Психология фәне индерелә

Оҙаҡламай мәктәптәрҙән вундеркинд балалар сығыр инде. Ниндәй генә фәндәр уҡытмайҙар! Инде бына Рәсәй мәктәптәрендә психология дәресен дә индермәкселәр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өсөнсөнән ун беренсе синыфҡа тиклем дәреслектәр әҙер ҙә инде. