Шүлгәнташҡа сәйәхәт

Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА

«Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция! Минең «Шүлгәнташҡа сәйәхәт» исемле әкиәт-повесымдың беренсе бүлеге «Аманат» журналында баҫыла башланы, ә икенсе бүлеген, экология темаһына арналғанын, һеҙгә ебәрәм. Тәүгеһендә Шүлгәнташ мәмерйәһенең эйәһе, «Аҡбуҙат» эпосының геройы Тарауыл ҡарт өс үҫмер сәйәхәтсене таш быуат дәүеренә төшөрә, ә икенсеһендә әкиәт геройы Аҡъял батыр менән осраштыра».

Икенсе бүлек

Батырҙар илендә

Кисәге хәлде иҫтәренә төшөрөп, ары барырға баҙнат итмәй, туғандар шым ғына мәмерйә күле янында туҡтап ҡалды. Ниндәйҙер моңһоулыҡ та, шул уҡ мәлдә кире үҙ ваҡыттарына ҡайтып килеү шатлығы ла бар ине күңелдә. Тик ғәжәп сәйерлек булмышты солғап алды. Эйе, шул уҡ Шүлгәнташ… шул уҡ мәмерйә бүлмәләренең серле тауышы. Тик… Үҙҙәре яратып өлгөргән Сәскә менән Хисмәт тә, Дүңгәүер менән Тамъян да юҡ… Алыҫта, таш быуат төпкөлөндә, ҡалды уларҙың тиҫтерҙәре…
– Йәл… – тине иҫенә килгәндәй, бер аҙҙан һуң Булат. – Мөмкин булһа, мин уларҙы әлеге көнгә алып ҡайтыр инем, ләкин булмай шул… Туған кеүек, ниңәлер бик яҡын күрҙем үҙҙәрен, бигерәк тә ҡурай уйнарға ынтылып тороусы Дүңгәүерҙе. Ул минең ҡурайҙы ҡыҙыҡһынып тотоп ҡараны, тик уйнап ҡарарға батырсылығы етмәне, мин дә өгөтләмәнем, ярамағанын беләм бит. Хушлашҡанда ҡурайсыбыҙ рәхмәт йөҙөнән шул тиклем ныҡ итеп ҡосаҡланы, хатта әле лә күкрәгем ауыртып торған кеүек.

– Ә мин Хисмәттең һүрәттәренә хайран ҡалдым, ғүмерҙә хәтерҙән сыҡмаҫлыҡ нәмәләрҙе лә күрҙек, – тине Таһир ғәжәпләнеп. – Ҡыҙыл балсыҡҡа һыу түгел, йырт­ҡыс ҡаны ҡушылғанын белдек. «Бер ваҡытта ла юйылмай ҙа, уңалмай ҙа минең төшөргән һүрәттәрем», – тине ул. Беҙҙең быуатҡа ла килеп еткәс, шулайҙыр, тип уйланым үҙем дә. Һоҡландыр­ғыс күренеш. Әле лә күҙ алдымда мәмерйәнең һүрәттәре сайҡалып тик тора, иҫем китә быға…
– Үҙең һүрәт төшөргәнгә йөрәгеңә ултырған улар, – тип һүҙгә ҡушылды Айгөл. – Блокнотыңда йәш сәсәндәр бәйгеһе күренештәренең күпме һыҙмаларын йый­ғанһың. Хатта Әхмәт ағай Сөләймәновҡа оҡшаған бер портрет та бар ине, шикелле, әгәр ҙә яңылышмаһам.
– Эйе, әҙ-мәҙ һүрәтләгәйнем шул. Уның әйткән ҡанатлы һүҙҙәрен, портретын эшләп бөткәс, эргәһенә яҙып ҡуйырмын, тим.
– Әбйәлилдә йәш рәссамдар күп, тиҙәр. Ә Әхмәт ағай Лотфуллин илебеҙҙең иң талантлы рәссамдарынан иҫәпләнә.
– Тәбиғәттең иң матур төбәгендә таланттар тыуа, тиҙәр. – Булат йылмайҙы. – Башҡорт – борондан тәбиғәт балаһы, ти олатайыбыҙ. Тәбиғәт тыуҙыра улар­ҙы. Таһир уфтанып ҡуйҙы, тирә-яғына ҡараны ла асыуланған төҫ менән:
– Һуңғы ваҡытта беҙҙә урман янғындары йышайҙы, кейектәр ҡырыла, ҡасып ҡотолғаны тирә-яҡҡа тарала. «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үлән-сәскәләр көлгә әйләнә, ағас аяуһыҙ ҡырҡылғас, шишмәләр ҙә ҡорой. Яттар хужа булған яҡты күлдәрҙәге балыҡтар ситкә китә.Тәбиғәт балаһы бул­ғас, бер заман беҙгә лә шул афәт килмәҫме икән? Мин киләсәктә, ысынлап та, бай тәбиғәтле Уралымда ғына рәссам була аламдыр, – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Борсолма, Таһир, – тине Булат туғанының ҡулын еңелсә һыйпап. – Беҙ Шүлгән кеүек ата һүҙен тыңламай, йыртҡыс ҡаны эсмәгәнбеҙ, йөрәгебеҙҙә Урал батыр­ҙың ҡаны тиртә, шулай уҡ беҙҙең быуын уның йәншишмәһенең һыуын эсә.
Балаларҙың әңгәмәһе ҡуйырҙы, улар үҙҙәренең аҡ тирмә янына күскәндәрен дә һиҙмәне.
– Дөрөҫ фекерләйһегеҙ, балалар, – тине таныш тауыш. – Тыу­ған йәнтөйәккә – Уралыбыҙға ҡарата битарафлыҡ – ул рухи әшәкелек, йәндең иң ауыр сире. Урмандарыбыҙ, тауҙарыбыҙ, йыл­ғаларыбыҙ – башҡорт халҡының рухи бер өлөшө ул. Беҙ уларҙан аҡса түгел, йәшәргә көс алабыҙ. Урал тәбиғәтен һаҡлайыҡ, ул беҙгә рәхмәтле булыр.
Балалар һаулыҡ һораша-һораша, ләкин борсоулы йөҙ менән, олаталарына тартылған кеүек, Тарауыл ҡартҡа һыйынды.
– Ә хәҙер кисәге сәйәхәтте дауам итәйек, тирмәбеҙгә инәйек, – тине аҡһаҡал. Көмөш сулпылар сыңлаған, көйлө тамсылар тамған тауыш аҫтында Тарауыл ҡарт балаларҙы эскә үткәрҙе.
– Был ни хәл? – тип аптырауынан ҡоласын йәйеп ебәрҙе ҡапыл Булат. – Кисә тирмә эсе төрлө аҫыл таштар менән биҙәлгән йәй­ғор кеүек ине, ә бөгөн алтын ялатылған ҡуласа һымаҡ күҙҙең яуын алып тора. – Үҙе иҫе китеп, һораулы ҡарашын серле йылмайып торған Тарауыл ҡартҡа төшөрҙө.
– Был мөғжизә хаҡында башҡалар ни әйтер? – Тарауыл ҡарт серле таяғын тирмә ҡабырғаһы яғына һуҙҙы. Күргәҙмәгә ҡуйыл­ған әйберҙәр кеүек төрлө биҙәктәр менән биҙәлгән алтын-көмөш һауыт-һаба, ялтыр ҡылыс, тимер башлы уҡ-һаҙаҡтар, иҫ китерлек ғәжәп болан һындары ялт-йолт итеп күренеп ҡалды.
– Беҙ әле еҙ-баҡыр быуатының алдында торабыҙ, дөрөҫ бит, Тарауыл олатай? Әле яңы ҡараған саф алтын болан һындары таш быуатта булманы, тимәк, минең әйткәнем дөрөҫ. «Аҡъял батыр» әкиәте ошо дәүергә инәлер. Унда егет ил гиҙергә уҡ-һаҙағын аҫып, осоп төшөп барған йөндө лә ҡыр­ҡа алған үткер ҡылысын тағып, йылтыр булат бысағын билбауына ҡыҫтырып, юлға сыҡҡан.
– Ә Урал батыр ут-йәшен бал­ҡытҡан алмас ҡылысын тотоп йөрөгән. – Таһир ғорурлыҡ менән тағы өҫтәне. – Уға был ҡоралын йәшенле Күктән Тәңре биргән.
Тарауыл ҡарт балаларҙың һүҙен бүлмәне, баш ҡағып ҡына дөрөҫләп торҙо.
– Ә бына шуныһы ҡыҙыҡ, Айгөл Аҡъял батырҙың бысағын, йылтыр булат бысаҡ, тип әйтте. Булат… – Таһир шаяртып, Булаттың кепкаһын икенсе яҡҡа әйләндер­ҙе. – Бында һинең исемде телгә алғандар бит. Әллә булат тигән таш булдымы икән?
– Ниңә, был турала белмәй, тип уйлайһыңмы? – тип көлдө Булат. – Әлбиттә, беләм. Бер көндө атайым минең ҡулыма гәзит тоттор­ҙо, нисек һуғыш ҡоралына булат ҡылыс тигән исем бирелгәнен шунда ғына аңланым.
– Һеҙ беләһегеҙ, миңә лә һөйләгеҙ. – Айгөл ҡыҙыҡһыныуынан сабырһыҙланып китте.
– Ҡайһы быуатта булған был хәл?
– Үҙегеҙ күрҙегеҙ, таш быуат осоронда ҡоралдар таштан, ағас­тан эшләнһә, еҙ-баҡыр быуатта ҡәбилә тимерһеҙ йәшәй алмаған, таш мейес эсендә файҙаланыр өсөн төрлө материалдар иретелгән. Ә был булат ҡылыс тигәндәре – XVIII быуат ваҡиғалары… Баш­ҡорт ерҙәренең ҡаҙылма байлыҡтарға бай икәнен белгән Урыҫ дәүләте Урта Уралтауҙа эҙләнеү эштәрен ныҡышмалы алып бара һәм тимерле ергә осрай. Ә был ер башҡорттоң руда табып иретеү, тимерселек урыны була. Бай төйәк иһә Ҡыуаҡан ырыуының йәйләү ултырағы һанала. Шунан һуң Алтынтамаҡ ере, бөгөнгө Златоуст, завод төҙөү өсөн алына һәм 500-ҙән ашыу крепостной крәҫтиән килтерелә. Ул ваҡытта Рәсәйҙә суйын иретеүсе мейестәр булмаған. Көнбайыш илдәрендәге кеүек асыҡ ауыҙлылары ғына ҡулланылған. Ә инде ҡара таштан һалынған йә түңәрәк, йә дүрт ҡырлы ябыҡ мейестәрҙе Уралдағы башҡорт тимерселәре яһап биргән.
– Булат, быныһын белдек. Тиҙерәк булат ҡылыс хаҡында һөйлә инде. – Айгөл ҡапыл Тарауыл ҡартҡа ҡарап алды, уныһы, һүҙен дауам итһен әйҙә, тигәндәй, башын ҡаҡты.
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул. Булат ҡылыстың оҫтаһы – бер тимерсенең уланы – Булат исемле башҡорт егете була. Эйе, иҫегеҙҙән сығармағыҙ, ныҡ ҡоросто уйлап тапҡан кеше – беҙҙең тоҡом. Тик Златоуст ҡалаһында металлург Аносовҡа һәйкәл тора. Ысынында был урында тәүге сифатлы ҡорос иретеүсе һәм тимерсе Булат исемле башҡорт егетенә һәйкәл ҡуйылырға тейеш ине.
– Ҡайғырмағыҙ, – тине Айгөл, ағаларын йыуатырға тырышҡандай, – торған һынға ҡарағанда, Булат ҡылысы үҙе мең һәйкәлгә торошло. Тик башҡалар ҙа уның тарихын – башҡорт ҡоросон бел­һендәр ине. Ә һеҙ, Тарауыл олатай, Булат ағайҙың ҡылысын күр­ҙегеҙме?
Тарауыл ҡарт уйланып торҙо, әкрен генә башын ҡағып, күргәнен белдерҙе.
– Булат ҡылысы шул йылдарҙан алып күпме яуҙарҙа ҡатнашты… – Үҙе ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. – Кемдәрҙең ҡулында ғына булманы ул… сыңланы… Мин аҡ тирмәмдең Ваҡыт көҙгөһө аша Урал батыр дәүеренән алып икһеҙ-сик­һеҙ Башҡорт илендә барған ҡаты көрәштәрҙе күҙәттем. Ҡан ҡойошо аҙ булманы… Һис бирмәгән башҡорт Уралын, тигән ҡорос һүҙҙе беләһегеҙ. Уралға арналған был йыр атай-олатайҙарығыҙҙың гимны ине… Бик күп нәмә һөйләр инем мин һеҙгә, ләкин Шүлгәнташтан аҡ һаҡаллы ҡарттар булып сығыуығыҙҙы теләмәйем. Һәр ғүмерҙең бирелгән үҙ ваҡыты була. – Тарауыл ҡарт йылмайып ебәрҙе. – Йәгеҙ, кисә һеҙ миңә Уралтау батырҙары менән осрашырға теләүегеҙҙе белдергән инегеҙ. Улай­һа, әкиәт иленә киттек, балалар! Билегеҙҙәге кисәге билбауҙар һеҙҙе һаҡлап, ҡурсалап торасаҡ.
– Ысынлап та… – Айгөл рәхмәт йөҙөнән Тарауыл ҡартҡа ҡараны. – Өсөбөҙгә лә йәшел билбау бәйләнгән. Урман, тауҙар төҫө. Рәхмәт, Тарауыл олатай.
– Тағы ла шуныһы мәғлүм бул­һын: һеҙҙең Күктән төшкәнегеҙгә Хисмәттәр ышанды, ә был осор икенсе төрлөрәк, шуның өсөн һеҙҙең кейемдәрегеҙ төрлө сараларға ҡарап, бөгөн үҙгәреп торасаҡ, шул дәүерҙең төҫөн аласаҡ, бындай хәлгә аптырамағыҙ. Өйҙәгеләр һеҙҙең күн муҡсайҙарығыҙға кәрәкле нәмәләрҙе һал­ған, мәле еткәс, ҡулланырһығыҙ. Был дәүерҙән ҡайтыу юлын беләһегеҙ.
Билбауығыҙҙы тотоп, бергәләп, бер тын алыуҙа:
Бер, ике, өс,
Шүлгәнташҡа ос!
– тип әйтерһегеҙ.
Аҡһаҡал тылсым таяғын ҡулына алды. Уның осо теге ваҡыттағы кеүек төрлө аҫыл таштан түгел, тирә-яҡҡа нурҙар сәсеп, балҡып торған алтындан ине. Тамсылар күңелле тыпылдағандай, стена һүрәттәре бейегәндәй тойолдо.
– Хәҙер… Хәҙер, балалар… Ашыҡмағыҙ… Ҡабаланмағыҙ… Минең бойороҡто көтөгөҙ. Көҙгө эсендә юғалып ҡуймағыҙ, Шүлгәнташҡа юл таба алмаҫһығыҙ…
Тылсым таяҡ һипкән алтын нур­ҙан тирмә көҙгөләре яйлап асыла башланы.
– Тарауыл олатай, унан беҙҙең яҡтағы бейек тауҙар, урмандар күренә. – Айгөл шатланып, сәпәкәй итеп алды, ағаларына өндәште. – Ҡарағыҙ әле!..
– Эйе, көҙгө эсендәге тау битенән бер егет килә. Оҙон, ҡуңыр сәсле, – тине Булат.
– Был бит беҙҙең Аҡъял батыр. – Таһир Айгөлдөң ҡулынан тотто. – Һинең яратҡан әкиәтеңдең батыры, тирә-яғына ҡарай-ҡарай, яйлап ҡына атлай.
Айгөл, ғәҙәттәгесә, түҙемһеҙләнде.
– Тарауыл олатай… Ваҡыт еттеме?..
– Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, – тип көлөмһөрәне Тарауыл ҡарт тағы ла. – Эйе, ул – һеҙҙең Аҡъял батырығыҙ. Айгөл, ниңә һин шул әкиәт менән ҡыҙыҡһынаһың?
– Минең, Тарауыл олатай, ер аҫты кешеләрен күрәһем килә. Улар «Белоснежка» әкиәтендәге таусы гномдар кеүек бәләкәй генәме икән? Ысынлап та, ер йөҙөндә, әкиәттәрҙән башҡа, бәләкәй тоҡомдар йәшәйме һуң?
– Башҡалар нисек уйлай? – Тарауыл ҡарт Таһирға мәғәнәле ҡараны. – Ни тип әйтерһең, улым? Һин ул турала беләһең бит.
– Хәҙер… Хәҙер, Тарауыл олатай… Ә мин Аҡъял батырҙың ер аҫты кешеләрен һыуһыҙ интектергән иргәйелде еңгәнен ҡарар инем.
– Ә мин ер аҫтындағы урман-тауҙарҙы күрергә теләйем, беҙҙәге кеүекме икән? – тине Булат та. – Сәмреғоштан башҡа ҡоштар, кейектәр ҙә барҙыр бит…
– Дөрөҫмө-юҡмы икән, кем бе­лә, – тине Таһир һүҙен дауам итеп. – Арктиканың серле иргәйелдәре хаҡында ул әкәмәт. Үҙҙәре бәләкәй буйлы, гел йәш, матур кешеләр ырыуы икән. Халҡында тылсым да, сихыр ҙа, хәйләкәрлек тә көслө, ти. Уларҙы тыуған ерҙәренән диңгеҙҙән килгән икенсе халыҡ ҡыуып ебәргәс, башҡа урын­ға, ер аҫты донъяһына, мәңге шунда ҡалыр өсөн бәхетле ҡал­ҡыулыҡ аҫтына күсәләр, мәмерйә­ләрҙә, ҡурғандарҙа йәшәй башлайҙар. Ирландияның был төркөмөн, бәләкәй кешеләр, тип йөрөтәләр. Улар торған ҡурғандар­ҙы һис тә емермәйҙәр, хатта хал­ҡын хөрмәт итәләр.
– Һе!.. – тине Булат аптырап. – Мин бәләкәй кешеләрҙе әкиәттә генә була, тип уйлағайным, ысын булһа, улар ҙа ер йөҙөндә бар икән.
– Әкиәт ысынбарлыҡтан ярала, әлбиттә, – тине Айгөл. – Тик уға фольклор персонаждары ҡушыла.
– Тимәк, беҙҙең Уралда ла ер аҫтында кешеләр йәшәгән, «Аҡъ­ял батыр» әкиәтендәге кеүек.
– Ул беҙҙең әкиәттәрҙә генә түгел. Урыҫ яҙыусыһы Павел Бажовтың яҙғандарын уҡығанығыҙ бармы? Һис шикһеҙ, бар. Уның әкиәттәре буйынса Урал тауҙарындағы ғәжәп хәлдәр хаҡында күпме кинолар төшөрөлдө! Баҡыр Тау Хужабикәһе ҡайҙа йәшәгән? Тау эсендә. Көнбайыштан күсенеш башланмаһа, булат ҡоросона эйәләшмәһәләр, был әкиәттәр булмаҫ ине. – Айгөл көрһөнөп ҡуй­ҙы. – «Алтынсәс» әкиәтендә Бажов былай тип яҙа: «Был хәл бик борон булған. Урал ерендә ул ваҡытта беҙҙең урыҫтар бөтөнләйгә күренмәгән-йәшәмәгән». Бажовты «Кеше мөғжизәһенең йырсыһы» тип атайҙар. 12 әкиәтендә лә ул беҙҙең Уралдың хазинаһы – ер аҫты байлыҡтары хаҡында яҙа. Һүҙ юҡ, ундай ҡиммәтте күрмәгәндәр араһында ыҙғыш-талаш гел генә ҡубып тора инде…
– Эй, Уралтау-Уралтау… – тине Тарауыл ҡарт һәм тағы ла нимәлер әйтергә уйланы, тик үҙенә баҡҡан балаларҙы һиҙгәс, ҡулын һелтәне лә көрһөнөп ҡуйҙы. Бөтәһе лә шымып ҡалды. Ҡапыл көҙгө артындағы Аҡъял батыр уларға боролоп ҡарағандай булды.

