Спортҡа иғтибар арта

Республикабыҙҙа спорт үҫешенә 87 миллион һум аҡса бүленә. Ошо турала Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итәләр. Өҫтәмә финанслау физкультура менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырырға, ярыштарҙа һөҙөмтәләрҙе яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Бөгөнгә республикала 84 федерация үҙ ҡарамағындағы спорт төр­ҙәрен үҫтереү буйынса программа әҙерләгән. Министрлыҡ 42 документты хуплаған да инде. Киләсәктә лә төп спорт төрҙәрен үҫтереүгә ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк. Республикала был исемлеккә биатлон, теннис, велоспорт, еңел һәм ауыр атлетика, заманса биш алыш, фехтование, шорт-трек һәм башҡалар инә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code