Рәсәйме, Испаниямы?

Беҙҙең футболсылар үҙ төркөмөндә Уругвайҙан 0:3 иҫәбенә еңелеп ҡуйҙы. Беренсе урынды яулай алманыҡ. Хәҙер плей-оффта икенсе ҙур һынау көслөләр­ҙән-көслө Испания менән буласаҡ.

Нимә генә тимә, Уругвайға ҡаршы торорлоҡ түгел ине. Уларҙың Суарес менән Кавани һымаҡ футбол йондоҙҙары бар бит. Ә беҙҙекеләр? Ныҡ тырыштылар, әммә барыбер оҫталыҡ етмәне. Етмәһә, һаҡсыбыҙ Игорь Смольников беренсе таймда уҡ майҙандан ҡыуы­лып, командабыҙҙы ауыр хәлгә ҡуй­ҙы. Шул арҡала уйындың күп ваҡытын унаулап һаҡланырға, һөжүм итергә тура килде.
Әкиәт бөттөмө? Уругвай Сәғүд Ғәрәбстаны йәки Мысыр түгел, беҙҙең футболсылар 3:0 иҫәбенә ҡыйратылды. Суа­рес менән Кавани икеһе лә гол индерҙе, ә берәүһен үҙебеҙҙең ҡапҡаға… Денис Черышев. Автогол була инде.
Плей-оффҡа сы­ғыу – үҙе ҙур уңыш, тип ҡыуана ҡайһы бер көйәрмәндәр. Бының менән генә сикләнеп, ҡәнәғәт булып ҡа­лыр­ға ярамай. Беҙгә 1 июлдә Испанияны еңергә кәрәк!
1/8 финалдағы бүтән парҙар: Уругвай – Португалия, Франция – Аргентина, Хорватия – Дания, Бразилия – Мексика, Швеция – Швейцария. Тағы ике төркөмдә плей-оффҡа сы­ғыу­сыларҙы асыҡ­лайһы бар.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code