Шәмбене көтөп алабыҙ

Яңыраҡ ауылыбыҙҙың уңған, оҫта ҡуллы апайҙары һәм беҙ, ҡыҙ-ҡыр­ҡын, бик матур эш башлап ебәрҙек. Һәр шәмбе ауыл китапханаһына йыйылып, ҡул эштәренә өйрәнәбеҙ. Был идеяны үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы, хәҙер Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән Нәргизә Закирова апай тәҡдим итте һәм эште үҙе ойоштороп та китте. Ул өйҙән кәрәкмәгән, кейергә эшкинмәгән әйберҙәр алып килергә ҡушты. Беҙ буй-буй итеп киҫеп, уларҙан ырғаҡ менән иҙәнгә түшәргә бик матур йомро балаҫ бәйләнек. Ә Гөлсирә Салауатова инәй һаҡал эшләргә өйрәтте. Уны яһарға теләүселәр ҙә күп ине. Ни өсөн тигәндә, әлеге көндә бик зауыҡлы биҙәүес әйбере булып тора. Ә сәйлән, тәңкә кеүек кәрәкле әйберҙәрҙе ҡалаға барған берәй кеше барыбыҙға етерлек итеп алып ҡайта ла унан һатып алабыҙ. Эльвира Ҡәйүмова апайҙан һырлап ойоҡ бәйләргә өйрәндек.

Һәр кем эш менән мәшғүл.

Һырлы ойоҡтар ошолай була инде.

Иҫке кейемдәрҙән – яңы балаҫ.

Хәҙер шәмбе көнө еткәнен көтөп алабыҙ. Бер-беребеҙгә шул тиклем өйрәнеп киттек. Ваҡыт та күңелле үтә. Ҡул эше менән булғанда йырлап та алабыҙ, тәмле итеп сәй эсәбеҙ. Барыбыҙ ҙа өйөнән тәмлекәстәр бешереп алып килә. Китапхана мөдире Рүзилә Ялмырҙина апайға рәхмәт. Ул һәр беребеҙҙе яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы ала.
Бына шулай буш ваҡытыбыҙҙы күңелле лә, файҙалы ла итеп үткәрәбеҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп нәмәгә өйрәндек. Йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә. Ололар интернет ҡулланмағас, заманса эш төрҙәрен уларға беҙ өйрәтәбеҙ. Мин үҙем сәскә бәйләү серҙәренә төшөндөрҙөм.

Әҙилә ҒӘЗИЗОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code