«Шыршы» кроссворды

elochkaГОРИЗОНТАЛЬ БУЙЫНСА. 2. Солоҡ эсендәге десерт. 4. Роберт Юлдашев менән Ишморат Илбәковтың музыка ҡоралы. 7. Ашарға яраған төбө һарымһаҡҡа оҡшаған ҡыр үҫемлеге. 9. Сәтләүек тип йөрөтөлгән борсаҡ. 11. Мадагаскарҙың символы булған ағас. 14. Сүл «шыршы»һы. 15. Был эсемлекте тәүҙә шорле тип йөрөткәндәр. 16. Һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған бәләкәй, нәҙек оҙон йыртҡыс йәнлек. 18. Дромедарҙы бактриандан нимә айырып тора? 20. Һаҡауҙар табибы. 21. Ике ағас араһына эленгән ял итеү урыны. 23. Был емеште туңдырып ашағанда тәмлерәк була. 24. Аяҡтың тубыҡтан юғары өлөшө. 26. Фирманы айырып торған эмблема, билдә. 29. Тайвань утрауының тарихи атамаһы. 31. Рептилия, амфибия, бөжәк тотоу, ҡарау өсөн эшләнгән махсус һауыт. 32. Йәшен йәшнәп, (…) килгәндә бал ҡорттары умартаға инеп йәшеренмәһә, ямғыр булмай, ул ситләп үтә. 33. Фаунаның үләнле «әшнә»һе. 34. Ике ҡапма-ҡаршы һүҙҙе берләштергән стилистик фигура. 36. Германияның индустриаль үҙәге.

ВЕРТИКАЛЬ БУЙЫНСА. 1. Төндә бәҫ булһа, көндөҙ (…) яумай. 2. Оло ата дөйә йәки буласаҡ ағас өй. 3. Көньяҡ Американың үркәсһеҙ дөйәһе. 5. Утынды һөйәп яға торған ҙур ауыҙлы, тура мөрйәле элекке мейес. 6. Ҡыҙыл майҙанда 9 майҙа үтә торған иң ҙур тантана. 8. Буласаҡ фильм тураһындағы ҡыҫҡаса презентация. 10. Йәш бәрәс тиреһе. 12. Зубрҙың Америкалағы төрө. 13. Морфей ҡоло. 14. Моторлы кәмә. 17. Был сәскә һыу өҫтөнән ҡәҙимгенән юғарыраҡ күтәрелһә – тиҙ арала ямғыр булыр, сәскәләре асылһа – көн аяҙыр. 19. Ғәрәп телендә «ҡара бал» тип аталған кәнфит төрө. 22. Минотавр йәшәгән утрау. 23. Төҫө аҡһыл зәңгәр булыуға ҡарамаҫтан, ул ҡара металл тип иҫәпләнә. 24. Тротуарҙы кәртәләп торған таш. 25. Халыҡты ҡурҡытыуға ҡоролған сәйәсәт. 27. Өс атомлы кислород. 28. Шахмат һалдаты. 29. Халыҡты әсир иткән шау-шыулы уңыш, еңеү. 30. Эсенә ултырып тауҙан тәгәрәй торған үтә күренмәле шар. 35. Талия – комедия, Клио – тарих, Терпси­хора – бейеү өсөн…

Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code