 

– Балалар, Аҡъял батыр һеҙҙе үҙе янына саҡырған кеүек. Йә, Хисмәттәр торағына барған кеүек, Күктән төшәһегеҙме әллә алдына сығаһығыҙмы?
Айгөл көлөмһөрәне, оялған кеүек, ләкин саялыҡ менән:
– Тарауыл олатай, беҙ Аҡъял батыр артынан йүгерәйек тә: «Аҡъ­ял батыр ағай, беҙҙе лә донъя күрергә үҙегеҙ менән алығыҙсы!» – тип өндәшәйек.
Булат менән Таһир бер-береһенә ҡарап, ҡысҡырып көлөп ебәр­ҙе.
– Беҙ нимә, Айгөл, Аҡъял батыр артынан йүгерергә, бәләкәй балалармы ни? Күрер ҙә көлөр һәм бөтөнләйгә алмаҫ. Аҙаҡ тағы йүгерербеҙме?
– Борсолмағыҙ, егеттәр, һеңлегеҙ дөрөҫ әйтә. Ә хәҙер, минең кәңәшемде тотоп, көҙгө эсенә инегеҙ. – Аҡһаҡал доға уҡыны ла тылсым таяғын алға һуҙҙы. – Хәйерле сәғәттә, балалар!
Алтын көҙгө һуҙылды. Ағас япраҡтарының шаулауы, йылға аҡҡан тауыш ишетелде. Тара­уыл ҡартҡа рәхмәт әйтә-әйтә, сәйәхәтселәр етәкләшеп, төрлө төҫтәрҙә балҡып, үҙенә тартып тор­ған йәйғор аҫтына инеп юғал­ды.
…Тирмә эсенән ҡарағанда яй ғына китеп барған кеүек күренгән, әле шәп-шәп, оҙон аҙымдар менән атлаған Аҡъял батырҙы Булат көскә ҡыуып етте.
– Тиҙерәк булығыҙ! Шәберәк йүгерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы арттағыларға.
– Йүгерәбеҙ!.. Үҙең туҡтата тор! Аҡъял батыр! Тороп тор!
– Аҡъял батыр, беҙҙе лә үҙең менән ал!.. Аҡъял батыр…
Аҡъял батыр туҡтаны ла артына боролоп ҡараны. Күҙенә төшкән, ел тараған ҡуңыр сәсен һыпырып, йыш-йыш тын алып, үҙе артынан килеп еткән йәш егеттәргә ҡарап, аптырап китте. Аҡһаҡал иҫкәртеүенсә, Айгөлдөң кейеме лә ағаларына оҡшаған, сәсе ҡыҫҡа бишмәт аҫтына һалынған ине.
– Йә, һөйләп ебәрегеҙ, ер аҫтынан сыҡтығыҙмы әллә Күктән осоп килдегеҙме? – тип һораны Аҡъял батыр балаларҙың сәләмен алғас. – Ниңә арттан төштөгөҙ?
– Беҙ ни, Аҡъял батыр, һеҙҙең ил гиҙергә, башҡорт ерҙәрен иңләргә, башҡа кешеләрҙең нисек йәшәүен күрергә сығып киткәнегеҙҙе иртәнсәк кенә ишеттек тә… – Булат ныҡышмалыҡ һирпеп тор­ған күҙҙәре менән батырға ҡараны. – Әгәр риза булһағыҙ, һеҙҙең менән бергә сәйәхәттә йөрөргә уйлайбыҙ.
– Рөхсәт итегеҙ беҙгә, Аҡъял батыр.
– Беҙ һеҙгә ҡамасауламаҫбыҙ, юлдаш та булырбыҙ.
– Ҡылысыбыҙ булмаһа ла, уҡ-һаҙағыбыҙ бар, яҙлыҡтырмай ата ла беләбеҙ, юлда ниндәй генә хәлдәр булмаҫ…
Шул саҡта ғына Айгөл ағайҙарында ғына түгел, үҙенең дә яурынында уҡ-һаҙаҡ эленеп торғанын күрҙе. «Тарауыл олатайға мең рәхмәт, – тип уйланы ул һәм ысын күңеленән йылы тойғоһон белдерергә теләгәндәй, кеҫәһендә ятҡан бәләкәй генә йомро көҙгөһөн һыйпап ҡуйҙы. – Беҙгә ни­мә кәрәк, барыһын да белеп тора».
– Ә һеҙ кем нәҫеленән һуң? – тип ҡыҙыҡһынып һораны Аҡъял батыр. – Мин үҙем – Урал тауы буйындағы ауылдан, Батырша исемле ил батырының уланы.
Ағайҙары Айгөлгә һораулы ҡараш ташланы, сөнки улар ҡыҙҙың башҡорт халыҡ әкиәттәрен йыш ҡына уҡып, ундағы геройҙар менән һәр саҡ китап аша осрашып торғанын белә ине.
– Ә беҙ – Тимербулат батырҙың ейәндәре, бәлки, уның хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр, Аҡъял батыр ағай?
– Эйе, атайым һөйләгәйне уның хаҡында. Ер аҫты батшалығына төшөп, ике башлы йыландарҙан ыҙа сиккән ҡаланы ҡотҡарған, тигәйне.
– Эйе, – тине Айгөл, әкиәттең йөкмәткеһен белгәнгә күрә. – Уға бер аҡыллы ҡарт ярҙам иткән. Серле яулыҡ биргән дә: «Кеҫәңә һалып ҡуй, әгәр ауыр хәлгә ҡал­һаң, һелкетеп ал», – тигән. Ҡала халҡын ҡурҡытып, һәләк итеп йөрөгән ике башлы йыландарҙы ҡылысы менән ҡыра башлаған. Еңелмәгән ул, бөтәһен дә яуыздарҙан таҙартҡас, шатланып, халыҡ тәбрикләүе аҫтында урам буйлап йөрөгәндә иҫ киткес һылыу бер ҡыҙҙы осрата. Ә тегеһе уны бик матур бер һарайға алып китә лә инеүҙәре була, ҡот осҡос бер ҙур йыланға әйләнгәс, тиҙ генә олатайымды тере килеш ҡурырға бойора. Ни эшләргә? Олатайым яулыҡты һелкеп ебәрә һәм ҡапыл аҡыллы ҡарт пәйҙә була. Үҙе ашығып серле таяғын болғай, һарайҙы ут диңгеҙе ҡап­лай. Аҙаҡ ҡарт олатайыма: «Әгәр һин йылан батшаны һаҡлаған ике башлылар­ҙы ҡырып бөтмәһәң, мин был һарайға үтеп инә алмаҫ инем», – тип рәхмәтен белдергән. Ер аҫты ҡалаһы, шулай итеп, йылан батшаның иҙеүенән ҡотолған. Аҡъял батыр ағай, рөхсәт итсе беҙгә лә һиңә юлдаш булырға, – тип һүҙен тамамлай Айгөл.
– Тимербулат батыр ейәндәренең үтенесен кире ҡағып булмаҫ, – тип йылмайҙы Аҡъял батыр. – Еңелеүҙе белмәгән батыр­ҙан батырҙар тыуа. Алға, егеттәр!
Сәйәхәтселәр оҙон юл үтә: бейек тауҙарға артылалар, ҡара урмандарҙы гиҙәләр, тәрән йыл­ғаларҙы кисәләр һәм Башҡорт иленең икһеҙ-сикһеҙ булыуына аптырайҙар, иҫ киткес матур, гүзәл булыуына һоҡланалар.
Үҙ-ара күңелле һөйләшеп атлайҙар. Аҡъял батыр йәштәрҙең үҙенең һорауҙарына дөрөҫ яуап биреүҙәренә, күп нәмәне белеүҙәренә ғәжәпләнеп бара. Ҙур тау итәгенән үткәндә ул ял итергә тәҡдим итә.
– Әйҙәгеҙ, бер аҙ хәл йыйып алайыҡ, арығанһығыҙҙыр. Ай киткән, йыл киткән кеүек юл үттек. Анау яҫы таш урындыҡ кеүек бит, шунда ултырып, тамаҡ ялғайыҡ.
Ял итергә лә, ашарға ла өлгөрмәнеләр, яҡында ғына бер кешенең тирә-яҡҡа саң борҡотоп, шаңғыратып, тау-таш аҡтарып, бер үҙе йөрөүен күрҙеләр.
– Кем икән? Бындай хәлде күргәнем юҡ әлегә. Әйҙәгеҙ, янына барайыҡ, дуҫтар, танышайыҡ, – тине Аҡъял батыр һәм шул яҡҡа атланы.
Булат нимәлер әйтергә ынтыл­ғайны ла, Айгөл уның бишмәт сал­ғыйынан тотоп, бармағын ирененә килтерҙе.
– Ашыҡма…
– Беҙ ҙә Аҡъял батыр ағайҙың артынан ҡалмайыҡ, улайһа, – тине Таһир. Теге кеше Аҡъял батыр менән дуҫтарса һаулыҡ һорашты, балаларҙың да сәләменә баш ҡаҡты.
– Эй, ағай, һин кем ул? Нишләп саң борҡотоп, тау-таш аҡтарып йөрөйһөң? – тип һораны Аҡъял батыр аптырап.
– Бына тауҙарҙы күсереп йөрөйөм, – тип яуап бирҙе теге ке­ше, еңе менән тирләгән маңлайын һөртөп. – Һөнәрем шул.
– Эш юҡта эш тапҡанһың икән, – тине Аҡъял батыр, төньяҡ­ҡа һуҙылып киткән бейек, күк­һел, осонда аҡ болот уралған тауҙар­ға ҡарап. – Кемгә файҙаһы бар һуң тауҙарҙы күсереп ултыртыу­ҙан?
– Тау раббыһы шулай ҡушты. Уны минән башҡа бер кем дә эшләй алмай. Ана, күрәһегеҙме, күккә күтәрелгән бер тауҙың башы күренеп тора. Беләһегеҙме, ул шундай бейек!.. Ғаләм менән бәйләнешле. Шуға күрә лә Тау раббыһы үҙен һаҡларға ҡуша. Кисә эргәһенә тағы берәүҙе күсереп ултырттым, тик уныһы бәләкәйерәк. Серле урын – күп төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы. Хатта оло йылға сығанаҡ алған ике бәләкәй күле лә бар.
– Ниндәй тау хаҡында һөйләй икән был кеше? – тип шыбырланы Таһир ипләп кенә. – Серле, тип әйтә бит әле…
– Ирәмәл түгелме икән? – тине Булат та шым ғына. – Көньяҡ Уралда бейеклеге буйынса икенсе урынды алып тора ул.
– Эйе, ул тау – Ирәмәл… – тине Айгөл һәм ағаларына әлегә һөйләшмәҫкә ҡушты.
– Тауҙарҙы күсерәм, тиһең инде, беҙҙең тирәлә күптән йәшәйһегеҙме, ниндәй хәлдәр бар? – Аҡъял батыр көлөп ебәрҙе. – Ысынлап та, исемең кем һуң?
– Мин үҙем Тау батыр булам. Бик күп замандан бирле ошо тау­ҙар араһында йәшәйем. Яҡын-тирәлә ауылдар юҡ. Булғандары ла бынан бер нисә йөҙ саҡрымдарҙа ғына.
– Исемеңде әйттең, Тау батыр, рәхмәт. Бая ниндәй серле тау хаҡында һөйләй башлағайның әле?
– Мин Уралдағы бөтә тау исемдәрен дә беләм. Урал – Башҡорт иле. Шуға күрә тауҙарға ла исемде улар ҡушҡан. Ә теге серле тау­ҙың исеме – Ирәмәл. Ғорур ир-егет кеүек ерҙән күккә ҡалҡып тора.
– Әмәл – ер, тигәнде аңлата… – тип тағы шыбырланы Айгөл һәм үҙенсә һығымта яһап ҡуйҙы. – Тимәк, Ирәмәл – ир ере – баш­ҡорт иренең ере, тигән һүҙ була.
– Дөрөҫ әйтәһеңме – юҡмы, уныһы миңә билдәһеҙ, – тип йылмайҙы Таһир, – һин барыбер тел ғалимы буласаҡһың, Айгөл. Төптән уйлайһың, ныҡ ҡыҙыҡһынаһың.
– Өләсәйебеҙ әйтмешләй, фәрештәнең, амин, тигән мәленә тура килһен, – тине Булат та, – әйҙәгеҙ, тағы нимә һөйләй икән Тау батыр ағай, тыңлайыҡ.
– Эйе, серле тау ул Ирәмәл, – тип һүҙен дауам итте Тау батыр, балаларҙың иғтибар менән тыңларға йыйыныуын һиҙгәс. – Баш­ҡорт еренең Тәңре Йыһаны менән бәйләнгән киҫәге. Шуға ла Ирәмәлде Ерҙең кендеге, тиҙәр борон-борондан. Иҫ киткес ғәжәп яғы ла ошо ерлектән: беҙгә йәнәш башҡа донъяларға күсә ала тор­ған урын иҫәпләнә. Бындағы тәбиғәткә лә бик ныҡ тәьҫир итә – ҡатмарлы. Тирә-яҡтағы торош тиҙ алмашына: ҡапыл көслө ел иҫеп ебәрә, ҡышын оҙайлы бурандар була, ҡар йыш яуа. Йәйен яуым-төшөм көслө, томанлы көндәр 200-гә барып етә. Тау бушлығынан торған 4 бүлкәте бар. Ана шунда кешеләр юғала ла инде… Мин үҙем тауҙар араһында ни теләйем – шуны ҡыланмайым, Тау раббыһы бойороғон ғына үтәйем. Ирәмәлдең аҡҡоштарға бай төпһөҙ күлен дә, ағып сыҡҡан шишмәләрен дә ҡараштырам.
Тау батыр һөйләүенән ҡапыл туҡтаны ла көлөп ебәрҙе һәм Аҡъ­ял батырҙан:
– Бер самауыр сәй эскәндәй һөйләштек, ә һин үҙең кем булаһың һуң, егет? – тип һораны. – Балаларҙы ла эйәртеп алғанһың.
– Мин Аҡъял батыр булам. Ер-һыу тикшерергә, донъя күрергә сығып киттем. Йәш дуҫтарымды ла таптым. – Аҡъял батыр һәр кемдең исемен, ниндәй нәҫелдән булыуын әйтте. – Бына һиңә лә осраныҡ. Йөрөйһө ерҙәр күп әле, ярай, беҙ китәйек, эшең менән бул. Тауҙарҙы һаҡлау – изге бурыс.
Юлсылар уҡ-һаҙағын аҫып, ҡуҙғалып китә башланы.
– Донъя күрергә мине лә алығыҙ, – тине Тау батыр. – Берәүҙән икәү яҡшы, икәүҙән өсәү яҡшы, тиҙәр, юлдаш булырмын. Барыбер тау араһында йөрөйһөгөҙ бит.
– Ярай, улай булғас, әйҙә, киттек, – тине Аҡъял батыр уны-быны уйлап тормайынса, – бергә-бергә күңеллерәк булыр, тағы тауҙар тураһында һөйләрһең, йәштәр белем алыр.
Ял итә-итә, Тау батырҙың күстәнәстәре менән туҡланып, сәфәрҙәрен дауам иттеләр. Ғәҙәттәгесә, ике батыр алдан юл ярып барҙы. Нимәлер һөйләшәләр, көлөшәләр. Ирәмәл тауындағы ғәжәп күренештәр балаларға ныҡ тәьҫир итте, шикелле, һаман да шауҡымынан тиҙ генә айырыла алманылар.
– Ирәмәл тауы беҙгә яҡын, йыш ҡына барып торабыҙ. Ул кешеләргә көс, ҡеүәт, илһам бирә. «Ирәмәл тауы аҫты ысын гәлсәр. Уны ватырға, тураҡларға һәм бысратырға ярамай. Тау эйәһе асыу­ланһа, туфан һыуы ҡалҡыр, ахырызаман да булыр», – тигән оло шәхесебеҙ Зәйнулла ишан Рәсүлев.
– Тураҡлауын тураҡламаҫтар, ләкин бысратыуҙары көн кеүек асыҡ, – тине Айгөл көрһөнөп, – Бөгөн экология тигән нәмәгә иғтибар бирмәйҙәр, тәрбиә юҡ.
– Хәстәрле хужаһы булмаған ер – етем, тиҙәр. Битарафлыҡ та көслө хәҙер.
– Икеһе лә бергә ҡушыла, Таһир. Ысынлап та, Айгөл әйтмешләй, кешеләрҙең экологик тәрбиәһеҙлеге арҡаһында тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙ ҙур зыян күрә. Бары тик тәләфләнмәгән тәбиғәт кенә беҙгә көс бирә, ижад­ҡа рухландыра. Ирәмәл тауы 1965 йылдан алып тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә. Быны бөтәһе лә белә. Тауға изге маҡсат менән килгәндәр был урынға ихтирам менән ҡарай, ә ҡайһы берәүҙәре ял итеү төйәге тип иҫәпләй. Шундайҙар арҡаһында изге тау сүп-сар мөйөшөнә әүерелә: быяла ярсыҡтары, кәнсир, полиэтилен һауыттары, тәмәке ҡаптары тулып ята. Ирәмәлдең башына ҡуйылған тәре, таштарға яҙылған яҙыуҙар, төрлө һүрәттәр күңелде ҡыра. Үкенескә ҡаршы, машина юлдары ла һалынып бөттө, тәртипһеҙлек йылдан-йыл арта, шулай итеп, тәбиғәт бысрана. Тау батыр һөйләгән тауҙан ағып сыҡҡан, сылтырап ятҡан шишмәләрҙән бөтөнләй һыу китте – юғалды, аҡҡоштарға бай төпһөҙ күл һаҙлыҡҡа әйләнде. Йәнлектәр кәмей, сәскәләрҙең, дарыу үләндәренең һирәк осрай торған төр­ҙәре бөтә бара. Сөнки өҫтәренән тәгәрмәс тапап үткән ҡайһы бер үҫемлектәр бер ҡасан да терелә алмай…
Булат арыған кеүек шымып, туҡтап ҡалды. Айгөл менән Таһир­ға уға ҡушылып, ниндәйҙер һүҙ әйтеүе бик тә ауыр ине. Ләкин Булат тынманы, төйөлгән йоҙроғон ауырттырғансы янында тор­ған ағас ҡайырына һуҡты ла шәберәк атлап китте.
Етмәһә, сит кешеләр төрлө яҡтарҙан килеп, Ирәмәл тауының матур, хозур тәбиғәтле тау биттәренән ер урыны һатып ала башланы.
– Беҙҙә лә шулай, – тине аптыраған тауыш менән Таһир. – Ҡыҙыл йылғаһы буйында ултыр­ған ауылдар ҙа яттар төйәгенә әүерелә бара…
Ағаларына ҡушылмай, һүҙһеҙ тыңлап барған Айгөл иренен генә ҡымтыны, ләкин түҙеме бөткәс, ауыр әңгәмәгә нөктә ҡуйырға ашыҡты. Уның йөрәге лә сабыр­һыҙланып тибә ине.
– Ирәмәлде беҙгә атай-олатай­ҙарыбыҙ – ҡанбабаларыбыҙ аманат ере итеп, инселәп, мираҫ итеп ҡалдырған. Уның бысраныуында ситтәрҙең эше лә юҡ. Сөнки башҡорт ере – уларҙың үҙене­ке түгел. Изге тау өсөн генә йө­рә­гебеҙ әрней. Тыуған йәнтөйәгебеҙҙе һатып, кеҫәләре аҡсаға тул­ғандар беҙҙең быуын алдында, балалары ҡаршыһында яуап биргәндә нисегерәк күҙебеҙгә ҡарар икән? Ә бит ситтәр­ҙән түгел, улар­ҙан һорау аласаҡбыҙ. Һис бирмәгән башҡорт Уралын, тигән ҡаты антты онотмаһындар!

