Һәр республика, район, ауыл, ҡала үҙенең арҙаҡлы улдары, ҡыҙҙары менән ғорурлана. Сәйетбаба, тиһәк, иң беренсе күҙ алдына 10 яҙыусы тәрбиәләп сығарған Жәлил Кейекбаев исемендәге мәктәп күҙ алдына килеп баҫа. Ғорурланырлыҡ уҡыусыларыбыҙ бөгөн дә етерлек. Шуларҙың береһе – Азалиә Аҙнаева. Мәктәптә иң әүҙем уҡыусыларҙың береһе. Шиғри күңелле ҡыҙ ул. Йыл да мәктәп уҡыусылары араһында «Табын» район гәзите менән берлектә Гөлнур Яҡупова ойошторған «Өмөтлө ҡәләм» ижади конкурсында төрлө номинация еңеүсеһе булды. Балалар ижады үҙәге тарафынан үткәрелгән ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусылар араһындағы бәйгелә лә I урын алды.
Фәнни-эҙләнеү эштәре менән дә шөғөлләнә Азалиә. Район кимәлендә уҙғарылған «Ғафури уҡыуҙары»нда, «Кейекбаев уҡыуҙары»нда ҡатнашып, II, III урындарға лайыҡ була. Үткән уҡыу йылында Өфөлә Жәлил Кейекбаев исемендәге V республика фестивалендә «Халҡым яҙмышында – илем яҙмышы» темаһы буйынса уңышлы сығыш яһаны. Быйыл Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына105 йыл тулыуға арнап уҙғарылған республика фәнни-практик конференцияһында ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Уҡыуҙа ла һынатмай Азалиә. «Дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Тел дәрестәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Әйткәндәй, Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы менән берлектә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҙғарған 1-се республика олимпиадаһында ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙына эйә булды. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә лә I урын алып, төбәк ярышында ҡатнашты.
Бейеү алиһәһе, тиһәк тә хата булмаҫ Азалиә хаҡында. Бәләкәйҙән сәнғәттең ошо төрөн үҙ итә. Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Шаяндар» түңәрәгендә шөғөлләнә. Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙы Байбулдина уға «Заһиҙә», «Кәкүк», «Бөрйән ҡыҙҙары» кеүек матур-матур бейеүҙәр өйрәтә. Тәүге уңыштары ла бар. Районда уҙғарылған «Таланттар йәрминкәһе»ндә I урынға лайыҡ булһа, балалар араһында ойошторолған «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында – «Һығылмалылыҡ» номинацияһы еңеүсеһе.
Азалиә киләсәктә журналист булыу теләге менән яна. Шиғри күңелле ҡыҙҙың теләге тормошҡа ашыр, тип ышанырға ғына ҡала.
Регина МӘЖИТОВА.
Ғафури районы, Сәйетбабалағы Жәлил Кейекбаев исемендәге мәктәп.