон нығыта, оҙаҡ йәшәгәндәрҙең ғаиләһенә тотороҡлоҡ килтерә, тип һанала. Шулай уҡ кеше һаулығына яҡшы тәь­ҫир итә, тип ышаныусылар бар. Европала япраҡтарын кәләштең сәсенә ҡушып үргәндәр.
Был гөл бик нәзәкәтле, уны үҫтереү мәшәҡәтле. Ләкин япраҡтарын дымлы сепрәк менән һаҡ ҡына һөртөп, иҫ киткес тәмле еҫен еҫкәүең була – бөтә мәшәҡәттәр онотола. Ваҡытында минераль ашламалар менән туҡландырырға кәрәк, һыу һибергә оноттоңмо – ғәфү итмәй, ҡорой ҙа ҡуя. 18 – 20 градуслыҡ йылыла тоталар. Һалҡыныраҡ булһа, йүнләп сәскә атмаясаҡ. Эҫе урынға ҡарағанда йылыраҡ урынды үҙ итә. Тупрағы тулыһынса ҡороп бөткәнгә тиклем тотоу ҡурҡыныс. Ҡышын япраҡтарына һыу һипмәйҙәр, ә бына йәйгеһен миртты душ аҫтында тотоу бик шәп буласаҡ. Был гөлдө теләгән бер формаға килтереп ҡырҡҡыслап була. Ул бик тиҙ үҫә, һабаҡтарын ҡырҡыуҙы еңел кисерә. Үҫемлек тағы ла күркәмерәк булһын өсөн яҙҙан ҡышҡа тиклем тупрағына ашлама индерергә кәрәк.
Миләүшә (фиалка, сенполия) – мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл бер-береһен ярат­ҡан кешеләрҙе тыныс булырға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә. Уны яратып ҡына Анютаның күҙҙәре тип тә әйтәләр.
Был гөлдө үҫтереү өсөн төп ҡағиҙә – яҡтылыҡ. Ләкин ул ҡояш нурынан ҡурҡа, шуға ла көньяҡҡа ҡараған тәҙрә төптәрендә тотмайҙар. Миләүшәне йогурт һауытында бер ҡалаҡ ер менән генә лә үҫтереүселәр бар, әммә ҙур һауытта гөл ҡеүәтлерәк буласаҡ. Шулай ҙа сама кәрәк, артыҡ ҙур һауыт үҙенсәлеген боҙа, ул матур, ыҡсым булғаны өсөн күптәргә оҡшай.
Гөл дымды артыҡ яратмай, уны аҙнаһына бер тапҡыр ғына ҡойоп торорға ла мөмкин. Һыу һибер алдынан туп­раҡ тулыһынса кибеп бөтөргә тейеш, уны өҫтән ҡойһаң, миләүшәнең тамыры ҡороясаҡ. Шуның өсөн аҫтан йылы һыу менән туҡландыралар.

Эйе, ҡурсалаусы был гөлдәрҙе алып ҡайтып ултыртыу ғына етмәй, кешеләргә һымаҡ, уларға ла иғтибар, наҙ кәрәк. Өй биҙәге, дарыу йәки бүлмәнең микроклиматын үҙгәртеү сараһы тип кенә ҡабул итергә ярамай. Үҙҙәре һаулыҡ өсөн дә файҙалы: ижади һәләтте үҫтерә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына, организмдың физик, психологик торошона тәьҫир итә, бүлмәләге һауаны таҙарта. Улар күкрәп сәскә атһын, ғаилә йылыһы, матди уңыш, кәйеф күтәренкелеге килтерһен, тиһәк, күңелеңде һалып тәрбиәләргә, мөхәббәтеңде бүләк итергә кәрәк. Һөйләшергә, серҙәреңде асырға, хатта кәңәш һорарға мөмкин. Шул ваҡытта ғына улар һине тормоштоң теләһә ниндәй күңелһеҙлектәренән һаҡлар. Кем белә, бәлки, ысынлап та, ошо изге тойғо идара иткән онотолмаҫ яңы тормош башларға ла ярҙам итер.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code