 

Йәштәрҙең артта ҡалғанын күргән Аҡъял батыр, ҡулын болғап, уларҙы ашыҡтырҙы.
– Әллә әкиәт һөйләп киләһегеҙ инде, бигерәк аҡрынһығыҙ, – тине.
– Беҙ ни әлеге лә баяғы тауҙар хаҡында һөйләшәбеҙ, – тине Айгөл.
– Тау батыр ағай, беҙҙең Баш­ҡорт илендә Ирәмәлдән башҡа тағы изге тауҙар бармы? – тигән һорау менән әңгәмәне ялғаны Булат. – Белгебеҙ килә…
– Улай икән, әйтәйем. Тәңре тарафынан башҡорт халҡына тәғәйенләнгән Урал тауҙары – изгеләрҙән-изгеһе. Тау раббыһы шулай тине. Ә инде һаналғандың икенсеһе Торатау булыр.
– Торатау?!. – Балалар бер-береһенә ҡарап алды. Ул тау хаҡында ишеткәндәре бар ине уларҙың, шулай ҙа Тау батырҙың һөйләүе ҡыҙыҡһындырҙы.
– Исеме бик ҡыҙыҡ икән. – Айгөл йылмайып ебәрҙе. – Эй, тау, мәңге урыныңда тор, тигән кеүек яңғырай.
– Бәлки, шулайҙыр ҙа… – Таһир­ҙың тауышы етди ине. – Халыҡ белеп ҡуша.
– Дөрөҫ әйтәһең, Тау раббыһы уға урынынан ҡуҙғалмай, башта үҙе нисек ҡойоп ҡуйған, шулай торорға ҡушҡан.
– Ә ниңә ҡуҙғалмаҫҡа тейеш ул? – Булат ҡәнәғәтле тауыш менән алдағы тау теҙмәләренә ҡараны. – Ололар әйтмешләй, Аллаға шөкөр, Уралда тауҙар ҡуҙғал­ғаны юҡ әле вулкан илдәрендәге кеүек.
– Тау раббыһы ҡуҙғатмаҫ та ул, әҙәм үҙе аҡтарырға мөмкин. Был хәл була ҡалһа, ғәрәсәт ҡубасаҡ. Бәлки, Еребеҙҙе ут ялмап, йәһәннәмгә осоп китербеҙ…
– Сәбәптәре барҙыр инде, – тине Таһир моңһоу тауыш менән.
– Тауҙа әүлиәләр ерләнгәнен ишеттем, шуға ярамайҙыр, – тине Айгөл.
– Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Тау раббыһы ла һаҡлай уларҙың тыныслығын. Ихтирам йөҙөнән ҡа­ты, ҡара таштарҙы алып ташлатты ла үҙе өйгән йомшаҡ, аҡтарын ғына ҡалдыртты. Был тауҙы ла әүлиәләр әйтеп ҡалдырғанса, халыҡ, Торатау – Ер кендеге, ти. Ерҙең кендеге ныҡ булырға тейеш, шуға ла янына йәнәш баҫтырып, ауырлығы меңәрләгән баҫмаҡлы тауҙарҙы күсереп ултырттым. Был Торатау, Ер күсәре, зыян күрмәһен өсөн мәңгелеккә ошо урында торорға тейеш. Изге тауҙы йолҡорға аҡылы булған түрә кеше бойороҡ биреп ултырмаҫ, тип уйлайым. Киреһенсә, уның янындағы шифалы шишмәне һәр саҡ таҙартып, тауға рәхмәт әйтеп, бүләкләп торорға кәрәк. Тау раббыһы халыҡҡа шундай бурыс ҡуйҙы.
– Рәхмәт, Тау батыр ағай, был тау хаҡында ла белдек. – Өсөһө бер юлы, Тау раббыһына ла рәхмәт белдереп, тау яңғыратып ҡыс­ҡырҙы. – Мәңге урынында тор­һон, Торатау! Күктәгеләрҙән дә, ерҙәгеләрҙән дә шуны һорай­быҙ!
– Эшең ауыр, бик кәрәкле, – ти­не Аҡъял батыр. – Бына балалар ҙа тағы бер изге тау хаҡында белде.
Ҡәнәғәтле йөҙ менән Тау батыр башын ҡаҡты. Ул тау һуҡмаҡтарын яҡшы белә ине, ғәҙәттәгесә, тирә-яҡ менән танышып, күңелле генә әңгәмәләшеп, юлдарын дауам иттеләр. Әлбиттә, йәштәр шымып барманы, һорауҙары бөтмәне.
– Тау батыр ағай, тау аҫтында ятҡан алтын-көмөштө лә күргәнегеҙ барҙыр. Ҡайҙа ятҡанын да беләһегеҙҙер. – Булат һиҙҙермәй генә Таһирға күҙ ҡыҫты. – Моғайын, уларға һеҙ хужаһығыҙ­ҙыр?
– Мин түгел, Тау раббыһы хужа, ә үҙем – уның ярҙамсыһы. Әлбиттә, алтын-көмөштөң дә, аҫыл таштарҙың да ҡайҙа ятҡанын яҡшы беләм. Тик миңә тау-таш араһында соҡсоноп, алтын-көмөш йыйып йөрөргә ҡушылмаған.
– Ниңә, Тау батыр ағай? – Өсөһөнөң дә һорауы бер булды. – Тау раббыһы әллә асыуланамы?
– Юҡ, тик ҡаты ғына: «Үҙ ҡулдарың менән хазина соҡоп, кеҫәләреңде тултырып ултырма. Алтын һеҙгә бәхет килтермәйәсәк. Урал тауының хазина һандығын асырһығыҙ ҙа ул, Тәңре биргән байлыҡ менән илде байытып, иркен йәшәргә уйлар­һығыҙ ҙа ул, тик Башҡорт ерен ҡулсаға алып, баҫҡынсылар йылдан-йыл күбәйер. Һуғыш асырҙар, байлыҡ талап йыйып, халыҡты ҡол итергә тырышырҙар. Илбаҫар­ҙарҙан Урал тауын һаҡлап, бер туҡтауһыҙ алыш барыр. Хазина һандығы бушаһа, киҫкеләнеп, бүлгеләнеп, сит-яттарҙан тороп ҡалған ерегеҙ ус аяһындай ғына булыр, уныһын да инде һаҡлай алмаһағыҙ, иле­геҙ ҡорор» – тине күрәҙәлек итеп.
– Кәрәк булһа, көрәшербеҙ! Илде баҫҡынсыларҙан яҡлау – изге бурыс. Батырҙарыбыҙ өлгө булып тора беҙгә! – тине Аҡъял батыр һәм йәш дуҫтарына ҡараны. – Хазина һандығыбыҙҙы һаҡларлыҡ егеттәребеҙ ҙә үҫә беҙ­ҙең!
Бөгөнгө көндө яҡшы белгән сәйәхәтселәр шым ғына һүҙһеҙ баш ҡаҡты.
– Әлегә тиклем алтын ҡаҙып маташманым, Тау раббыһының һүҙенән һис тә сыҡманым. Тик бына тауҙар араһында йөрөп, йәшлегемдең үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалдым – кәләш алырға кәрәк ине… Иркен итеп йорт һалып, муллыҡта, байлыҡта тормош көтөргә мәл етте ағайығыҙға ла…
Аҡъял батыр уның тел төбөн һиҙҙе, буғай, шулай ҙа хыялын кирегә ҡайырманы, арҡаһынан ипләп кенә ҡағып ҡуйҙы.
– Тик Тау раббыһынан алған бу­рысыңды онотма, яраймы, – тине.
– Үҙем дә аңлайым да ул… – тиеүҙән башҡа һүҙ тапманы Тау батыр.
– Улайһа, тау юлын дауам итәйек, – тине йылмайған килеш Аҡъ­ял батыр, тик элеккесә ниңәлер ашыҡмай атланы, балаларға хәл биргәндәй, аҙымын яйлатты.
Булат та тауҙар хаҡында үҙ фекерен әйтте.
– Борон-борондан хатта беҙ­ҙән бик алыҫта йәшәгән халыҡтар ҙа Урал тауын изге, әүлиәләр йәшәгән ил, тип иҫәпләй. Әүлиәләр, ысынлап та, ил киләсәген алдан белеп иҫкәрткән шул.
– Әүлиәләр әйтә килә, әйтә ки­лә, ә беҙ һаман ишетмәмешкә һалышабыҙ, һуң тау сит илдеке лә, хатта күрше өлкәләрҙеке лә түгел, беҙҙеке, Башҡорт илене­ке! – Таһир башы әйләнгәндәй, сай­ҡалып ҡуйҙы. – Өләсәй әйтмешләй, туңбаштар түгелбеҙ ҙә инде, ҡаныбыҙға һеңгәндер бит борон-борондан килгән илһөйәрлек хисе. Ябай итеп әйткәндә, ҡорал күтәреп, һинең өйөңдө талап, шыр яланғас ҡалдырып, тапап сығып китһәләр, нимә эшләр инең? Илай­һыңмы, түҙәһеңме, әллә ҡалдыҡ-болдоҡ нәмәңде муҡсайыңа һалып, тыуған илеңдән төңөлөп, баш һуҡҡан яҡҡа китеп бараһыңмы? Изге тауҙар беҙҙән ошо һорауға яуап биреүҙе һорай.
– Эй, Таһир, Таһир… Ошоға тик­лем беҙҙең ер-һыуыбыҙға ҡаты закон индерелгәне булмаған… Хатта элекке мәлдә лә… Бөгөнгө ҡоролош – ҡырағай капитализм, быны бөтә Рәсәй халҡы белә. Сөнки илдә олигархтар ҙа, хәйерсе кешеләр ҙә етерлек. Тигеҙһеҙлек… Кем быға ғәйепле һуң?
– Һорауҙар етерлек беҙҙең быуынға… – тип тәрән уйға ҡалып, әкрен генә әйтеп ҡуйҙы Айгөл. – Тик ошо минутта ҡайҙа йөрөгәнде онотмайыҡ, шәберәк атлайыҡ. Ана, Аҡъял батыр артына ҡарап-ҡарап ала, һаман әкиәт һөйләй­ҙәрҙер, тип уйлайҙыр әле.
– Ҡара урман башланды, аҙашып ҡуймағыҙ, – тип ҡаршы ал­ды уларҙы Аҡъял батыр һәм туҡтарға ҡушып, ҡулы менән ишара яһаны. – Алда тағы ниндәйҙер тауыш ишетелә, йыртҡыстыҡына оҡшамаған былай.
– Берәй ҡурҡыныс хәлгә осрап ҡуймайыҡ, – тип аптырашта ҡалды Тау батыр. –Ҡоралдарығыҙҙы әҙер тотоғоҙ, егеттәр!
Булат менән Таһир ғына түгел, Айгөл дә һаҙағынан уғын алып, керешенә ҡуйҙы. Ул икенсе йыл инде мәктәптең уҡсылар түңәрәгенә йөрөй ине.
– Ҡурҡмағыҙ. Яҡыныраҡ барайыҡ. Ҡарайыҡ, – тине Аҡъял батыр.
Уның артынан шым ғына атланылар. Тауыш килгән яҡҡа барып етер-етмәҫтән, шыбыр-шыбыр һөйләшкән, ипләп кенә көлә башлаған балаларҙы Тау батыр туҡтатты.
– Шымығыҙ, Алпамыша йөрөй шикелле, уның менән осрашмаҫҡа кәрәк ине…
Ләкин ул Алпамыша булмай сыҡты. Ағастарҙы тамырҙары менән ҡутарып, икенсе урынға алып барып ултыртып йөрөгән кеше ине. Эш менән мауығып, үҙе янына килеп баҫҡандарҙы ла абайламаны ул. Ҡысҡырып һаулыҡ һорашҡас, ултыртҡан ағасын яҡшылап күмгәндән һуң ғына артына боролоп ҡараны.
– Ағай, ни эшләүең былай? – тип һораны Аҡъял батыр аптырап. – Бөтә урман шаулап тора, етмә­һә, бер үҙең генәһең.
– Анау ерҙән бынау ергә ағас­тарҙы күсереп ултыртып йөрөгән баш. Тегендә урман хәтһеҙ ҡуйырып киткән, ә бында һирәгәйгән. Тәртип кәрәк бөтә ерҙә. – Бер нәмәнән дә шикләнмәй, батырҙар янына килеп, үҙе менән таныштырҙы. – Мин – Урман батыр, ә һеҙ кем булаһығыҙ һуң? – тип һораны.
– Мин үҙем Аҡъял батыр булам, – тине Аҡъял батыр һәм башҡалар менән дә таныштырып сыҡты, сәфәренең маҡсатын белдерҙе. – Ошо йөрөүҙә ер-һыу, ил күрергә сығып киткәйнем, юлда йәш сәйәхәтселәрҙе, тауҙарҙа Тау батырҙы осраттым да бергәләп йөрөп ятабыҙ. Хәҙер килеп, бына һин тап булдың.
Урман батыр ҡыуанып китте, балаларға йылы ҡараш ташла­ны.
– Улай булғас ни, мине лә үҙегеҙ менән алығыҙ. Уралыбыҙҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ төрлө ағастар үҫкән, йәйрәп ятҡан урманды күр­һәтермен, иҫегеҙ китер.
– Ярай, бергәләштә булһын, – тип ризалығын биргән Аҡъял батыр Урман батырҙың яурынына ҡулын һалып. – Бергәләп ер-һыу­ҙы күреп йөрөргә тағы бер юлдаш ҡушылһын, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәштәр?
Аҡъял батыр тәҡдименә ҡуш ҡуллап, барыһы ла риза булды. Урман батыр һалған һуҡмаҡ ярай­һы ғына киң булып сыҡты. Яңғырауыҡлы тауыш менән һөйләгәне лә әллә ҡайҙарға ишетелеп тор­ҙо.
– Урман раббыһы һүҙенән сы­ғып булмай. Ул мине бында һаҡсы, урман ҡарауылсыһы итеп ҡуй­ҙы. Мин һинең турала, Тау батыр, ишеттем-ишетеүен, тик бығаса юлдарыбыҙ киҫешмәгән икән. Бына әле осрашырға яҙҙы. Беҙ икәү Тау батыр менән бергә изге тауҙарҙы, урман, йылға-шишмәләрҙе, хатта әүлиә ҡәберҙәрен дә һаҡларға тейешбеҙ. Ер өҫтөндә, Уралда әлегә барыһы ла тыныс күренә.
Батырҙарҙы тыңлай-тыңлай артта барған йәш сәйәхәтселәр ҙә әкрен генә үҙ-ара һөйләшеп бар­ҙы.
– Бына бит әкиәттәр ҙә тарихыбыҙҙың бер өлөшөн күрһәтә, – тине Айгөл, алдан барған батырҙарға күрһәтеп, – әлбиттә, «Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының иң боронғо тарихын һүрәтләгән тел яҙмаһы. Быны бөтәһе лә белә. Уға хатта 13 мең йыл, тиҙәр.
– Нух пәйғәмбәр ҙә мифик зат түгел, 11 мең йыл элек туфан һыуы ҡалҡыуы билдәле, – Айгөлгә Шүлгәнташ тарихын яҡ­шы белгән Булат ҡушылды. – Ысынлап та, эпостағы айырым персонаждар ҙа – тарихи шәхестәр. Башҡорт­останда Йәнбикә шишмәһе, Йәнбирҙе тауы, Алпамыша ҡәбере бар.
Таһир ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Ул Алпамыша батыр әкиәттә генә түгел, беҙҙең Бөрйән урман­дарында ла йәшәй икән, шул дөрөҫмө, Булат? Берәйһе күргәне бармы һуң?
– Бар, бар… Аҙаҡ ул турала һөйләрмен, ҡара урман эсенән атлайбыҙ, батырҙарҙан ҡалмаҫҡа тырышайыҡ, юғиһә, Алпамыша беҙҙе күҙәтеп килер ҙә берәй ерҙә тотоп та алыр. – Булат Таһир­ға ҡарап күҙ ҡыҫты. – Ҡыҙҙарҙы ярата, тиҙәр…
– Кит, ҡурҡытма, – Айгөл ағаларының алдына төшөп алды. – Тарауыл олатайға рәхмәт инде, кедаларыбыҙҙы ярай алмаштырмаған, бының менән рәхәт. Үҙе еңел дә. Юғиһә, анау сарыҡ ситек менән атлап ҡара әле, ярты йәнең сығыр, ер аҫты иленә төшөп тә булмаҫ, кире Шүлгәнташҡа осорбоҙ, ояты ни тора!
– Бына шуға ла Тарауыл олатай кедаларҙы аяҡҡа йәбештергән ул. – Булаттың йөҙөндә ғорурлыҡ билдәһе балҡып китте. – Үткәнде лә, киләсәкте лә белә.
Бындай күрәҙәсе, белемле олатай тик Уралда ғына, Шүлгәнташта йәшәй!
Бер-береһенә ҡарап, күңелдәре күтәрелеп, йылмайып ебәрҙеләр.
– Артта ҡалдыҡ шикелле, ана, Аҡъял батыр ағай тағы ҡулын бол­ғай. – Таһир Айгөлдө етәкләп ал­ды. – Шәберәк атлайыҡ…
Аҡъял батыр уларҙы йылмайып ҡаршы алды.
– Етерлек тау артылдыҡ, ҡара урмандарҙы ла үттек, алда, ана, бер йылға ялтырап ята, арыраҡ бер өй ҙә күренә. Батырҙар менән кәңәшләшеп, шунда барып, ял итеп алырға булдыҡ. Һеҙ был туҡталышҡа нисек ҡарайһығыҙ?
Әлбиттә, балалар шатланып риза булды. Өй бөтәһенә лә оҡшаны: ял итергә киң урындыҡтары ла, аш бешерергә усаҡ-ҡаҙаны ла, соланға терәтеп эшләнгән келәте лә бар ине.
– Бушҡа ваҡытты үткәрергә ярамай. Һин, Тау батыр, ит бешерә тор, ә беҙ тирә-яҡты тағы байҡап киләйек. Әлегә күрмәгән нимәләр ҙә байтаҡ был яҡтарҙа. Йәштәр ҙә риза булыр, тип уйлайым.
– Ит бешкәнсе йөрөп килергә була, – тине Булат. – Хозур икән был урын да.
– Бая артта ҡалып, Урман батырҙың әңгәмәһен ишетмәй ҡалдыҡ, – тип үкенде Таһир. – Нимә һөйләне икән?
– Ә мин келәттән бер бәләкәй тал кәрзине алдым, – тип һөйөндө Айгөл. – Әгәр тапһам, көртмәле йыясаҡмын. Бая килгәндә бер нисәүһен ҡаптым – тәмле.
Тау батырҙы өйҙә ҡалдырып, йылға буйлап һуҙылған урман аша бәләкәй тау түбәһенә менә башланылар.
– Матур урын, – тип һоҡланды Аҡъял батыр тирә-яғына ҡарап. – Урманы ла, тауы ла, йылғаһы ла бар. Ҡарағыҙ әле, йыраҡтан урман менән ҡапланған тағы бер оло тау күренә. Иртәгеһе юлды шунан дауам итербеҙ, риза­һығыҙмы?
Үҙҙәре лә тау-урман балалары булараҡ, яйлап тирә-яҡты күҙәтеп йөрөүе күңелле ине, был улар­ға хас мәктәп ойошторған яҙғы сәйәхәт ялы һымаҡ күренде.
– Әлбиттә, ризабыҙ, – тине Айгөл ҡулындағы буш кәрзинен бол­ғап. – Сәйгә көртмәле, әгәр урын ҡалһа, еләк тә йыясаҡмын.

