Снайпер Рәхәдил Хәлфетдинов

Илебеҙ халҡы өсөн оло һәм иң иҫтәлекле байрам яҡынлаша – Бөйөк Еңеүгә 73 йыл тула. Был шатлыҡлы ваҡиғаға тиҫтә йылдар үтһә лә, һуғыш шаңы әле лә тынмай.

Ветерандарыбыҙ сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Фронтта батырҙарса һәләк булған яугирҙар хаҡында туғандары, ғаиләләре яҡты иҫтәлектәр, хәтирәләр, һар­ғайып бөткән өсмөйөшлө хаттарын һаҡлай. Шығай ауылы батыры, ҡурайсы, мәргән атыусы, ҡыйыу һу­ғышсы Рәхәдил Хәлфетдинов та ғәзиз илен һаҡларға тип һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә. Ти­рә-яҡҡа даны таралған атаҡ­лы ҡурайсының снайпер булғыһы килә. Теләге тормошҡа аша. Һуғыштың башында уҡ үткер күҙле, йылғыр егет үҙен ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә. Күп тә үтмәй, Хәлфетдиновтың исеме бөтә фронт буйлап билдәле була.
1943 йылдың 15 авгусында «Пограничник-фронтовик» гәзитендә «Батыр снайпер, сержант Рәхәдил Хәлфетдиновҡа дан!» тигән мәҡәлә баҫыла. Унда яугир­ҙың 37 фашисты юҡ итеүе хаҡында хәбәр ителә. Ҡыш­ҡыһын өҫтөнә аҡ халат кейеп, Рәхәдил төн урта­ларында «һунар»ға сыға. 1944 йылдың 1 мартында күрһәткән батырлыҡтары өсөн өлкән сержант Рәхәдил Хәлфетдинов I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Батыр снай­пер ул саҡта 50-се фашисты юҡ иткәнен теркәп ҡуя. Уның күкрәгендә «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ, Дан ордендары балҡый.
Ҡыйыу яҡташыбыҙ тура­һында журналист Зиннәт Әминев республика матбуғатында бер нисә мәҡәлә баҫтыра. Татарстандың күренекле яҙыусыһы Абдулла Әхмәт «Ҡурайсы егет» тигән очерк яҙа.
Хәлфетдиновтың яуҙашы Һаҙый Ишкинин «Фронт сәхифәләренән» мәҡәләһендә ошолай тип яҙа: «Балтик диңгеҙе буйында йәнә бер яҡташымды осраттым. Ул Белорет районының Шығай ауылы һунарсыһы, ҡурайсы Рәхәдил Хәлфетдинов булып сыҡты. I Балтик буйы фронтының мәргән һуғышсыларының береһе Хәлфетдинов 1943 йылдың май, июнь, июль һәм 1944 йыл­дың ғинуар – мартында бөтә фронт буйынса үткәрелгән «һунар айҙарында» бик күп дошманды дөмөктөрҙө. Бергә хеҙмәт иткән осорҙан бер эпизод хәтерҙән сыҡмай.
Урманда бер рота са­ма­һы фашист тороп ҡал­ған. Беҙҙең батальонға улар­ҙы юҡ итеү бурысы ҡуйылды. Биш сәғәт эҙләнек, ахырҙа, үҙҙәрен сите ҡуйы ҡыуаҡлыҡ менән ҡап­ланған һаҙлыҡ уртаһындағы утрау һымаҡ ерҙә осраттыҡ. Ныҡ ҡоралланғандар. Беҙгә ут астылар. Бер пулемёт һис баш ҡалҡытырға ирек бирмәй. Эргәмдә ятҡан Хәлфетдинов снайпер винтовкаһы менән ут яу­ҙыра. Шул саҡ өлкән сержант Сорокин пулемётты абайлап ҡала. Ул танкыға ҡаршы ата торған мылты­ғын Хәлфетдиновҡа би­рә. Рәхәдил бер атыу­ҙан пулемёттың көлөн күккә осорҙо».
Мәргән атыусының 137 фашисты юҡ итеүе билдәле. Постан ҡайтҡас, бер аҙ буш ваҡыты булһа, Рәхәдил ҡулына ҡурайын алған. Үҙе яратҡан «Урал», «Буранбай» һәм башҡа көйҙәрҙе уйнаған. Ҡурай моңо уны тыу­ған ауылы, сал Ҡыраҡа, Рәз тауҙары, Ағиҙел буйҙарына, тормош иптәше, балалары, туғандары янына алып ҡайт­ҡандыр, бөтә арыуҙарын, һағыныуҙарын еңеләйткәндер.
– Ҡурайымды бер ваҡытта ла үҙемдән ҡалдырмайым. Унда уйнаһам, пуля теймәй, – тип шаяртыр бул­ған яугир.
Яҡташыбыҙ, мәргән һуғышсы, ҡурайсы Хәлфетдиновҡа Еңеү яҙын күрергә яҙмай. Ул фронтта батыр­ҙарса һәләк була. Ҡурайсы яугирҙың моңон уның улы, мәшһүр композитор, ҡурайсы Абдулла Хәлфетдинов дауам иттер­ҙе. Тиңһеҙ батырлыҡтар күр­һәткән ауыл­дашыбыҙ­ҙың ҡаһарманлығы бер ва­ҡытта ла онотолмаясаҡ!

Нилә ЛОҠМАНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code