Рәхмәт һиңә, олатай!

1941 йылдың йәмле йәй көндәренең береһендә Тыуған илебеҙгә ҙур бәлә килә – һуғыш башлана. Ул бер ниндәй ғәйеп­һеҙ кешеләр башына оло ҡайғы алып килә. Һәр ғаилә юғалтыуҙар кисерә. Беҙҙең яҡындарыбыҙҙы ла урап үтмәй.

17 йәше тулғас, 1944 йылда Әмирхан олатайым Юнысовты фронтҡа алалар. Ул 2-се Балтик буйы фронтында пулемётсы булып һуғыша. Бәхеткә, яу ҡырҙарынан иҫән әйләнеп ҡайта.
Һуғыштан һуңғы ғүмерен тракторсы, кассир-бухгалтер булып уҙғара. Өләсәйем Фәрхиямал Мөхәмәт ҡыҙы менән 8 балаға ғү­мер биреп, аяҡҡа баҫтыралар. Олатайым 2001 йылдың декабрендә ауыр сирҙән вафат була. Үҙем уларҙың кесе улдары Раяндың ҡыҙы Алтынай булам. Әлеге ваҡытта III синыфта белем алам.
Мин олатайым менән ныҡ ғорурланам. Уларҙың тырышлығы һәм көсө менән хәҙерге ваҡытта тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Ҙур рәхмәт, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары! Һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙҙә һәм йөрәгебеҙҙә!

Алтынай ЮНЫСОВА.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code