 

– Беҙҙең яҡта хәҙер көртмәле урындары һирәгәйҙе, юҡ, тиһәң дә ярай, – тип көрһөндө Таһир, үҙенең ҡайһы быуатта йөрөгәнен онотоп. – Тиҙҙән урманһыҙ ҙа ҡалырбыҙ әле…
– Нисек юҡ? – тип аптырап китте Урман батыр. – Уралда көртмәле бөтә, тигәнде мин бер нисек тә аңламайым. Урман раббыһының рөхсәте менәнме һуң? Ҡайҙа, күрһәтегеҙ әле миңә ул урынды, ағасы һирәгәйһә, үҫентеләр ултыртайыҡ.
Айгөл Таһирға аңларлыҡ итеп, мәғәнәле ҡараш ташланы һәм хатаны тиҙ генә төҙәтергә ашыҡты.
– Ҡайһы берҙә ҡоролоҡ була, шуға күрә емеш-еләккә лә зыяны тейә…
– Бындай хәлдәрҙән һуң Урман раббыһы Урал тауының һуҙымын тикшереп сыға, шул ваҡытта миңә лә эш күбәйә: арып-талып, ялһыҙ буш ҡалған ерҙәрҙә урман үҫтерә башлайым. Урман бар икән, һыу ҙа була, кейек-хайуандар үрсеп китә, ҡоштар моңон тыңлап кинәнәһең, бал ҡорттары, бөжәктәр мыжғый. Үҙегеҙ беләһегеҙ, йәштәр, Урал тәбиғәте барлыҡҡа килгәндән бирле меңәр йылдар буйы баш­ҡорт халҡы ошо урман-тауҙар менән бергә йәшәй. Бергәлек бөт­һә, кеше өсөн дә, урман өсөн дә һуңғы замана киләсәк. Шуға күрә лә беҙҙең халыҡ Урал тәбиғәтен хәстәрләргә, һаҡсыл ҡарарға күнеккән. Урман раббыһы ҡәнәғәт быға.
Әгәр кеше бәйләнеште боҙа икән, раббыларыбыҙ беҙҙе ғәфү итмәйәсәк. Сөнки улар үҙ-ара татыу һәм хөкөмдөң иң ауырын сығарасаҡ. Онотмағыҙ был хаҡта!
– Ишеттегеҙме Урман батыр­ҙың һүҙҙәрен. Ҡарағыҙ әле, ниндәй һоҡланғыс беҙҙең Урал тауы! Ожмахтың бер өлөшөн бүләк иткән бит тәү башҡортона Тәңребеҙ! Беҙ һаҡламай, кем һаҡларға тейеш был ерҙе! Эйе, Урман батыр­ҙың эше етерлек. Күрәһегеҙ, яҡшы ла аңлайһығыҙ: урман булмаһа, бөтә тереклек Уралды ташлап китәсәк йә һәләк буласаҡ. Дым тартмаясаҡ, шуға күрә, сүллектәге һымаҡ, беҙҙә лә ямғыр яумаясаҡ, бәрхәт үләнле еребеҙ ҡатасаҡ. Хатта киң, тәрән йыл­ғаларыбыҙ ҙа һайығып ҡаласаҡ, бәлки, ҡороп та ҡуясаҡ. Тауҙарыбыҙ аҡтарылһа, урмандарыбыҙ аяуһыҙ ҡырҡылһа, тәбиғәт балаһы булып йәшәгән, йән аҫраған халыҡ та юҡҡа сығасаҡ. Беҙ юҡҡа ғына әйтмәйбеҙ. Аманат был һеҙгә.
Аҡъял батыр үҙе тулҡынланып китте, балаларға ҡараны. Тик тегеләр һүҙһеҙ ине: Таһирҙың күҙҙәренең осҡонланғаны һи­ҙелде, Булаттың сикәләре ҡы­ҙар­ҙы, Айгөл кәрзиненә ҡарап, нимә­лер шыбырланы ла башын аҫҡа эйҙе.
– Ниңә шымдығыҙ әле? – Аҡъ­ял батыр көлөп ебәрҙе. – Әллә арынығыҙмы?
– Юҡ та, – тине Айгөл. – Һеҙ­ҙең аманатығыҙ беҙҙе тәрән уйға һалды…
– Тимәк, киләсәк быуыныбыҙ Урал урманын һаҡлаясаҡ! – тине Урман батыр.
– Ә хәҙер иркенләп йөрөгөҙ, еләк йыйығыҙ, аҙашмаҫһығыҙ. Был бәләкәй тауҙан йылға ла, аҡландар ҙа, хатта өй түбәһе лә күренеп тора. Беҙ арыраҡ китәйек, һөйләшәһе һүҙебеҙ бар, – тине Аҡъял батыр.
Ике батыр балаларҙы ҡалдырып, ашыҡмай ғына тау башына менеп китте. Айгөл урман ара­һына инмәне, тау итәгенән кәрзинен тиҙерәк тултырырға тырышып, ашығып еләк йыя башланы һәм үлән өҫтөндә бер-береһенә терәлеп, һөйләшеп ултырған ағаларының һүҙенә ҡушылмай, тыңлап йөрөнө.
– Эй, – тип көрһөнөп ҡуйҙы Таһир. – Урман раббыһы күрһә ине бөгөнгө сал Урал урмандарының хәлен… Хәҙер уларҙы сит-яттар ҡырып бөтөрөп бара. Яңыраҡ ҡына урман беҙҙең халыҡтыҡы ине. Бер ағас йыҡһалар, икене ултырттылар. Ҡара көҙҙә беҙ ҡарағай тубырсыҡтары йый­ҙыҡ, ә яҙғыһын бушап ҡалған диләнкәгә үҫентеләрен ултырттыҡ. Хәҙер… – Таһир ике ҡулын эйелгән башына ҡуйып сайҡаны.
– Беләһеңме, нимә, Булат?
– Беләм. «Урман кодексы» тигән яңы закон сығарғандар.
– Бөгөн башҡорт урмандары үҙебеҙҙеке кеүек түгел. Уның менән тулыһынса хужалыҡ итә алмайбыҙ. «Урман кодексы»на ярашлы рәүештә иң шәп урмандарыбыҙ ҡуртымға бирелергә тейеш. Баш­ҡорт иленең урманлы яҡтары – Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Йылайыр райондарының күп кенә урмандары тип әйтерлек сит-яттарға ҡуртымға бирелгән дә инде.
– Ҡуртымға? Беҙҙең урмандан нимә ҡала һуң? Сүп-сармы?
– Сүп-сар ҡалһа, берәй нәмә үҫер ине… Ҡыртышы менән ялай­ҙар. Яңыраҡ урман араһында тыуып, ғүмер буйы шунда йәшәгән бер йөҙйәшәр бабай: «Элек тә, Совет власында ла бындай хәл булғаны юҡ ине», – тип донъя ҡуй­ған.
– Көлкө булһа ла, бер нәмә әйтәйем әле. – Булат ирек­һеҙҙән көлөп ҡуйҙы. – Беҙ урмандарыбыҙҙы үҙебеҙ кире ҡуртымға ала алмайбыҙмы икән? Ситтәрҙән ишеткәнем бар: «Баш­ҡортостан – шул тиклем бай ил, хазинаға күмелеп йәшәй», – тиҙәр. Бай бул­ғас, аҡса ла етерлектер… Хә­ҙер бит аҡса бөтә нәмәне хәл итә …
– Ҡыҙыҡ һөйләйһең дә инде, Булат. Әлбиттә, дөрөҫ әйтәһең. Урал – байлыҡ ояһы. Тик ул байлыҡ ҡайҙа ағыла һуң? Өфө гәзитенән уҡыным. Мәскәүҙең үҙендә ултырған бер билдәле ханым: «Башҡортостан – Рәсәй­ҙә иң һимеҙ ҡалъя, олигархтар уны аҙағына тиклем һоғонмайынса туҡтамаясаҡ», – тигән. Үҙебеҙҙең район депутаттары, журналист ағайҙар урман хаҡында сығыш яһап тора. Тик «Урман кодексы»н ашаҡлап сыға алмай­ҙар. Йәштәр ауылда ҡалып, йорт төҙөргә уйлай, ағас алыу өсөн исемлектә тора, ләкин уларға тигән йыуан-йыуан ҡарағайҙар көнөн-төнөн Мәғнит яғына китә, унан һуң төрлө яҡҡа оса. Мәҫәлән, халыҡҡа 60 мең кубометр ағас бирелергә тейеш булһа, 6-һы ғына раҫлана.
Билдәле, төп сәбәп үҙебеҙ­гә ағас ҡалмауға ҡайтып ҡала. Ә иң үкенеслеһе, бая уҡ әйттем инде, улар бит урманды тәрбиәләмәй, тейешле саралар алып бармай.
– Бер ни ҙә эшләп булмаймы икән ни?
– Был тәртипһеҙлектәре өсөн район уларҙы судҡа бирҙе. Республикала хәл итә алмағас, Силәбе, Екатеринбург судтарына мөрәжәғәт итеп ҡаранылар, ләкин, үкенескә ҡаршы, улар ҙа беҙҙең мәнфәғәтте яҡламаны.
Ер байлығын йәлләмәйҙәр. Итексе итекһеҙ, тиҙәр. Беҙ ҙә шундай хәлдә ҡалдыҡ.
– Шунан? – Булатҡа Таһирҙың ярһыулығы күсте. – Урманһыҙ ҡалырғамы? Таһир урынынан һикереп торҙо, урман яғына боролоп, ҡысҡырып ебәрҙе.
– Беҙҙекеләр эште туҡтатмаясаҡ, ғәҙеллек өсөн артабан көрәшәсәк!
Урман батыр әйтмешләй, Урман – Тәңре тарафынан халҡыбыҙ өсөн бирелгән оло байлыҡ! Урман раббыһы алдында сит­тәр түгел, беҙ яуап бирергә тейеш!
Булат Таһир эргәһенә баҫты, улар янына кәрзинен тултырған Айгөл дә килде.
– Урмандарҙың яҙмышы һәр кемде борсой, – тине Булат. – Районыбыҙҙа ҡуртым­сылар­ҙың ҙур диләнкәләре бар. Шулай уҡ сиратта беҙҙең дә кешеләр тора. Хәл бик ҡатмарлы, киҫкен, әлбиттә. Бөгөн кеше тәбиғәт байлығын 10 тапҡырға артығыраҡ файҙалана. Уға ундан бер өлөшө генә кәрәк, ә ҡалғаны нәфсеһен туйҙырырға китә. Һөҙөмтәлә, тәбиғәт яңырып өлгөрә алмай ҡала. Әгәр ҙә мөнәсәбәтебеҙ үҙгәрмәһә, Еребеҙҙә ҡотолғоһоҙ процесс башланыуы, кешелектең юҡҡа сығыуы мөмкин. Беҙҙе тәбиғәт йәшәтә, туйындыра, унан башҡа беҙ, ысынлап та, йәшәй алмайбыҙ. Ә урманыбыҙ – йыл­ға­ларҙы, шишмәләрҙе һаҡлау сығанағы. Бөгөнгө кеүек байлыҡ артынан ҡыуып, быуаттар буйы һаҡлап килгән хазинабыҙҙы юҡ итәбеҙ. Ә шишмәләрҙең, йыл­ғаларҙың ҡороуы нефть, газ ятҡылыҡтарын ер аҫтынан һурып бөтөүгә бәйле. Илебеҙҙә халыҡтың 67 проценты яраҡһыҙ һыу эсә, 90 проценты бысраҡ һыу ҡуллана һәм 80 процент ауырыуҙар сифатһыҙ һыу ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килә, ти­ҙәр. Әйҙәгеҙ, Урал батыр васыятын иҫебеҙгә төшөрәйек, быуат төпкөлөнән әйтелгән һүҙ был.
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Уйым-уйым күлдәрҙең
Барында дейеү буласаҡ,
Уҫаллығын ҡыласаҡ,
Эсегеҙгә керәсәк…
Күлдең һыуын эсмәгеҙ…
Ағаларының аптырап, ҡапыл шымып ҡалыуына һүҙ ялғап, Айгөл дә:
– Ысынлап та, эсә торған һыу­ҙың төп сығанағы – ер аҫтының шифалы һыуы. Күлдәрҙең бысраныуы арҡаһында балыҡтар ҙа күпләп үлә һәм күл үле күлгә әйләнеүе мөмкин. Уның ярҙарында тереклек тә бөтә, – тине ипләп кенә. – Ә бына Францияла урмандың һәр бер ағасы иҫәптә тора һәм урмансыға ул иҫәпләп бирелә. Хатта ағас ауырыһа, уны киҫәләр ҙә урынына ҡарағай, имән йә муйыл ултырталар. Ә беҙҙә арендаторҙар емеш ағас­тарына иҫтәре лә китмәй, ҡырып, тапап ҡына китәләр, улар­ға тик йорт, дача, мунса төҙөү өсөн кү-ү-ү-п материал ғына кәрәк.
– Ҡуртымға алыуын алдылар ҙа, ваҡыт үтеү менән, бәлки, хосусилаштырып та ҡуйырҙар, беҙ белмәй ҙә ҡалырбыҙ, шул саҡ Баш­ҡорт иле урманһыҙ ҙа ҡалыр!
Минең Әбйәлилдәге өләсәйем дә, урманыбыҙ булмаһа, һуғыш мәлендә, йотлоҡ йылында ас ултырып, балаларыбыҙҙы ҡосаҡлап, ҡаҡ ерҙә күптән үлеп бөткән булыр инек, ти. Урманыбыҙ ҡотҡара килде: ер ҡар­ҙан әрселә башлау менән ҡара көҙ еткәнсе ул беҙҙе ашатты, ҡыш­ҡылыҡҡа инде емеш-еләк кип­тереп, ҡаҡ ҡойоп, әҙерләнеп ҡуя торғайныҡ. Хоҙай ҡушмаһын берәй ваҡыт урманһыҙ ҡалырға. Ағас­тарҙы күпләп ҡыр­ҡыу ар­ҡаһында аҙыҡ эҙләп, хатта йырт­ҡыс йәнлектәр – һеләүһен, бүреләр ҙә ауыл тирәһенә йыш килә башлаған. Был мал­ға ғына түгел, кеше ғүмере өсөн дә хәүеф тыу­ҙыра.
– Беҙҙең ҡурсаулыҡта ла кордон ҡарауылсылары тырышып, һәр тереклек өсөн йәндәрен атып тора. – Ғорурлыҡ менән әйтелгән һүҙҙәрҙән һуң Айгөлдөң йөҙө ҡапыл үҙгәреп китте. – Ә бына хужаларыбыҙға аҡса түләп, иномаркаларға тейәлеп, Орск, Ырымбур, Мәғнит байҙары килеп төшәләр ҙә ҡурсаулыҡта рәхәтләнеп һунар итә. Уларҙың биноклдәре, хайуандың ҡайҙа йәшенгәнен билдәләй тор­ған электрон ҡорамалдары бар. Меҫкен кейектәр ҡайҙа ҡасып ҡотолһон инде… Әйтерһең дә, браконьер­ҙар урманда шпиондар тоталармы ни?!
Элек атыу ҡоралдары билдәләнгән һунарсыларҙа, милицияла булған. Хәҙер уйынсыҡ кеүек һаталар ғына… Сит илдән ингән тәрбиә методикаһы… Уйна!
Ҡаршылағы күгәреп ятҡан бейек тауҙарға, йәнәш һуҙылған ҡара урмандарға ҡарап, оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙолар. Уйҙары ла бер үк ине уларҙың.
– Беҙҙең дә ҡуртымға бирелгән урман янды, – тип көрһөндө Таһир. – Мәғнит телевидениеһы бер аҙна буйы көнөнә әллә нисә тапҡыр янғын һүндерергә хужаларын саҡырҙы, ләкин улар алыҫ шул – ишетмәй… Бына шулай янғын ғына түгел, сит-яттар үҙҙәре лә ҡыра урманды. Беҙҙең ерҙәр хужаһыҙ кеүек күренә, әйтерһең дә… – Таһир ҡулын һелтәне. – Тын ҡурыла… Төтөн эсендә һымаҡмын.
– Мине лә ошондай хәлдәр ҡур­ҡыта.Ҡайҙа беҙҙең бөгөнгө Урман, Тау батырҙарыбыҙ?! – Булат тирә-яғына ҡарап алды. – Раббылар ҡушҡан бойороҡто боронғо батырҙар намыҫ менән үтәгән. Тәңре беҙгә ауыҙ-тел ижады, раббылар еткереүендә, әкиәттәр донъяһында әлеге Аҡъ­ял батыр сәйәхәте аша аҡыл бирә. Әгәр ерһеҙ ҡалһаҡ, башты ташҡа орор­ҙай булырбыҙ, сит яҡтарға килмешәк булып юлы­ғырбыҙ. – Булат көлөмһөрәп ҡуй­ҙы. – Шүлгәнташыбыҙ Каповоға әйләнһә, унда ла беҙгә урын булмаҫ.
Иҫ киткес гүзәллек эсендә тор­һалар ҙа, ҡурҡыныс булып китте. Булат бошонҡолоҡто ситкә ебәрергә теләп, кәрзиндән бер нисә еләк алып ҡапты.
– Беҙ ваҡытты әрәм итеп, тик ултырҙыҡ. Ә бына уңған Айгөлөбөҙ бер кәрзин еләк йыйған. Хәҙер сәйгә ҡайтһаҡ, рәхәтләнеп һыйланырбыҙ.
– Ана, батырҙарыбыҙ ҙа ашығып тауҙан төшә башланы, ит ашағылары килә шикелле, – тип йылмайып Айгөлдөң кәрзинен ҡулына алды Таһир. – Ҡана, ауыр күренә, үҙем тотоп барайым.
Батырҙар балаларҙы ҡыуып етте.
– Ә һеҙ ҙә асыҡтығыҙмы, беҙҙән алда йүгерәһегеҙ, – тип көлдө Аҡъял батыр. – Тау батыр итте күптән бешергәндер ҙә беҙҙе көтөп ултыралыр.
Балалар шым ғына көлдө, ләкин бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Тау батыр уларҙы ниңәлер күңелһеҙ генә ҡаршы алды. Ҡолағының осо өҙөлөп, һалбырап тора, бешергән ите лә ҡатҡыл ине. Ләкин асыҡҡан батырҙар быны һиҙмәне шикелле, һалын­ғанын ашап бөттө. Ә бына мәтрүш сәйен балалар, ҡып-ҡыҙыл, бешкән еләккә ҡуша-ҡуша, рәхәтләнеп эсте. Аҡъял батыр үҙҙәренең урман, тау ҡыҙырып йөрөгәндәрен һөйләне. Бер мәл ул Тау батырҙың өҙөлгән ҡолаҡ осон күреп ҡалды.
– Ҡолағыңа нимә булды? – тип һораны.
– Бер уҫал ҡырағай ат тибеп ебәргәйне, шуның тояғы ҡолаҡты һыпырып ебәрҙе, – тине Тау батыр уңайһыҙланып.
– Һағыраҡ йөрөргә кәрәк, баш­һыҙ ҙа ҡалып ҡуйыуың бар, – тип кәңәш бирҙе Урман батыр ҙа. – Тик торған тау ғына ҡыбырламай ул.
Ашап, күңел тынысландырғас, йоҡларға булдылар. Батырҙар тиҙ генә әүен баҙарына китһә лә, ишек төбөндәге бәләкәй урындыҡта ятҡан туғандарҙың әкрен генә һөйләшкәне ишетелеп тор­ҙо.
– Иргәйел ҡарт хаҡында барыбер әйтмәне, – тип көлдө Таһир.
– Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш ҡарт сөйгә ҡолағымдан аҫып ҡуйҙы, тип әйтһенме, – тине Булат. – Нисек ауыҙы асыл­һын, оят та инде егет кешегә.
– Ысынлап та, тауҙарҙы күсереп йөрөгән батырға иргәйел тубыҡтан ғына, һөйләһә лә, бер кем дә ышанмаҫ, билләһи.
– Ағайҙар, әйҙәгеҙ, йоҡлайыҡ инде, – тине шым ғына Айгөл. – Әкиәтте яҡшы беләһегеҙ. Аҡъял батыр кеүек ғәйрәтле түгел улар, көстәре – үҙ эштәренә генә.
– Йоҡла… Йоҡла… Тыныс йо­ҡо… Матур төштәр күр… – тине ағалары иркәле тауыш менән. – Әлли-бәлли-бәү…

 

