Шиғырҙар

Балыҡта

Каникулда олатай менән
Йөрөнөк беҙ балыҡҡа.
Эре суртан һәм бәрҙеләр
Эләктеләр ҡармаҡҡа.

Олатай әйтә: «Йышыраҡ
Кил һин беҙгә ҡунаҡҡа.
Көн дә иртән һинең менән
Барырбыҙ беҙ балыҡҡа».

Рушан МЫРҘИН.

Атым

Атымды тотоп алғас,
Ултырҙым мин атланып.
Көлмәгеҙ әле, малайҙар,
Йөрөмәйем маҡтанып.

Һыу буйынан атай менән
Ҡайттыҡ атҡа атланып.
Ҡоймаҡ бешергән әсәйем
Ҡаршы алды шатланып.

Азамат ҮҘӘНБАЕВ.
Баймаҡ районы,
Билал мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code