Сәйәхәткә бай йәйем

Йәйге каникул һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра. Минеке лә күңелле башланып китте. Июнь айының ҡояшлы бер көнөндә синыфыбыҙ менән Өфөләге «Fly Park» мауыҡтыр­ғыс спорт үҙәгенә барҙыҡ. Беҙгә бында ныҡ оҡшаны, ваҡытты бик күңелле үткәр­ҙек. Оҫта тренерҙарҙан күп нәмәләргә өйрәндек, ыңғай тәьҫораттар ғына алып, тағы ла унда барыу теләге менән ҡайттыҡ. Ә һуңынан «Тылсымлы донъя» паркына юлландыҡ. Унда миңә бигерәк тә «Центрифуга» аттракционы оҡшаны. Синыфыбыҙ менән тиҙлекте һәм бейеклекте яратыусылар булараҡ, ҙур бәүелсәктәрҙә бәүелдек. Ошондай сәйәхәт өсөн синыф етәксебеҙ Ирина Солтан ҡыҙы Бычковаға рәхмәт инде.

Беҙҙең Салауат районында быйылғы «Салауат йыйыны» «Берҙәмлек» халыҡ-ара дуҫлыҡ байрамына арналғайны. Районыбыҙға 11 илдән делегация килде: Ҡаҙағстан, Мексика, Шри-Ланка, Иран, Эстония, Ҡытай, Сербия, Һиндос­тан, Көньяҡ Африка, Көньяҡ Корея, Колумбиянан.
Ҡунаҡтарҙы райондың фольклор коллективы һәм беҙ, «Гүзәл» бейеү ансамбле, милли кейемдәрҙә хөрмәтләп, йыр-бейеү, ҡурай моңо менән, икмәк, сәксәк һәм балдан ауыҙ иттереп, ҡаршы алдыҡ. Сит ил вәкилдәре тантаналы парадта ҡатнашты. Миңә Ирандан килгән ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөү бәхете тейҙе. Улар менән урыҫ телендә аралаштыҡ. Ҡунаҡтар­ға тирмәләрҙе, башҡорт хал­ҡының мәҙәни йолаларын күр­һәтеп, милли ризыҡтар – бауырһаҡ, сәксәк, бал, ҡымыҙ менән һыйланылар. Үҙҙәре лә буш килмәгән, һәр ил вәкиле үҙенең матур сығышы менән тамашасыларҙы хайран итте. Сит ил ҡунаҡтарын яҡындан күреү, улар менән иҫтәлеккә фотоға төшөү кү­ңелдә оҙаҡ һаҡланыр.
Июль айында ғаиләбеҙ менән Шаран районында ҡунаҡта булдыҡ. Унда йәшәгән ту­ғандарыбыҙ умарта тота. Баҡсаларында еләк бешкән мәл ине. Их, тәмләп ҡарағы килә! Мин баҡсаға еләк ашар­ға ингәс кенә унда бал ҡорттарының күплеген күрҙем. Ҡурҡышымдан ергә сүгәләп ултыр­ҙым. Бал ҡорттары ми­ңә иғтибар итмәгәс, һаҡ ҡына йөрөп, еләк ашап сыҡтым. Аҙаҡ апайым: «Баҡсаға кермә, ҡорт­тарҙан сағылырһың, ә уның бик алама тамамланыуы – аллергия биреүе ихтимал», – тип аңлатты. Бал ҡорттары үҙҙәре бәләкәй генә булһалар ҙа, бик көслө һәм уҫалдар икән!
Йәйҙең һуңғы айында әсәйем һәм өләсәйем менән Ҡара диңгеҙ буйына – Анапа ҡалаһына ял итергә барҙыҡ. Иге-сиге күренмәгән таҙа һыу­лы диңгеҙгә, уның тулҡындары шауына һоҡланып туя алманым. Яр буйындағы ҡом бик эҫе, хатта аяҡтарҙы бешерә. Беҙ диңгеҙҙә рәхәтләнеп йөҙөп, ҡояшта ҡыҙындыҡ. Унда медузаларҙы, диңгеҙ ҡыҫалаларын күҙәттем. Ә һыу төбөндәге ҡом төрлө төҫтәге ҡабырсаҡтар менән ҡаплан­ған, әйтерһең, зиннәтле таштар менән биҙәлгән.
Алыҫ сәфәрҙән йөрөп ҡайт­ҡас, Тайфур олатайым үҙенең тыуған төйәгенә – Учалы районының Өргөн ауылына ҡунаҡҡа алып барҙы. Унда күп тапҡырҙар булһам да, быйыл мөғжизәле тәбиғәтенә: ҡатнаш, ылыҫлы урмандарына, ҡаялы тауҙарына, зәңгәр һыу­лы күленә ныҡлап иғтибар иттем. Хозур һәм тыныс тәбиғәт ҡосағында, бигерәк тә шау-шыулы диңгеҙ буйынан йөрөп ҡайтҡас, ата-бабаларыбыҙ­ҙан мираҫ булып ҡалған йәнтөйәктә үҙеңде күпкә бәхетлерәк тояһың, тыуған ерҙең бәрәкәте күңелде тынысландыра, уйландыра.
Өргөн ауылы эргәһендәге Олотау ҙа оҡшаны. Уның башынан матур күренеш асыла, йыраҡтан Ирәмәл дә күренә. Был сәйәхәт каникулымды онотолмаҫлыҡ итте. Минең был өс айым киләсәктә лә тыуған илебеҙҙең төрлө матур, үҙенсәлекле, билдәле урындарын барып күрергә теләк, дәрт тыуҙырҙы.

Алиса ҠӘЙҮМОВА, йәш хәбәрсе.
Салауат районы, Малаяҙ башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code