Иртәгеһен Аҡъял батыр Урман батырҙы өйҙә ҡалдырҙы.
– Ялан, болондарҙы ла күреп ҡайтайыҡ. Йылға буйлап аҫҡа ла төшөрбөҙ. Әгәр төшкә тиклем ваҡыт самалы ҡалмаһа, кисәге алыҫтағы тауға ла менербеҙ.
– Барығыҙ, барығыҙ, мин дә «һә» тигәнсе ит бешереп, һеҙҙе көтөп торормон, – тип хуш күңелләнеп оҙатып тороп ҡалды уларҙы Урман батыр. Тау батыр аҫтан ғына сәйер көлөп, һау ҡолағын ышҡып ҡуйҙы. Оҙаҡ ҡына ер-һыу күреп йөрөнө улар. Тау батыр элеккесә һүҙсән булмаһа ла, тау­ҙар хаҡында һөйләүен дауам ит­те.
– Тәбиғәтте ысын күңелдән, йөрәгең менән яратырға кәрәк. Әүлиә тауҙары еребеҙҙе, башҡорт рухын һаҡлап тора. Улар ҡуйынынан бөркөлөп торған серле нур­ҙар халҡыбыҙға көс бирә. Шуға күрә хәл иткес мәлдәрҙә төрлө ырыу вәкилдәре илде борсоған һорауҙарға яуап эҙләп, ошо изге тауҙарға кәңәшкә йыйыла. Был урындарҙан улар уландарын яуға оҙата, ҡайтҡандарын ҡаршы ала. Тау-урмандар менән беҙ шул тиклем ныҡ бәйле икәнбеҙ.
Урман батыр – урманһыҙ, мин тауҙарһыҙ йәшәй алмайым. Тау­ҙарым булмаһа, үҙемде юғалтасаҡмын кеүек…
– Ҡайғырма, Тау батыр, бының булыуы мөмкин түгел. Ҡара әле, ниндәй бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәшеллек ҡаплаған Урал тауҙарын! Урманды Урман батыр ҡәҙерләп үҫтерә, бөтә ерҙә тәртип һаҡлап йөрөй, тирә-яғын таҙарта. Ә һин урманлы тауҙар һағында тораһың – кәрәкле урынға күсерәһең.
– Ҡайһы берҙә насар төштәр күреп уянам: тау урмандарын ҡыр­ҡып бөтөргәндәр ҙә мин бер үҙем яланғас таш өҫтөндә ултырып ҡалғанмын икән.
Янымда кешеләр ҙә, йәнлек-кейектәр ҙә, ҡош-ҡорттар ҙа күренмәй. Үҙем шул тиклем һыу­һағанмын, һыуһынымды ҡандырырға тау шишмәләре, йылға ла юҡ. Алыҫтан ажғырып, яланғас тауҙарҙы күмеп, ҡара ҡомлоҡ яҡынлашып килә, тын алыуы ауырлаша башлай. Ҡулдарымды йәйеп, ҡурҡып, ҡысҡырып уянып киттем дә төш икәненә тамам төшөнгәс кенә бер аҙ тынысланыр өсөн ҡайын күләгәһендә, йомшаҡ үлән өҫтөндә әҙерәк ял итеп алдым. Аҙаҡ, Урман, Тау раббыларына рәхмәт әйтә-әйтә, рәхәтләнеп йылғала һыу инеп сыҡ­тым.
– Төштө һәр саҡ яҡшыға юрарға кәрәк, Тау батыр. Тағы бындай төш күрһәң, ҡояш ҡалҡмаҫ элек, ҡыу башҡа, ҡыу төшкә, ҡола ялан­ға, тип өс тапҡыр һамаҡла һәм Уралымда урман үҫкән изге тау­ҙар булһын, тип ҡысҡыр, – тине Аҡъял батыр.
– Мин ҡысҡырырмын да ул, Аҡъ­ял батыр, тик бына төш ҡур­ҡыта бит әле. Күрәҙә төштәр улар… Берәй ваҡыт өнгә барып ялғанмаһын, тип шөрләйем…
– Илһөйәр, тәртипле булып үҫһәләр, килер быуын Урал урманын да, изге тауҙарын да, һис шикһеҙ, һаҡлар, мин уларға ышанам, – тине лә Аҡъял батыр балаларға ҡарап алды. – Урал хазинаһы – киләсәктең ҡулында. Тик тәбиғәт раббыларын ғына кешеләр асыуландырмаһа ярар ине.
Батырҙар һөйләшә-һөйләшә урман ситендәге туғай буйлап атланы. Ә балалар тәбиғәт хаҡында һүҙ алып барҙы.
– Тәбиғәт раббылары әкиәттә булмаһа, күптән ер ҡоротоп, ағас йығыусыларҙы, изге тауҙарҙы аҡтар­ғандарҙы яуапҡа тарттырыр ине, – тине Таһир бер аҙҙан.
– Ҡанбабалар раббыларҙы үҙҙәре уйлап сығарған, тип уйлайһығыҙмы әллә? – тине Айгөл етди тауыш менән. – Бөтәбеҙгә бер нәмә билдәле: ямғыр яумай башлаһа, балалар урманға сығып «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойоштора, ә ололар тауға барып, доға уҡый. Күп тә үтмәй, ямғырҙар яуа башлай. Улар бит түрәләрҙән түгел, ә Хоҙайҙан, раббыларҙан ярҙам һорай. Ниңә, мин дөрөҫ һөйләмәйемме? Тибет руханиҙарын маҡтаған булалар, ә беҙҙекеләр белеме менән уларҙан кәмме ни? Йә, кемегеҙ миңә ҡаршы килә?
– Тибетта репрессия булмаған… Беҙҙә иң уҡымышлы, атаҡлы дин әһелдәрен төрмәләргә ябып бөткәндәр, ағас йыҡҡандағы кеүек, тамырҙары-төбө менән ҡороторға уйлағандар… – Булат күккә ҡараны. – Тик күрәҙәселек Йыһандан, Тәңре тарафынан биреләлер. Ундайҙар донъя йөҙөндә бик һирәк. Ә бына борон-борондан алып Башҡорт илендә йәшәгән мәшһүр дин кешеләрен Урал әүлиәләре тип атағандар. Күрәҙәселәр һеҙҙең яҡтарҙа ла бөгөн бар, тип һөйләй­ҙәр.
– Беләм, бар, – тине Таһир, көлөмһөрәп. – Һуңғы ваҡытта алыҫтарҙан да киләләр.
– Күрәҙәселәр килгән кеше яҙмышы хаҡында ғына һөйләй, – тине Айгөл, уйсанланып, – ә баш­ҡорт әүлиәләренең булмышы – халҡыбыҙҙы рухи яҡтан таҙартыу, туплау, алға өндәү, һаҡлап алып ҡалырға тырышыуға бағышлана. Һеҙ кемдәрҙе атар инегеҙ, ағай­ҙарым? Иҫегеҙгә төшөрһәгеҙ, элеккеләрҙе лә, бөгөнгөләрҙе лә әйтергә мөмкин. Тик уйламағыҙ, әүлиәләр элек булған да, ә бөгөн юҡ икән, тип.
Булат иренен тешләп – аҫҡа, Таһир өҫкә ҡарап, бер аҙ уйланып торҙолар.
– Минеңсә, Урал батыр. Ул – рух үҙәгенең өлгөһө. Халыҡ бәхете өсөн көрәшкән илаһи зат, – тине Булат ғорур тауыш менән.
– Ә мин Аҡмулла сәсәнде лә өҫтәр инем, – Таһир Айгөлгә ҡараны. – Һин, һеңлекәш, берәй ҡатын-ҡыҙҙы әйтер инең, тим. Әгәр булһа, хәҙерге ваҡытта­ғыһын…
– Бөгөнгө көндәгеһенме? – Айгөл йылмайып ебәрҙе. – Мин яҙыу­сы Мәрйәм апай Бураҡаева­ны атар инем. Уның һәр бер яҙмаһында әүлиәләр миссияһы яңғырай. Китаптарын уҡығыҙ, ышанырһығыҙ. Уның тылсым көсө – йөрәгенән сыҡҡан һүҙе. Ағай­ҙары ғәжәпләнеп, башын сайҡа­ны, тәбрикләп, устарын бергә ҡушты.
Батырҙар был юлы ла алыҫтағы оло тауға барып әйләнмәне, йыл­ға буйындағы туғайҙарҙы, урмансыҡ янындағы аҡландарҙы гиҙеп сыҡҡандан һуң балаларҙы ҡайтырға ашыҡтырҙы.
– Һеҙ, йәштәр, һиҙмәнегеҙме, Урман батыр өй башына менеп, беҙҙе ашҡа саҡырып, ҡул бол­ғаған кеүек күренде, – тип шаярт­ты Аҡъял батыр.
– Иғтибар итмәнек, былай…
– Өй яғына ҡараманыҡ, ашағы килмәй әле…
– Тағы еләк йыйҙым, башымды ла күтәрмәнем…
– Ярай, ярай, миңә шулай тойолғандыр, киттекме? – тине Аҡъ­ял батыр һәм эре аҙымдар менән барыһын артынан эйәртеп, өй яғына төшә башланы.
Ашап ултырғанда Тау батыр, эстән көлөмһөрәп, Урман батыр­ҙы күҙәтеп ултырҙы, уның бәйләнгән бармағын күрһә лә, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Булат Таһирға ҡарап күҙ ҡыҫты, ә Айгөл күрмәмешкә һалышты. Сәй ҡойоп йөрөгән Урман батырҙың яраланған бармағын яңы күреп ҡалған Аҡъял батыр аптырап китте лә:
– Нимә булды бармағыңа, сепрәгең ҡанға буялып бөткән? – тип һораны.
Урман батыр нимәлер әйтергә ауыҙын асҡайны ла, Тау батыр­ҙың, ярамай, тигән ҡаты ҡарашын һиҙгәс:
– Ит ҡырҡҡан саҡта ҡапыл үткер бысаҡ һыпырып үтте, – тип һылтау тапты. Тау батырҙың, башын аҫҡа эйеп, көлөмһөрәгәнен күреп ҡал­ған Айгөл: «Урман батыр ҙа иргәйел тураһында ләм-мим – шымды, әкиәттәге кеүек», – тип уйланы.
Икенсе көндө Аҡъял батыр сәйәхәткә сығыр алдынан бер аҙ уйланып торҙо.
– Был өйгә рәхмәт, ҡунаҡсыллығын күрһәтте, ә иртәгә таң менән көнсығыш киңлектәргә юл тоторбоҙ, – тине лә батырҙарға ҡараны. – Нишләп әле һеҙ өйҙә ҡалған һайын берегеҙ бармаҡ ҡыр­ҡа, берегеҙ ҡолаҡ өҙҙөрә, был өйҙә әллә берәй хикмәт бармы? Ярай, бөгөн үҙем ҡалайым, нимә булыр икән? Ә һеҙ, көндәгесә, урман-тау ҡыҙырып йөрөп ҡайтығыҙ, мин ашарға әҙерләп торормон.
– Аҡъял батыр, беҙ бөгөн өйҙә ҡалайыҡ тигәйнек, рөхсәт итегеҙ, – тине Булат, үҙ-ара кисә үк һөйләшеп ҡуйғанса. – Ике көн буйы йөрөп арыныҡ шикелле…
– Ҡалығыҙ әйҙә, эргәлә йылға бар, балыҡ тоторһоғоҙ, – тип ризалығын белдерҙе Аҡъял батыр. – Табын әҙерләгәс тә мин һеҙҙе ашарға саҡырырмын.
Ике батыр ҡыуаныс йөҙ күрһәтеп, күңелле һөйләшә-һөйләшә сығып китеү менән балалар ҙа йылға буйына төштө.
– Ит бешә башлау менән ҡайтайыҡ, – тине Булат. – Аҡъял батырға иргәйел ҡарт хаҡында барыһын да һөйләйек.
– Әкиәтте боҙорға ярамаҫ ине… – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Таһир. – Аҡъял батыр былай ҙа уға бирешмәйәсәк, бөрөп һаласаҡ.
– Көҙгө эсендәге әкиәт боҙолһа ла ярай, ул бит «Урал батыр» эпосы – хөрәфәти, дини түгел. Ә ки­тап­тар­ҙағы әкиәттәр барыбер шул көйө ҡаласаҡ, тине Тарауыл ҡарт.
– Юҡҡа бәхәсләшмәгеҙ, ағай­ҙарым, – тине Айгөл, йылға буйындағы сәскәләрҙең еҫен тарата-тарата, ҡулы менән баштарын тирбәлдереп. – Һеҙ солан ишеге ҡаршыһындағы келәтте күрҙегеҙ бит, ит бешә башлау менән Аҡъял батыр табын әҙерләргә тотонһа, шым ғына шунда инәйек тә мөйөшкә боҫайыҡ та ҡуяйыҡ.
– Әгәр теге иргәйел беҙҙең ултырғанды һиҙеп ҡалһа, бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп, буласаҡ. Теге ике батыр ҙа уны еңә алманы. – Таһир көлөп ебәрҙе. – Көсө, моғайын, Пушкин әкиәтендәге кеүек, оҙон һаҡалындалыр.
– Барыбыҙ менән дә бер ни ҙә эшләй алмай ул иргәйел. Беҙ өсәү, етмәһә, Аҡъял батыр ағай ҙа эргәлә. – Булат яғымлы итеп Айгөлгә ҡарап алды. – Айгөлөбөҙ әсе итеп бер ҡысҡырып ебәрһә, үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш ҡарт ҡурҡышынан йығылып та китер – шуның менән эш тә бөттө, вәссәләм!
– Дөрөҫ фекер йөрөтәһегеҙ, ағайҙарым, ә хәҙер ваҡытты әрәмгә үткәрмәйек. Мин йылға тоноғораҡ, тал ҡаплаған урында һыу инеп алайым, ә һеҙ йылға үренәрәк барып балыҡ тотоғоҙ.
– Ҡыҙыҡ һөйләйһең һин, Айгөл, фантазияң көслө лә инде, ҡул менән тотайыҡмы? Беҙҙең ҡармаҡтарыбыҙ юҡ та инде.
– Ниңә булмаһын! – тип йылға сылтырауына ҡушылып көлөп ебәрҙе һеңлеләре. – Ана, ҡарағыҙ әле, ҡайын ботағында ике ҡармаҡ һабы эленеп тора түгелме һуң?
– Афарин! Рәхмәт Тарауыл олатайға! – тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе Таһир.
– Ярҙам итеп кенә тора аҡһаҡалыбыҙ. – Булат йүгереп барышлай ике ҡармаҡ һабын эләктереп алды ла береһен Таһирға ырғытты. – Бына был бүләк! Киттек!
Әҙ генә арыраҡ киттеләр ҙә яйлы урын табып, балыҡ ҡармаҡларға тотондолар. Һыуҙың шул тиклем таҙалығы, төбөндәге һәр бер нәмәнең ап-асыҡ булып күренеп ятыуы ғәжәпләндерҙе улар­ҙы. Уңға-һулға йөҙөп йөрөгән иҫ киткес ғәжәп балыҡтарға ҡарап, ҡармаҡтарын кире һыуҙан алып, һоҡланып ултырҙылар.
– Ҡара әле, Булат, йылға шул тиклем саф, бағры балыҡтарының күплегенә аптырайым, улар бит тик таҙа һыуҙа ғына үрсей.
– Хәҙер беҙҙә һирәк осрайҙар. Ни өсөн икәне билдәле – һыуҙар бысрана. Ә быларға ҡара әле, нисек рәхәтләнеп йөҙәләр. Таһир, мин уларҙы йәлләйем, әйҙә, йәшәһендәр.
– Мин дә шул турала уйлап торам, Булат.
Ҡапыл малайҙарҙың ҡармаҡтары юҡҡа сыҡты. Улар был хәлгә һис тә аптыраманы, Тарауыл ҡарт­ҡа ысын күңелдән рәхмәт кенә әйттеләр. Бер аҙ ултырғандан һуң Айгөл янына ыңғайланылар. Был ваҡытта һеңлеләре һыу инеп сығып, сәсен тарап ултыра ине.
– Балыҡ менән яр башын тултырҙығыҙмы? – тип көлөп ҡаршы алды Айгөл уларҙы. – Тик ҡулығыҙҙа бер нәмә лә күренмәй, әллә йоҡлап яттығыҙмы?
– Йоҡлауын йоҡламаныҡ, балыҡтарҙы ҡарап ултырҙыҡ, иҫ киткес шәп йөҙәләр, һыуҙан айырырға ҡыйманыҡ, – тине Таһир. – Беҙ ҙә хәҙер балыҡтар янына сумабыҙ. Ярыш ойошторабыҙ, теләһәң, ҡарап ултыр. – Ағаларының рәхәтләнеп, көшөл кеүек сума-сума, йылғанан сығырға уйламағанын күргәс, Айгөл сабыр­һыҙланды.
– Эй, балыҡсылар, өйҙәге хәлде оноттоғоҙмо әллә, тиҙерәк ҡайтайыҡ. Ит еҫе сыға башланы шикелле, теге ас ҡорһаҡ килеп етер­ҙән алда йәшенәйек.
Малайҙарҙың, әлбиттә, тиҙ генә һыу эсенән сыҡҡылары килмәне, ләкин һеңлеләрен тыңлауҙан баш­ҡа сара ҡалманы. Теләр-теләмәҫ кенә кейенделәр ҙә ҡыуаҡ араһынан боҫа-боҫа өйгә яҡынлаштылар. Тәҙрәнән һаҡ ҡына ҡараған Таһир шым ғына:
– Аҡъял батыр йырлап йөрөй, ит тураҡлай, – тине лә солан ишеген асты. – Тиҙерәк булайыҡ!
– Айгөлгә рәхмәт, мәлендә һыу­ҙан тартып алды. – Булат ипләп кенә Айгөлдө һөйөп алды. – Беҙ ни, донъяны бөтөнләй онотҡайныҡ, үәт, алйоттар…
– Шуның өсөн дә янығыҙҙа һеңлегеҙ бар. – Айгөл шым ғына көлдө. – Тиҙерәк…
Келәт эсенә инеп, бикләнеп тә өлгөрмәнеләр, солан ишеген ҡаты итеп шаҡыған тауыш ишетелде.
– Балалар ҡайттымы икән, шаярып ишек шаҡылдаталар, асыҡ­ҡандарҙыр, – тип һөйләнгән тауышы ишетелде Аҡъял батырҙың. – Оялмағыҙ, инегеҙ.
Ишек шаҡыған дөмбөрләү тағы ла нығыраҡ яңғыраны. Балалар тын алырға ла ҡурҡҡандай, келәт таҡтаһы ектәренән буласаҡ хәлде күҙәтә башланы. Аҡъял батыр, билбауының осо менән тирләгән маңлайын һөртә-һөртә, соланға сыҡты ла аптыраған тауыш менән:
– Кем бар унда? – тип һораны.
– Мин – ҡунаҡ, – тигән нәҙек тауыш ишетелде тыштан.
–Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул! – тип асыуланғандай булды Аҡъял батыр. – Өй һелкетеп, ҡолаҡ ярып, ниңә шаулайһың, ишек асыҡ, инегеҙ!
Аҡъял батыр алдында үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш иргәйел ҡарт тора ине. Ул эйелеп, ҡыҙыҡһынып ҡараны.
– Әкиәтте уҡығанда иргәйел ҡарт йәмһеҙ кеүек ине, күҙгә күренгәс, бигерәк ҡурҡыныс булып китте, – тине ишек янына баҫҡан Айгөл ишетелер-ишетелмәҫ кенә һәм ағаларын шылдырып, урталарына килеп торҙо. – Шымайыҡ…
– Мине күтәреп индер! – тигән бойороҡло тауышы ишетелде иргәйелдең. Әлбиттә, уның ҡырҡа һүҙе, әллә кем булып тороуы батырға оҡшаманы.
– Бында еткәнсе атлап килгән­һең бит, ипләп кенә инерһең дә ултырырһың, – тине Аҡъял батыр бер ҙә иҫе китмәйсә һәм өй ишеген асыҡ ҡалдырып, үҙе инде лә китте. Бындай көтөлмәгән хәлгә йәне көйөп, асыуынан иргәйел ҡарт һаҡалын йолҡоп-йолҡоп алды ла, сусҡа балаһы кеүек сыйылдай-сыйылдай, ишекте ябып та тормай, һикерә-һикерә тиҙерәк өйгә үтте.

 

– Урындыҡҡа ултырт! – тигән тағы әсе тауышы ишетелде иргәйелдең.
– Ҡайһыныһы оҡшай, үҙең һайлап ултыр, – тине Аҡъял батыр. – Рәхим ит!
– Итең бешкән, ашарға килтер! – Иргәйел сабырһыҙланып ҡыс­ҡырҙы. – Тиҙерәк!
Аҡъял батыр уның сыйылдауына әһәмиәт бирмәне, шикелле, тыныс ҡына:
– Беҙҙә әҙәпле ҡунаҡтар һорап ашамай, һалып биргәнде көтә, – тине.
– Әһ-һә-һә! Һин иптәштәреңә оҡшамаған икәнһең, мине тыңламаҫҡа уйлайһыңмы?! – тигән иргәйелдең әсе тауышы, ҡашығаяҡтың шаҡ итеп иҙәнгә төшөп киткәне ишетелде. – Мине, бәләкәй, тип уйлама, муйыныңа һаҡалымды бәйләп кенә өлгөрәйем әле!
Өй эсендә көрмәкләшкән, ҡай­ҙалыр барып төртөлгән тауыштар ишетелде.
– Аңлашылды! Һаҡалың менән маҡтанып йөрөй икәнһең! Мә, улайһа! – Асыуланған, иргәйелдең һаҡалын ҡулына ураған Аҡъял батыр күренде. – Хәҙер минең иптәштәрем ашарға ҡайта, ә һин әрһеҙләнеп, табын әҙерләргә ҡамасаулап, аяҡ аҫтында буталып йөрөйһөң! Сабыр ит, башҡалар килгәнсе ошонда ял итеп тор! Асыҡтым, тип илама, бала түгел­һең, һаҡалың мең ҡарыш! Оял­май, миңә ташланған була. Саҡырылмаған ҡунаҡ! – Аҡъ­ял батыр уны солан ишегенең тимер тот­ҡаһына һаҡалынан бәйләп ҡуй­ҙы.
Ул инеп киткәс, нисектер ҡур­ҡыныс булып китте. Иргәйел ут кеүек балҡыған ялтыр күҙҙәрен тексәйтеп, келәт яғына ҡарап тора башланы. Арығандыр, саҡ тын ала, яурындары һелкенеп ҡуя. Ләкин тыныслығы оҙаҡҡа барманы.
Бөтә кәүҙәһе менән уңға тартылды, һулға тартылды, асыуынан ҡысҡырырға уйлай, ләкин шөрләй, ауыҙын бер туҡтауһыҙ шапылдатып аса ғына.
– Һаҡалы, ысынлап та, бик оҙон икән, ерҙә һөйрәлеп йөрөй.
– Ҡара, арый башлаһа, һаҡалының төбөн тотоп хәл ала.
– Тағы күпме торор икән?
Балаларҙың шыбырлап һөйләшкәнен ишетеп, ҡулдарын келәт яғына тарбайтып һуҙып, бар асыуы менән аяҡтарын тибеп, иргәйел алға ынтылды һәм һаҡалы өҙөлөп, үҙе иҙәнгә ҡолап китте.
– Балалар, һеҙ ҡайттығыҙмы? – тигән тауышы ишетелде Аҡъял батырҙың.
– Хәҙер инәбеҙ, ҡулыбыҙҙы йыуабыҙ ҙа, – тине Таһир, ипләп кенә келәт ишеген асып. – Хәҙер…
Иргәйел тороп, һаҡалын сисергә тырышып ҡараны, ләкин өс үҫмерҙе күреп ҡалғас, иҙәндә һуҙылып ятҡан һаҡалына абына-һөрлөгә тышҡа сығып йүгерҙе. Уның артынан бер аҙ ҡарап тор­ғандан һуң, соланға кире ингән балалар һаҡалға төбәлеп, ипләп кенә көлөп ебәрҙе.
– Һаҡалы, ысынлап та, бик оҙон икән, арҡан ишергә була, – тине Булат.
– Беләһегеҙме, ниңә ул беҙгә ташланманы? – Аяғына тейеп тор­ған һаҡал осонан Айгөл ситкәрәк китте. – Аҡъял ағай әйткәнсә, бөтә көсө һаҡалында булған.
– Батырҙар ҡайтып килә, – Таһир Айгөл янына күсте. – Хәҙер нимә булыр?
– Әкиәттәгесә инде, – тип көлдө Айгөл. – Ана, Аҡъял батыр үҙе лә күренде.
– Итем беште, ҡаҙандан төштө. – Иргәйелдең юҡ икәнен күргән Аҡъял батыр – бер балаларға, бер килеп ингән батырҙарға ҡара­ны. – Ҡайҙа теге бәндә? Барыбер ҡасып киткән. Ҡайһы яҡҡа юл тотто икән? – Аҡъял батыр көлөмһөрәне. – Һеҙҙең бармаҡ, ҡолаҡтарығыҙ юҡҡа өҙөлмәгән, буғай, аҡ һаҡал эйәһенең эше булһа кәрәк. Һеҙҙе яралаған ошо иргәйел булдымы? Үҙе тауыш-тынһыҙ, ҡыр сысҡаны кеүек, әллә ҡайҙа юғалды. Йә, һөйләп ебәрегеҙ, әләй­һә.
– Эйе… – тине Тау батыр менән Урман батыр. – Беҙ уның ҡыланышын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Тәүге бешергән итте ашап бөттө лә һыҙҙы. Тағы бешерергә тура килде…
– Әле һеҙгә осранымы? – Аҡъял батыр асыулы ине. – Ҡайһы яҡҡа китте?
– Йән-фарманға, осоп тигәндәй, теге беҙ әле бармаған оло тау яғына ҡасты.
– Йәгеҙ, егеттәр, – тине Аҡъял батыр асыла төшөп, балаларға өндәште. – Иргәйелдең ҡулы теймәгән төшкө ашты ашап алайыҡ та оло тауға – сәйәхәткә!
– Һуң, беҙ көнсығышҡа табан китергә һөйләшкәйнек бит, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Тау батыр.
– Нимәгә ул беҙгә иргәйел? – тип иптәшенең һүҙен яҡланы Урман батыр ҙа.
– Уның бөтә көсө һаҡалында булған, күрәһең. Ҡаҙанға эйелгән саҡта, арттан килеп, һаҡалы менән муйынға йәбешкәйне. Асыу­ланып, үҙен солан ишегенең тот­ҡаһына бәйләп ҡуйҙым. Табын әҙерләп йөрөгәндә һиҙмәй ҡал­ғанмын, һаҡалын өҙөп, барыбер сығып тайған. Ҡотолдом, тип ҡыуанмаһын, беҙ һине, бер ҡарыш, барыбер эҙләп табырбыҙ. Шулай бит, егеттәр?
– Беҙ ҙә уны күреп ҡалдыҡ, – тине Булат. – Бәләкәй булһа ла, шул тиклем шәп йүгерә, ярыш ойошторһаҡ, ул мине ҡыуып етер ине.
– Бер юлы дүрт тарафҡа йүгермәгән, оло тау яғына ҡасҡас, барыбер табырбыҙ, тынысланығыҙ, – тине Аҡъял батыр һәм күңелләнеп ашҡа саҡырҙы.
– Ағайҙар, беҙҙе лә үҙегеҙ менән алығыҙ, зинһар, – тип үтенде Айгөл, батырҙарҙың төштән һуң юлға сығырға әҙерләнгәнен күргәс. – Һеҙҙән айырылһаҡ, йә аҙашып ҡуйырбыҙ.
– Алабыҙ, алабыҙ, ысынлап та, беҙгә юлдаш кәрәк, – тип йылмайҙы Аҡъял батыр, иргәйелдең аҡ һаҡалын түңәрәк итеп урап, яурынына элеп ҡуйғас. – Ҡоралдарығыҙҙы алырға онотмағыҙ.
Бараһы юл оҙон ғына булып сыҡты. Теҙелеп киткән тауҙар, ҡалын урмандар, яландар үткәс, алыҫтан башы ғына күренеп тор­ған оло тау итәгенә килеп сыҡтылар.
– Ана, ана, теге ҡарт, беҙҙе күр­ҙе, шикелле, йән-фарманға йүгерә башланы! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Булат һәм үҙе лә уның артынан төштө.
– Эйе, ул беҙҙән ҡаса, шәберәк, шәберәк, егеттәр! – тине Аҡъял батыр ашығып һәм үҫмерҙән ҡалышмай, артынан етә-етә барҙы. – Булат, һин ҡайһылай шәп йүгерәһең, – тип маҡтап та алды.
Тик барыбер иргәйелде тотоп булманы, ниндәйҙер бер соҡор­ҙан аҫҡа ҡарай осто, батырҙың ҡулында уның һыңар ҡатаһы ғына тороп ҡалды. «Ах-ух» килеп еткән башҡалар, тау түбәһендәге түңәрәк, тәрән соҡорҙо күреп, аптырап китте. Эргәһендә, өҫтөндә төрлө үлән-сәскәләр үҫкән еңел ҙур ҡапҡасы ла бар ине.
– Ашыҡты. Соҡор ҡапҡасын ябып өлгөрһә, беҙ бер нәмә лә һиҙмәҫ инек, – тине Аҡъял батыр.
– Был ни хикмәт, тауҙар ара­һында күпме йәшәйем, был со­ҡор­ҙо бер ҡасан да күргәнем булманы, – тип аптыраны Тау батыр. – Әллә икенсе бер ерҙән бәләкәй ҡалҡыулыҡты күсереп, был урынды ҡаплап ҡуяйыҡмы?
– Ҡабаланмайыҡ, – тине Аҡъял батыр бер аҙ уйланып торғас, – был бейек, әллә нисә саҡрымға һуҙылған оло тау аҫтында берәй нәмә булырға тейеш, юҡҡа ғына иргәйел унда төшөп китмәне. Беҙгә ҡарт артынан барырға, ундағы хәлдәрҙе белергә кәрәк.
Батырҙар бер-береһенә ҡараны ла шымды, балалар аптыраған булып, соҡорға яҡын килмәһә лә, тирәһендә уранғыланылар.
– Был соҡорҙоң осо-ҡырыйы күренмәй, моғайын, бик тәрәндер.
– Төшөргә оҙон арҡан кәрәк буласаҡ. Мин шулай уйлайым.
– Иргәйел бер үҙе генә йәшәмәйҙер, тағы кемдәр бар икән ер аҫтында?
Балалар бер-береһенә күҙ ҡыҫып, Аҡъял батыр һаҡалдан арҡан үреп бөткәнсе, тау аҫтының ҡурҡыныслы мажаралары хаҡында бер туҡтауһыҙ һөйләне.
– Әкиәтегеҙ күп икән, – тип көлдө Аҡъял батыр һәм батырҙар­ға ҡарап:
– Йә, егеттәр, кемегеҙ алдан төшә? Тау батыр һинме? Тәүәккәлләйек, – тине.
– Иң алда Урман батыр төшһөн, – тине Тау батыр әкрен генә, – аҙаҡ – мин.
Булат алға ынтылып, нимәлер әйтергә теләгән ине, Таһир уның еңенән тартты, Айгөл көлөмһөрәп, бармағын ирененә килтереп, ярамай, тигәнде аңлатты.
– Икегеҙ ҙә батыр исеме йөрөтәһегеҙ, үҙегеҙ соҡор эсенә төшөргә ҡурҡаһығыҙ, – тип аптыраны Аҡъял батыр.
Тау батыр батырсылыҡ итте, шикелле:
– Ярай, улай булғас, төшөп ҡарайым, – тине ул теләр-теләмәҫ кенә.
– Арҡан ныҡ, өҙөлә, тип уйлама. – Аҡъял батыр һәйбәт итеп Тау батырҙы арҡанға бәйләне лә соҡор­ға төшөрә башланы. Балалар ҡыҙыҡһынып, аҫҡа ҡарағас, Аҡъял батыр уларға ситтәрәк йөрөргә ҡушты.
– Ҡолап төшмәгеҙ, аяҡ-ҡулһыҙ ғына түгел, башһыҙ ҙа ҡалыуығыҙ бар. Бер аҙ төшә биргәс, арҡан ҡыбырҙаған, Тау батырҙың яман итеп ҡысҡырған тауышы ишетелде.
– Ай-й-й! Бүтән төшә алмайым! Зинһар, мине соҡорҙан сығарығыҙ!
– Үәт, әй, кире тартып алырға ҡуша, – тип һөйләнде Аҡъял батыр. – Төшөп тә етмәне, шикелле, үҙе. Төшөрөүе еңел булһа ла, сығарыуы ауырыраҡ.
Балалар ҙа арҡандың осона килеп йәбеште.
– Беҙ ҙә, Аҡъял батыр ағай!
– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ! Бер, ике, өс!
Көслө итеп тартыуҙан Тау батыр ергә тәгәрәне. Аҡъял батыр көлдө:
– Ятҡан таш кеүек ауырһың икән, бына йәштәр ярҙам итте.
– Әлдә тартып алдығыҙ, үлер хәлгә еттем соҡор эсендә. Үҙенән әллә ниндәй еҫ килә, бик ҡараңғы, – тине Тау батыр, башын аҫҡа эйеп, – ҡаплайыҡ был ерҙе.
– Эй, Тау батыр, Тау батыр! Ергә һеңгән, күккә ҡалҡҡан тау­ҙарҙы күтәрерлек ғәйрәтле көсөң бар, ниндәйҙер соҡор эсенән шөр­ләнең. Батырҙар өсөн ҡурҡыныс бер нәмә лә юҡ, улар үлемдән дә ҡурҡмаҫ булыр, – тине Аҡъял батыр һәм Урман батырға ҡараны. Уның әйткән һүҙҙәре тегегә тәь­ҫир итте, буғай:
– Ярай, улай булғас, үҙем төшөп ҡарайым, бәйләгеҙ, – тине. Балалар шым ғына көлөп ебәрҙе, улар хәлдең нисек бөтөрөн белә ине.
– Улайһа, рәхим ит, әйҙә, батыр. – Аҡъял батыр Урман батыр­ҙы һаҡал арҡанына бәйләп, аҫҡа төшөрә башланы. – Еңел төшәһең, соҡор тар түгелдер.
Әҙ генә ваҡыт та үтмәне, арҡан һелкенә башланы.
– Аҡъял батыр, мин дә төшә алмайым, бында дөм ҡараңғы! Зинһар, тартып алығыҙ! – аҫтан Урман батырҙың ҡурҡып ҡысҡыр­ған әсе тауышы ишетелде.
– Батырҙар, батырҙар… Ысын батыр түгел икәнһегеҙ, ни хәл итәһең инде. – Аҡъял батыр Урман батырҙы ла кире сығарҙы. –Һинән дә эш сыҡманы. Егет һүҙе бер була, төшәм, тигәс, үтәргә кәрәк ине. Ҡыйыулыҡ етмәне, тиһеңдер инде. Ә ҡара урман эсендә бер үҙең йөрөйһөң.
– Аҡъял батыр, беҙ бит ер өҫтөндә генә көн итәбеҙ, хеҙмәтебеҙ ҙә ошонда. Ҡурҡыу тигән нәмә бында, ысынлап та, юҡ, – тип уңайһыҙланды Урман батыр.
– Эйе шул, ер аҫтына ғүмере төшмәнек, – тип һүҙгә ҡушылды Тау батыр ҙа.
– Берҙе булһа ла, күреп сығыр инегеҙ, унда ла кеше йәшәгән донъя бар, тиҙәр. Мин дә ер аҫтында тыумағанмын бит. Ярай, үҙем төшәйем инде, бәлки, теге иргәйел ҡартты осратырмын. – Аҡъял батыр көлөп ебәрҙе. – Һеҙҙән сәләм тапшырырмын, әгәр тағы ҡасып китмәһә.
Аҡъял батыр үҙенә ныҡлап һаҡал-арҡанды бәйләне лә етди төҫ менән батырҙарға:
– Ярай, төшәйем. Иллә-мәгәр, был урындан китмәгеҙ. Балалар ҙа янығыҙҙа булһын. Көлдә көлсә бешереп ашап, мине көтөп ултырығыҙ.
Аҡъял батыр балаларға ла шул һүҙҙе ҡабатланы һәм арҡанға ныҡ тотоноп, соҡорға төшөп китте. Ул һаҡалдың икенсе осон ныҡ ағасҡа бәйләгәйне.
– Төшөп етте, шикелле, – тине бер аҙҙан Тау батыр. – Арҡан ҡыбырҙамай, тынып ҡалды. Беҙ ҙә ял итеп алайыҡ, буштан-бушҡа ниңәлер арыттырған.
– Мин дә шул турала уйлап торам. – Урман батыр бер яҡ ситкә китеп, батырҙарға ҡарай-ҡарай шыбырлашып, нимәлер кәңәшләшеп, һөйләшеп торған балаларға иғтибар итте. – Сер булмаһа, әйтеп ебәрегеҙ, ниндәй уй ҡораһығыҙ?
– Ағайҙар, беҙгә лә соҡор эсенә төшөргә рөхсәт итегеҙ, – тине Булат. – Аҫта нимә барлығын күргебеҙ килә.
– Бәлки, унда, ысынлап та, берәй ауыл йә ҡала барҙыр, – Таһир күңелләнеп китте. – Беҙҙең кеүек кешеләр ҙә йәшәһә, осрашыуы бик ҡыҙыҡ буласаҡ.
– Урман, тауҙары булһа, ерҙәгегә оҡшағанмы икән, күрергә ине, – Айгөл батырҙарға кеселекле ҡараны. – Ризалыҡ бирегеҙсе, батыр ағайҙар.
– Ә беҙ унда бер нәмә лә күрмәнек, ҡап-ҡараңғы донъя, – тине Тау батыр.
– Аҡъял батыр һеҙгә урынығыҙҙан ҡуҙғалмаҫҡа ҡушты, – тине Урман батыр.
– Ул яңғыҙы бит, бәлки, берәй нәмәгә беҙҙең кәрәгебеҙ тейер, – тип батырҙар янына килеп торҙо балалар.
– Аҙашырһығыҙ, ҡараңғы бит, – тине Урман батыр. – Үәт, тыңламайҙар, ә!
– Юғалһағыҙ, Аҡъял батырға нимә тип яуап бирербеҙ? – тине Тау батыр.
– Беҙ бит өсәү, Аҡъял батыр әле генә төшөп китте, тауыш бирә-бирә ҡысҡырып, ҡыуып та етербеҙ. – Айгөл – бер ағаларына, бер батырҙарға ҡараны.
– Төшмәйһегеҙ! – тип икеһе бер юлы ҡысҡырып ебәрҙе батырҙар.
Һөйләшеп ҡуйыу буйынса, Булаттың да бойороғо яңғыраны.
– Бер, ике, өс!!!
Ағалары Айгөлдө уртаға алып, ҡая таштан арҡан менән ергә төшкән кеүек күҙҙәрен йомоп, хатта бер-береһен шаярта-шаярта, аҫҡа йомолдо. Батырҙар арҡанды уңға-һулға бәүелтте, тик кире тартырға ла, ағастан сисергә лә баҙнат итмәнеләр.
– Юғалһағыҙ, үҙегеҙ ғәйепле, – тигән тоноҡ тауыштар ишетелде өҫтән.
– Эйе, эйе! – тип көлдө балалар. – Тик үҙебеҙ генә, үҙебеҙ ғәйепле!
– Бына төшөп тә еттек! – тип ҡысҡырҙы арҡан осондағы Таһир. – Ура!
– Ура! Ура! – Ергә аяҡтары тейеү менән арҡанды өсәүләп уңға-һулға бер-ике һелкеттеләр ҙә әҙ генә яҡтылыҡ күренгән яҡҡа, Аҡъял батырға тауыш бирә-бирә, ашығып йүгерҙеләр.

 

– Тиҙ әйләндең, Аҡъял батыр ағай, ошонда әҙерәк һыу ҡойоп ебәрһәң, беҙ йыуынып алырбыҙ. Ә ҡайҙа һуң Айгөл? Силәгенә көсө етмәй, артта ҡалдымы?
– Уны урамда йөрөгән бала-саға һырып алды. – Аҡъял батыр аптыраған йөҙ менән башын сай­ҡаны. – Кемуҙарҙан һыу һорап, шаулаша башлағайнылар, һеңлегеҙ уларҙы саҡ тыйып, сиратҡа ҡуйҙы, шикелле, ә мин был яҡҡа ашыҡтым.
– Нисек ҡаршы алды һуң йылға хужаһы һеҙҙе, үҙен күрҙегеҙме? – тип ҡыҙыҡһынып һораны Таһир, һыуҙы ипләп, йәлләп кенә һауыт­ҡа ҡоя-ҡоя.
– Йылға ҡаланың икенсе осонда икән. Шаулап янындағы быуаға ағып төшә. Һыу алырға эйелеүебеҙ булды: «Һеҙ кем булаһығыҙ, ниңә һыуға килдегеҙ?» – тигән сыйылдаҡ тауыш ишетелде. Ҡай­ҙалыр ишеткән кеүек инем был тауышты. «Беҙ – ҡунаҡ!» – тип яуап биргәйнек, теге: «Ярай, ҡунаҡ булһағыҙ, бер күнәк һыу алы­ғыҙ ҙа башҡаса йылға янында эҙегеҙ булмаһын!» – тине. Ҡалаға инеүебеҙ булды, яҡындағы өйҙәр­ҙең тәҙрәләре асылды ла: «Һеҙ кем һуң, был ваҡытта нисек һыу ала алдығыҙ?» – тигән бер-бер артлы тауыштар ишетелде һәм хәлһеҙләнгән, бысранып бөткән кейем кейгән кешеләр урамға сыға башланы. Улар аптырап, тулы биҙрәләге һыуға төбәлде. Шул саҡта беҙ бөтә ҡаланың һыу­һыҙ интеккәнен аңланыҡ. Айгөл балаларҙы йәлләп, бер урамда тороп ҡалды ла инде. Түҙә алманы, шикелле, күҙенең йәшен йәшереп һөртә ине һымаҡ. Ярай, ҡарттар ҙа һыу көтә, инәйем. Ә һеҙ көлгә буялып бөткәнһегеҙ – йыуынығыҙ.
Ҡабаланып өйгә инеп киткән Аҡъял батыр, бер аҙҙан тағы ялт итеп кире килеп сыҡты ла йүгереп барышлай:
– Бер биҙрәнән бер тамсы ла һыу ҡалманы, ҡарттар «һә» тигәнсе эсеп тә бөттө. Сәйгә тағы барып киләйем, Айгөлдө лә алайым, уның силәге лә буштыр, – тине.
– Тиҙерәк бул, Аҡъял батыр ағай, Айгөл бер үҙе һыуға китеп бармаһын! – тип ҡысҡырып тороп ҡалды Булат.
– Бушҡа ҡурҡма, – тип тыныс­ландырҙы уны Таһир. – Айгөл әкиәттең йөкмәткеһен яҡшы белә, яңғыҙ иргәйел янына бармаҫ. Тағы бергә китерҙәр. Тик Аҡъял батыр иргәйелдең башын ҡылыс менән сапҡанын күреп, ҡурҡмаһа ярар ине…
Ысынлап та, буш силәген тотоп, бая ҡалған урынында Айгөл Аҡъял батырҙы түҙемһеҙләнеп көттө. Уны уратып алған балалар һаман да өйҙәренә таралмай, теремекләнеп, ниндәйҙер өмөт менән күҙенә генә ҡарап торалар, һөйләшәләр.
– Бына Аҡъял батыр ағай ҙа килеп етте, тағы һыуға барабыҙ, ә һеҙ беҙҙең арттан эйәрмәгеҙ, – тине Айгөл. – Өйөгөҙгә ҡайтығыҙ ҙа берәр буш биҙрә әҙерләп ҡуйығыҙ, аҙаҡ бөтәгеҙ ҙә һыуға йүгерерһегеҙ, яраймы.
– Юҡ, юҡ, беҙ йылғаға бармайбыҙ, ҡурҡабыҙ, – тине балалар бер-бер артлы, – уның хужаһы – ҡурҡыныс бер бабай. Ә һыуҙы иртәнсәк бер силәк алдыҡ инде, тағы килһәң, туҡмап ҡайтара, ололар барһа, алтын эҙләргә ебәрә.
– Йә, йә, Аҡъял батыр ағай бар саҡта ҡурҡмағыҙ, – тине балалар­ға ҡул болғай-болғай Айгөл. – Беҙ хәҙер киләбеҙ, көтөгөҙ.
Был икәүҙең урам буйлап икенсе тапҡырға һыуға китеп барғанын күргән ҡала халҡы ныҡ аптыраны, тора-бара күмәкләп йыйылып, һөйләшә башланы.
– Тағы һыуға китеп баралар, хужаның ҡаты бойороғон белмәй­ҙәрме икән?
– Беҙгә ҡорал алып йөрөргә ҡәт­ғи тыйылған, ниңә был егет ҡылыс тағып китеп бара? Беҙҙең егеттәрҙе көн һайын тикшереп кенә тора бит теге бәндә…
– Һәләк булалар инде. Ҡайҙан килделәр икән? – тигән тауыштар оҙатып ҡалды. Аҡъял батыр тағы ла шәберәк атлай башланы, тик Айгөлдөң буш силәген зыңғырлатып йүгерергә тотонғанын күргәс кенә туҡтаны ла аҙымын яй­латты һәм йылғаға төшкәнсе өйҙәге хәлде һөйләп барҙы.
– Бер биҙрә һыуҙы күҙ асып-йомғансы эсеп бөткән ҡарттарға иҫем-аҡылым китте. Аҙаҡ уңай­һыҙланып, шым ғына урындыҡ ситенә барып ултырҙылар ҙа: «Балаҡайым, беҙгә көймә инде, ныҡ һыуһаған инек, һин сәйгә тип алып килгән һыуҙы эсеп бөттөк тә ҡуй­ҙыҡ, ғәфү ит», – тинеләр. Бына бит, һеңлекәш, ниндәй хәлдәр була ер аҫтында ла. Әҙәм балаһы был донъяға йәшәр өсөн тыу­ған. Ниңә һуң ул туҡтауһыҙ ағып ятҡан, Тәңребеҙ барыбыҙға – йәшәйешебеҙгә биргән һыуҙы ла үҙе теләгәнсә эсә алмай? Булмаҫ, был хәйерһеҙ эштең дауам ителеүе мөмкин түгел! Әгәр мин ысын батыр икәнмен, был яуызлыҡҡа сыҙап тора алмаясаҡмын! Ул ҡара йән менән һуғышырға, ер аҫты халҡына рәхәт көн тыу­ҙырырға тейешмен! Бәлки, һин, Айгөл, ҡай­ҙан килеп сыҡҡан был ҡоротҡос бәндә, тип һорарһың, тыңла, ҡарттар миңә былай тине: «Беҙ бик татыу, етеш тормошта йәшәнек. Йылға буйында бәләкәй генә ҡала ла төҙөп алдыҡ. Еребеҙ бик бай, алтын-көмөш тулып ята. Уралтау­ҙың ер аҫты бит, әлбиттә, хазина уратҡан мөйөштә йәшәй­беҙ. Бер заман ер өҫтөнән ҡурҡыныс бәндә төштө. Бер­ҙән-бер йылғабыҙҙы төп­һөҙ, ер аҫтына киткән урынға бороп, быуа яһап, беҙгә һыу бирмәй башланы.
Баш күтәргән күпме егеттәребеҙҙе һәләк итте ул. Һаҡалы менән һыпырып, пыр туҙҙыра-туҙҙыра өҫкә сөйөп ебәрһә, тегеләр үле килеш ергә ҡолап төшә. Сихыр көсөнөң ҡайҙан килгәнен белмәйбеҙ. Халыҡты буйһондороп, баш етмәҫлек әмер бирҙе: һыу алғаны өсөн ҡала кешеһе хаҡты алтын-көмөш менән түләргә тейеш. Йыл­ға башында үҙенә ҡиммәтле таштарҙан йорт һалдырып алды, беҙҙән йыйған хазинаны ер өҫтөнә ташып, ҡайҙалыр оҙата бар­ҙы. Бына шулай беҙҙәге ҡоллоҡҡа ҡалған аяуһыҙ тормошобоҙ, балаҡай». Үҙҙәренең күҙҙәренән бер нисә йәш тамды. Бахырҡайҙар­ҙың күҙ йәштәре лә кибеп бөткән, ахырыһы, быныһы һыу эскәндән ялтырағандыр. Ырғып тороп, асыуымдан ҡылысымды ҡынынан һурып сығарҙым да кире тыҡтым, биҙрәмде беләгемә элеп, сыға башланым. Бабай менән әбей итәгемә йәбешеп: «Балаҡайым, бара күрмә, зинһар, үҙеңде харап итер­һең, бөгөн ул яуыздың халыҡтан алтын-көмөш йыйған сағы», – тине. Бына шулай ҡарттар мине ебәрмәҫкә, илай-илай, тәҙрә төбөндә бер туҡтауһыҙ Тәңренән ярҙам һорап, доға ҡылып улты­рып ҡалды. Үҙемдең йөрәгем ила­ны, асыуым күккә атылып, кире яуыздың башына төшкәндәй булды.
«Иламағыҙ, иламағыҙ, ул мине үлтерә алмай. Беләктәрем уның һымаҡ яуыздарҙы күп күргән, егет һүҙе бер була, һеҙҙе был яфанан ҡотҡарырға тейешмен, шуға ла килгәнмен бында», – тинем дә тиҙерәк сығып киттем.
– Аҡъял батыр ағай, һин ул яуыздың кем икәнен һиҙҙеңме?
– Ҡарттар һөйләгәнсә, ул беҙ эҙләгән иргәйел булырға тейеш. Шулай уйлайым.
Әлбиттә, Айгөл бөтөнләйгә асылып китмәне, уның күргән, белгәндәрен генә хуплап барҙы, ихлас күңелдән әңгәмәләште. Яр буйына килеп туҡтағас, Аҡъял батыр йылға буйына ҡарап торҙо.
– Ысынлап та, был йылғаға хужа булған бәндә ниндәй бәғерһеҙлек ҡылған: йылғаны икенсе яҡҡа бороп, төпһөҙ ер тишегенә төшөргән, ҡалған-боҫҡаны бысраҡ быуаға әйләнгән. Шуға ла тирә-йүндәге йәшеллек кәмегән, ағастар ваҡытынан алда һарғая башлаған. – Ул Айгөлгө ҡарап алды. – Икебеҙ ҙә һыу алайыҡ та китәйек. Яуыз, ирекһеҙҙән, түҙмәйенсә, килеп сығасаҡ. Ә һин ҡурҡма, яраймы, минең ҡылыс һәр саҡ янымда. Әйҙә, йылғаға төшәйек.
Эйелеп һыу ала башлағайнылар, әлеге әсе тауыш тағы ишетелде.
– Кем йөрөй унда?! Ә, тағы һыу­ға килдегеҙме, йолҡоштар! Осорам мин һеҙҙе лә! Йәһәннәмгә юл аласаҡһығыҙ!
Айгөлдөң йөрәге жыу итеп ҡалды. Йылғаның икенсе ярында күҙҙәре ут кеүек безелдәгән, тештәре ыржайған, нәҙек оҙон мыйығы һалбыраған, оҙон танаулы, бешкән сөгөлдөр кеүек көрән йөҙлө, үҙенән һалҡын бөркөлөп тор­ған шөкәтһеҙ ҡарасҡы күренде. Әлбиттә, Аҡъял батыр менән иргәйел бер-береһен таныны, нәфрәтле ҡараштары менән төбәлеп, бер аҙ ҡарап торҙолар.
– Ә, ер аҫтына, минең байлығымды таларға төштөңмө?! – тип аҡырып ебәрҙе иргәйел. – Кемдән рөхсәт һораның һин?! Был урынға мин хужа! Белеп ҡуй!
– Миңә байлыҡ кәрәкмәй, һине эҙләп килдем! Иптәштәремдән көлөү генә етмәгән, бөтә ҡала хал­ҡын һыуһыҙ интектереп ята­һың икән. Һаҡалыңды өҙгәйнем, хәҙер башыңа етәм. Ҡурҡаһыңмы был яҡҡа сығырға, әҙәм аҡтығы!
Иргәйел эйәк төбөндәге һаҡалын тотоп, күҙ асып йомған арала йылғаның уң яҡ ярына осоп килеп төштө. Ажғырып Айгөлдөң һыулы силәген тибеп осорҙо ла ҡыҙға ынтылды, ләкин тота алманы. Аҡъ­ял батыр ҡаплап өлгөрҙө уны һәм тегенең үҙен, ике аяғын бер юлы ҡымтып, ҡысҡырта-ҡысҡырта эләктерҙе лә, асыуынын аямай елтерәтеп, һауала өйрөлтә башланы.
– Һаҡалыңа урап, егеттәрҙе һин һәләк иткәнһең. Ни өсөн, яуап бир?
– Хе-хе-хе! – тигән әсе, мыҫ­ҡыллы көлөү тауышы ишетелде. – Хе-хе-хе!.. Буйһонмағандары өсөн!.. Хе-хе-хе!.. Мине ҡыуып маташҡандары өсөн… Хе-хе-хе…
Аҡъял батыр түҙмәне, ҡылысын ҡынынан сығарҙы ла ҡапыл Айгөлгә ҡарап алды, уныһы ике ҡулы менән күҙҙәрен ҡапланы.
– Мин һинең бысраҡ ҡаныңа ҡылысымды буяп тормайым, егеттәрҙе осорған кеүек йәһәннәмгә быраҡтырам! Тәңребеҙ яҙмышыңа үҙе ҡарар сығарһын! – Ҡыҙ яйлап ҡына күҙҙәрен асҡанда Аҡъял батыр көлөп күккә ҡарап тора ине.
– Ҡара, нөктә кеүек кенә күренә, хәҙер уҡ кеүек аҫҡа атыласаҡ был ҡанескес. Ысынлап та, шулай булды ла.
Тик иргәйел ергә төшөп етеүен етмәне, энәләре ҡойолоп бөткән бер ҡарт ҡарағайҙың ике ботағы араһына тығылып, баштүбән аҫылынып торҙо. Тик оҙаҡҡа булмай сыҡты, бер ҙур ҡош уны суҡышына эләктереп алды ла ашығып ҡай­ҙалыр китеп тә юғалды.
– Ярай, Айгөл, әйҙә ҡайтайыҡ, ҡарттарҙы ҡыуандырайыҡ, бая илап ҡалғайнылар, әле булһа ла бына йөрәгем һыҙлап тора.
Айгөл шатлығынан рәхмәттәр әйтә-әйтә, аяғының осона баҫып, Аҡъял батырҙы ҡосаҡлап алды, силәгенә яңынан һыу тултырып, күңелле көй көйләп, уның артынан эйәрҙе. Урам буйлап барғанда һәр кешегә:
– Бөтәгеҙ ҙә йылғаға һыу алыр­ға барығыҙ! Һеҙгә һыу бирмәй ятҡан яуыз иргәйел юҡ хәҙер – дөмөктө! Һыуҙы теләгәнсә алы­ғыҙ! – тип ҡысҡырҙы Аҡъял батыр. – Ҡурҡмағыҙ, йылға элекке кеүек һеҙҙеке!
Ләкин улар өйгә ҡайтып етә алманы, ҡала уртаһындағы майҙан­ға ағыла барған халыҡ уратты ла ҡайҙан килеүҙәрен, кем булыу­ҙарын һораша башланы. Әле генә зиндандан сыҡҡан ҡала башлығы ҡыуанысынан уларҙы ҡосаҡлап, һөйөп-һөйөп алды.
– Беҙҙе иргәйелдән азат итеп, үлемдән ҡотҡарҙың. Эйе, һыуһыҙ йәшәү юҡ. Төбәгебеҙҙең алтын-көмөшкә бай икәнен әллә ҡай­ҙан белеп алған иргәйел, көс ҡулланып, ир-егеттәрҙән тауҙы соҡота башланы. Ҡаланың бер ваҡыт бөтөнләйгә ер аҫтында ҡалыуына ла иҫе китмәйсә, тиҙерәк күберәк табыш йолҡоп ҡалыр­ға ынтылды. Ошоға тиклем беҙҙә зиндан тигән нәмә юҡ ине, сихыр көсө менән ер төбөндә уны яһап, үҙенә буй­һонмағандарҙы, теләктәшлек белдермәгәндәрҙе көн һайын шунда япты. Алтын-көмөш тауын, йылғаны, халҡы менән ҡаланы бүләк итмәгәнем өсөн үҙемде лә зинданға быраҡтырҙы. Хазинабыҙҙы, ҡалабыҙҙы яҡлап тауыш күтәргәнебеҙ өсөн, үс итеп, халыҡҡа берәр күнәк кенә һыу бирә башланы. Үлер хәлгә еттек. Тау раббыбыҙҙың мәрхәмәте менәндер инде, һин өҫтән төшөп, яуыздан илебеҙҙе ҡотҡарҙың. Бөтә халыҡ исеменән сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.
Шул саҡ силәк тотоп һыу алыр­ға килгән ҡыҙыҡай ҡурҡа биреп:
– Аҡъял батыр ағай, әгәр бер саҡ иргәйел кеүек яуыз кеше өҫтән килеп төшөп, һыу бирмәһә, тағы илап ултырырбыҙмы икән? – тип һораны.
– Ҡурҡма, һылыуҡай, – тине Аҡъ­ял батыр, үҙенә төбәлеп тор­ған халыҡҡа ла ҡарап. – Бындай хәл килеп тыуһа, мине саҡырығыҙ, яуызлыҡты бергәләп еңербеҙ, сөнки алтын тауығыҙға иргәйел түгел, һеҙ хужа! Тик йыл­ғағыҙ төп­һөҙ ер тишегенә инеп юғалмаһын, ир-егеттәр етерлек, уның ағымын кире урынына төшөрөгөҙ. Йылғанан баш алған шишмәләр ҙә терелеп, сылтырай-сылтырай та­ралыр. Тағы тирә-яҡ элеккесә йәшәреп китер, яр буйын яңғыратып, төрлө ҡоштар моң һуҙып, күңелегеҙҙе күтәрер. Бала-саға рәхәтләнеп йәй буйына һыу төшөр.
Ике егет ҡала башлығы алдына алтын-көмөш менән тулған семәрле оло һандыҡ алып килеп ултыртты.
– Беҙ һиңә, Аҡъял батыр, халыҡҡа күрһәткән тиңдәшһеҙ ярҙамың өсөн, оло хөрмәт йөҙөнән, бар күңелдән ошо хазина һандығын бүләк итәбеҙ.
Аҡъял батыр башын эйеп, ҡулын күкрәгенә ҡуйып, хөрмәтләгәндәре өсөн ризалығын белдер­һә лә, хазина алыуҙан баш тартты. Шул саҡ халыҡ араһынан аҡ һаҡаллы берәү күренде. «Тарауыл ҡарт!» – тип ҡапыл саҡ ҡысҡырып ебәрмәне Айгөл һәм ҡулын ипләп күтәреп, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сәләмләне. Әлбиттә, ҡарт та уны күптән күргән ине, ҡыҙға ҡарап үҙе лә яҡты йөҙ менән баш ҡаҡты ла Аҡъял батырға күҙен төбәне.
– Һинең ҡыйыу икәнеңде, Аҡъял батыр, ер өҫтөндә яҡшы беләләр. Ил гиҙеп, изгелек ҡылырға, ғәҙеллек эҙләп йөрөүең дә миңә күптән мәғлүм. Әле бына ер аҫты халҡы һиңә рәхмәт йөҙөнән, ысын күңелдән бүләк тапшыра. Баш тартып ҡайтып китһәң, улар күңеленә онотолмаҫлыҡ ауыр эҙ ҡалдырыр­һың. Эйе, иргәйелдең көсө ана шул сихыр тулған оҙон һаҡалында ине. Иң аҫтыртын яуыз көстө тик ҡыйыу, саф күңелле, бөтә барлығы менән үҙ халҡына хеҙмәт иткән, тыуған Уралын һаҡлаған егет кенә юҡҡа сығара ала. Әле бына бөгөн килеп, бер тамсы һыуға тилмереп ултырған халыҡтың йәшәү сығанағы булған таҙа йылғаһын иргәйел ҡулынан йол­ҡоп алдың. Биргән бүләктәрен олола, улым, буш ҡул менән китә күрмә, алмаһаң, аҙаҡ үҙең дә үкенерһең был ҡылығыңа.
Аҡъял батыр ҡала халҡынан оло фатиха алып, рәхмәт әйтеп, бер ҡулына тулы һыулы күнәк тотоп, икенсе ҡулына ауыр һандыҡты еңел күтәреп, шатлығынан ҡул саба-саба, оҙатып ҡалыусыларға йылмайып, Айгөлдө эйәртеп, үҙҙәренең ҡарттары янына ҡайтырға сыҡты. Һәр бер өйҙән ике ҡулына ла биҙрә тотҡан, шатланып йылғаға йүгергән кешеләр араһынан Айгөл Тарауыл ҡартты эҙләне, ләкин ул, элеккесә, йәйғор эсенә инеп киткән кеүек, һиҙҙермәй генә юҡ булды. «Шүлгәнташҡа ҡайтып китте, – тип уйланы ҡыҙ, – халыҡтың шау-шыу килеп, ҡыуанып һыу алырға төшкәнен кү­реп, ул да ҡәнәғәтләнгәндер». Үҙе лә силәгенең һыуын сайпылдырмаҫҡа тырышып, Аҡъял батыр артынан ҡалмаҫҡа ашығып атла­ны.

 

Ҡунаҡтарының икенсе тапҡыр һыу алып килеүҙәрен күргәс, ҡарттар аптырап китте. Ышанмаған һымаҡ, тулы биҙрәләргә бер аҙ ҡарап торҙолар.
– Балаҡайҙарым, нисек имен-һау ҡалдығыҙ был ҡот осҡос бәндәнән? – тине әбей ҡалтыранған тауыш менән.
– Йылғаға хужа булып, һеҙҙе һыуға интектереп ултырған иргәйел дөмөктө. Ана, ишетәһегеҙме, бөтә ҡала шаулап тора, өйҙәренә һыу ташыйҙар, – тип Аҡъял батырҙың әйтеүе булды, ҡарттар һыуҙы тиҙерәк бушатып, биҙрәләрен зыңғырҙатып, өйҙән сығып та китте.
– Һыуҙы үҙебеҙ ташырбыҙ, арый­һығыҙ бит! – тип ҡысҡырып тороп ҡалған Айгөл шатлығынан көлөп ебәрҙе. – Йылға һыуы тағы ла тәрәнерәк урындан атлығып сығып тора – бик шифалы икәнен ишеттем. Шуғалыр ҙа йәштәр кеүек йүгереп сығып китте ҡарттарыбыҙ.
Сәбәбе шунда, иргәйел уларға һыуҙы самалап, бер күнәк кенә биргән. Халыҡтың көсөнән ҡурҡ­ҡан ул, яйлап үлеүгә дусар булыуын көткән. Киләсәктә бушап ҡал­ған ҡаланың, шифалы шишмә һыу­ҙарының, иң мөһиме, алтын-көмөшкә бай Урал тауҙарының үҙенә ҡаласағына ышанған. Ер аҫтында, ер өҫтөндә лә байлыҡҡа күмелеп, халыҡты үҙенә буйһондороп, ҡол рәүешендә тоторға хыялланған.
– Һин булмаһаң, улар һаман интегер ине, Аҡъял батыр ағай, – тине Айгөл уйсанланып һәм Аҡһаҡалдың үҙҙәрен ошо әкиәткә индереүенә ҡыуанып ҡуйҙы.
– Мин бер үҙем генә түгел, Баш­ҡорт илендә батырҙар һәр саҡ тыуып тора, – тине Аҡъял батыр әбей һыу ҡойоп киткән самауырға күрһәтеп. – Һин сәй әҙерләй тор, ә мин егеттәрҙең эшен тикшерәйем, йорт-ҡураларҙы ла ҡарап инәйем.
Айгөлдөң самауыры ҡайнап сығыуға бөтәһе бергә йыйылды: ҡыуана-ҡыуана ҡарттар һыуҙан ҡайтты, Аҡъял батыр ағалары менән ишек алдындағы эштәрен бөтөрөп инде. Күңелдәре күтәрелеп, сәй эсеп алғас, Аҡъял батыр ҡарттарға:
– Һыуығыҙ булды, ишек алды таҙартылды, тик бер нәмә эсте бошороп тора бит әле, – тине. Малайҙар ҙа үҙ-ара шыбырлашып алды. – Йортоғоҙҙоң башы бик ныҡ иҫкергән икән, уны яңыртып ябырға кәрәк ине, – тип һүҙен дауам итте. Ҡарт бошонҡо тауыш менән егеттәргә ҡарап:
– Йорттоң түбәһен ябырға кәрәк, тиһәң дә, улым, минең хәҙер көсөм бөткән шул, ҡулымдан бер ниндәй ҙә эш килмәй. Ярар, үҙебеҙ үлгәнсә торор әле.
– Ҡайҙа, улай булғас, егеттәрем менән һеҙгә ярҙам итеп китәйек. Ҡайһы урманда йүкә ағастары бар, өйрәтеп ебәрһәң, барып, унан ҡабыҡ һуйып, алып ҡайтайыҡ, – тип урынынан ҡуҙғалды. – Егеттәр, әйҙәгеҙ, «һә» тигәнсе тағы бер эш башҡарып ташлайыҡ әле. Шунан һуң өҫкә күтәрелербеҙ.
Бабай егеттәргә ҡайһы яҡҡа китергә икәнен күрһәтергә сығып киткәс, әбейе Айгөлдө аш әҙерләргә саҡырҙы.
– Һыу булмағас, ошоға тиклем аш төҫө лә күргәнебеҙ юҡ. Ҡаҡланған итебеҙ бар, бишбармаҡ бешерәйек, ҡыҙым, – тине ул йөҙө йылмайыуҙан бушамай.
– Ә мин һалма йәйәйем, – тип әбейҙе тағы ҡыуандырҙы Айгөл.
Ҡарт та эшһеҙ торманы, егеттәргә кәрәк-яраҡтар әҙерләне. Өсәүләп эшләгәнгәлер инде, ат йөгөнән дә ҙур итеп ҡабыҡ төшөрөп алып ҡайттылар һәм әбей менән бабайҙы һөйөндөрөп, өй башын ябырға тотондолар. Бер башлағас, эштәрен аҙағына еткермәйенсә өҫтән төшмәнеләр, кис еткәнен дә һиҙмәнеләр. Айгөлдөң дә шатлығы ҙур булды, тәмле бишбармаҡ ашы менән барыһын да һыйланы, тир­ҙәре аҡҡанса хуш еҫле сәй эсер­ҙе.
– Бөтәгеҙ ҙә арығанһығыҙҙыр, – тине Аҡъял батыр, – иркенләп ашап-эсеп алдыҡ, хужаларға ҙур рәхмәт, ә хәҙер йоҡларға ятайыҡ та Тәңре рөхсәте менән иртәгә ҡайтыр һуҡмаҡҡа сығырбыҙ. Тау батыр менән Урман батыр беҙҙе юғалтып ҡуймаһын, күптән көтәләрҙер инде.
– Аҡъял батыр ағай, өйҙә эҫе булып китте, йоҡлар алдынан бер аҙ тышта һалҡын һауа һулап инәйек, – тине Булат.
– Ярай, ярай, – тип ризалығын бирҙе Аҡъял батыр, – мин дә өйҙә йоҡламаҫмын, моғайын, лапаҫ аҫтында арба тора, түшәк эләктерермен дә шунда төнәрмен.
– Кис булһа ла, өйҙә генә түгел, тышта ла тынсыу икән, – Таһир ҡулъяулығы менән битен генә түгел, тирләгән сәсен дә һыпырып алды. – Ер аҫты – ел юҡ…
Балалар, ҡарлуғас ҡошсоҡтары кеүек теҙелеп, Айгөл тап-таҙа итеп йыуып сығарған күтәрмәгә ултырҙы.
– Өйҙәре бәләкәй, аш та беште, етмәһә, самауыр ҙа боҫ бөркөп, йырлап тик ултырҙы, – Айгөл көлөп ебәрҙе. – Ер аҫтына ла самауыр килеп эләккән, ҡайҙан төшкән икән баҡырса, ағайҙар?
– Ҡайҙан төшһөн, өҫтән инде, – тине Таһир күтәрмә ситендә ултырған еҙ ҡомғанға күрһәтеп. – Бәләкәй генә ҡалала еҙ самауыр эшләрлек ҡорамалдар бар, тип уйлайһығыҙмы әллә?
– Беҙ беләбеҙ инде һине, – тип көлөмһөрәне Булат. – Һорау яуҙыра башлағас, самауыр хаҡында ла берәй әкиәт һөйләргә уйлай­һыңдыр, дөрөҫ әйтәмме? Һөйлә, улайһа, бик ҡыҙыҡтыр, моғайын, ихлас күңелдән тыңларға ризабыҙ.
– Самауыр тураһында беләһегеҙҙер, тип уйлағайным, сөнки ул әкиәт түгел.
Ишекте ипләп кенә ябып, яҫтыҡ-түшәк тотҡан Аҡъял батыр күренде.
– Оҙаҡ ултырмағыҙ, әбей солан урындығына һеҙгә урын йәйгән, өйҙә йоҡлай алмаҫһығыҙ, – тине лә лапаҫ аҫтына йүнәлде. – Арба тора, аты ла булғандыр.
– Ярай, Аҡъял батыр ағай, һин ҡушҡанса булыр! – тине Булат бойороҡ үтәгән һалдат кеүек һәм Айгөлгә ҡараны. – Йә, әкиәтеңде башлап ебәр.
– Бер тапҡыр әйттем бит инде, әкиәт түгел, – тип үпкәләгәндәй булды Айгөл. – Булған хәл. Әсәйемдең китабынан үҙем уҡыным. Беҙ өсөбөҙ ҙә боронғо «Ебәк юлы» тигән нәмәне беләбеҙ. Башҡорттар Ҡытай, Иран менән бәйләнеш тотҡан – сауҙа иткәндәр, тауар ташығандар. Әлбиттә, сауҙа көслө була. Бер мәл Урал заводының хужаһы Василий Татищев Ирген заводында махсус артель төҙөп ала. Улар башҡорттарҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнә. Шул ваҡытта урыҫ эшселәренең ҡулына ғүмерҙә күрмәгән ҙур ҡор­һаҡлы сәйер бер ҡорамал – баш­ҡорттарҙың һыу ҡайнатып, сәй эсеү һауыты – самауыр килеп эләгә. Уны башҡорттар, әлбиттә, Ҡытайҙан алып ҡайтҡан һәм ҡай­һы берәүҙәр баҡырса тип атаған. Шуныһы ҡыҙыҡ: «Ирген заводы. 1741» тигән яҙыулы самауыр иң боронғо Рәсәй самауыры тип һанала… Әкиәт бөттө.
– Үәт, әй, – тип ҡулын йәйҙе Булат. – Самауырға ғына түгел, араҡыға ла үҙ исемен ҡушалар. Көнсығыштан – көнбайышҡа бер исем, башҡа милләт юҡ.
– Хәҙер әкиәткә төшһәк, оҙон тәбәрәккә китербеҙ, әйҙә, йоҡларға, – тине Таһир Булаттың тубығына усы менән ипләп кенә һуғып, – ятҡас та һүҙ бөтмәҫ әле.
Теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалдылар ҙа, шым ғына көлә-көлә, күптән әҙерләнгән урынға килеп ауҙылар. Таһир Булатҡа ҡарай боролоп ятты.
– Булат.
– Һөйөклө ағайҙарым, йоҡларға бойороҡ бирелде. Әлли-бәлли, бәү-бәү…
Иртәгеһен тамаҡ туйҙырып алғас, ололар менән йылы хушлашып, ҡала халҡына бәхетле тормош теләп, хазина һандығын тотоп, балаларҙы эйәртеп, Аҡъял батыр кире юлға төштө. Шатлығын йәшерә алмай, еңел аҙымдар менән барған батыр, йәштәр­ҙең күңелһеҙ йөҙөн күреп, сәбәбен белергә теләп:
– Балтағыҙ һыуға төшкән кеүек ниңә бошоноп бараһығыҙ, әллә ер аҫтында ҡалаһығыҙ киләме? – тип һораны. Булат нимәлер әйтергә ынтылып ҡуйғайны, Таһир­ҙың тағы салғыйынан тартҡанын һиҙгәс, ялт итеп Айгөлгә ҡараны.
– Иргәйел ҡарт тураһында уйлайбыҙ, – тине ҡапыл ҡыҙ. – Әгәр ҙә беҙҙә, ер өҫтөндә, уның кеүек берәйһе һыуға хужа булһа, халыҡ нишләр ине икән?
– Илдең урман-тауҙарын, йыл­ға-күлдәрен һаҡларға, сит-яттар­ға бирмәҫкә Башҡорт халҡының батырҙары күп. Йә, егеттәр, әйтеп ебәрегеҙ әле, һеҙ ниндәй батыр­ҙарҙы беләһегеҙ?
Ағалары тағы Айгөлгә ҡараны, сөнки әкиәт геройҙарын унан да күберәк белеүсе юҡ ине. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, әкиәт китаптарын һатып ала, йотлоғоп уҡый ғына. Әле бына теҙеп-теҙеп, әкиәт геройҙарын һанай башланы.
– Алпамыша, Алп, Ҡаһарман, Оморҙаҡ, Ташбаш, Солтанғол, Солтанбай, Яңғыҙаҡ, Арпа, Таң, Ҡамыр, Булат, Әхмәт, Хоҙайбир­ҙе, Буҙансы, Кинйә, Ҡырҡатар, Ҡараса, Етегән, Алтындуға, Бейеш, Тимербулат, Таҙ, Һанай, Юлдыбай, Ҡасим батырҙар… – Айгөл туҡтап ҡалды. – Әле иҫкә төшөргәндәрем ошо, күп ул беҙҙең батырҙар.
– Үҙе бер армия икән, – тине Булат, ғорурланып.
– Нисек шуларҙың һәр береһен иҫеңдә тотаһың? – тип аптыраны Таһир.
– Шулай ҙа һеҙгә үпкәм бар, – тине Аҡъял батыр. – Иң беренсе һеҙ ниндәй батырҙы әйтергә тейеш инегеҙ? Йә…
– Урал батырҙы! – тип өсөһө бер юлы ҡысҡырып ебәрҙе.
– Эйе, башҡорт кешеһе ҡайҙа ғына йәшәһә лә, Урал батыр уның янында.
– Аҡъял батыр ағай… – Айгөл уңайһыҙланып йылмайҙы, – яныбыҙҙа йөрөгәс, әйтергә ҡыймай торҙом, һеҙ ҙә – башҡорт халҡының ҡыйыу, ысын батыры.
– Шулаймы ни! – Аҡъял батыр эскерһеҙ көлөп ебәрҙе. – Улайһа, тиҙерәк күтәреләйек, бер көн күрмәһәк тә, тыуған, торған ер өҫтө ныҡ һағындырҙы бит. – Үҙе шәберәк атлай башланы. – Ҡайтыр һуҡмаҡты бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, тиҙерәк!
Ниһайәт, үҙҙәре ер аҫтына төшкән тау тишегенә килеп еттеләр. Улар шатланып бер-береһен ҡосаҡланы, батырҙарҙы саҡырып, ҡысҡырырға тотондо. Аҡъял батыр арҡанды уңға-һулға бәүелтә башланы һәм балаларға бер-бер артлы тороп, аяҡтарын арҡанға уратып, ҡулдары менән ныҡ тотонорға ҡушты.
Өҫкә күтәрелгәс, бөтәһенең дә имен-һау икәнен күреп, батырҙар аптырап китте.
– Һеҙ сыҡтығыҙ. Ә Аҡъял батыр ҡайҙа һуң? Ниңә күренмәй?
– Әллә теге иргәйел…
– Ул да иҫән, батыр ағайҙар, тартығыҙ, ана, арҡан ҡыбырлай. Ләкин Аҡъял батырҙы түгел, бер семәрле һандыҡты күрҙеләр ҙә сисеп алғас, тағы аптырашта ҡалдылар.
– Бында нимә ята икән? – Балаларға ҡаранылар. – Һеҙ беләһегеҙҙер бит?
Балалар ҙа, тегеләрҙе һынамаҡҡа, күҙ ҡыҫып, үҙ-ара серләшеп алды.
– Беләбеҙ, әлбиттә, – тине Таһир. – Унда иргәйел ята, һеҙгә күрһәтергә алдыҡ. Ҡурҡып киткән Тау батыр, тотоп торған арҡан осон тиҙ генә соҡорға төшөрөп ебәрҙе лә шәп итеп бәүелтә башланы.
– Һине күтәрергә көс етмәй, тиҙерәк үҙең сыҡ! – тип ҡысҡырҙы Урман батыр.
– Юҡҡа ҡурҡмағыҙ, иргәйел күптән үлгән ул, – тине Булат.
– Асып ҡарағыҙ, үлмәһә, беҙ күптән ҡасҡан булыр инек, – тине Айгөл дә. Батырҙар шикләнеүҙәрен еңеп, эргәләрендә торған балаларға ҡарай-ҡарай, семәрле һандыҡты асып ебәрҙе лә ғәжәпләнеүҙән иҫтәре китеп, ергә ултыра төштө.
– Ха-зи-на! – тип тегеләр ырғып торҙо, ҡулдарын ыуғылап, һандыҡ тирәләй бейеп китте. Тау батыр хазинанан күҙен алмай ғына Урман батырға ниҙер ымланы ла тиҙ генә биленән бысағын алып, арҡанды бар көсөнә ҡырҡып та ебәрҙе. Өҫкә сығып килгән Аҡъял батыр дөбөр-шатыр кире ер аҫтына төшөп тә китте. Ниңәлер был хәлгә аптырап түгел, ҡыҙыҡ­һынып ҡарап торған балалар­ға Урман батыр ҡысҡырып ебәр­ҙе.
– Нимә ҡарап тораһығыҙ, юлы­ғыҙҙа булығыҙ, сәйәхәтегеҙҙе дауам итегеҙ, етмәһә, оялмай, беҙ­ҙе алдап торалар, иргәйел ҡарт һандыҡта ята, имеш, алйот­тар!
– Беҙ үҙебеҙ ҙә хазина ятҡанын белмәнек, – тине Таһир аптыраған булып.
– Үлгән иргәйел ята, тигәйне беҙгә Аҡъял батыр, – тип һүҙ өҫтәне Булат та.
– Батырҙар, беҙ ныҡ арыныҡ, анау ҡайын аҫтында әҙерәк кенә ял итеп алайыҡ та аҙаҡ китербеҙ, – тине Айгөл кеселекле тауыш менән.
Һандыҡты көскә һөйрәтеп, ышыҡҡа, гөлйемеш ҡыуағы аҫтына алып барып ултыртҡан батырҙар уларға иғтибар итмәне, шикелле. Ризалыҡ белдергән кеүек, ҡулдарын ғына һелтәнеләр ҙә күңелдәре күтәрелеп, һөйләшә башланылар.
– Ысынлап та, ниңә был байлыҡты өскә бүлеп торорға, башҡа тай типмәгән бит, икәүбеҙгә күберәк тә тейер, – тине Тау батыр хисләнеп. – Тиҙҙән мин көҙгә ҡарай кәләш алырға тейешмен. Әйҙә, кейәүҙәренең сереп ятҡан бай икәнен күрһендәр. Һуңыраҡ батша һарайы кеүек йорт та һалып ебәрергә теләк бар.
– Дөрөҫ әйтәһең, әгәр ҙә уны сығарһаҡ, беҙгә бер нәмә лә бирмәйәсәк, кире төшөүе хәйерлерәк булыр. Мин дә һаман буй­ҙаҡмын, бер үҙемә ҡара урманда йөрөү бигерәк ялҡытты, өйләнергә ваҡыттыр, тип уйла­йым.
Бер аҙҙан улар, балалар барлығын бөтөнләй онотоп, көлөшә-көлөшә алтын-көмөш киҫәктәрен бүлешә башланы.
– Әйҙәгеҙ, улайһа, аҫҡараҡ, анау ялбыр ҡайын төбөнә барып ултырайыҡ, – тип тәҡдим итте Таһир.
– Ысынлап та, күрмәмешкә-белмәмешкә һалышайыҡ, иҫтәренә төшөп, күреп ҡалһалар, һаман ял итәләр, тип уйларҙар.
Балалар ҡайын күләгәһенә барып ултырҙы. Үҙҙәре тапмаған байлыҡтың мәнфәғәтен күрергә, бергә һәм үҙҙәрен һаҡлап йөрөгән иптәшен байлыҡ өсөн үлемгә дусар итеп, көлөшә-көлөшә ултырған кешеләргә аптырау ғына түгел, ерәнеп ҡараны улар.
– Беҙ беләбеҙ инде, һеҙ, моғайын, Аҡъял батырҙы соҡор төбөндә үлеп ята йә булмаһа, бер ваҡытта ла ер йөҙөнә сыға алмаҫ, тип уйлайһығыҙ инде, көтөп тороғоҙ! – Булат батырҙар яғына йоҙроҡ күрһәтте. – Аҡъял батыр иҫән! Күрерһегеҙ!
– Ер аҫтында нимә эшләнгәнен Тарауыл ҡарт белеп тора. Аҡъял батырҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, үҙенә белгертмәй генә берәй сара күрә ул, – тине Таһир.
– Мин уны халыҡ араһында күреп ҡалғайным, тимәк, ул беҙҙең менән. – Айгөл ышаныс менән ағайҙарына ҡараны. – Бына шулай ул беҙҙе аҙым һайын һаҡ­лай.

Дауамы бар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code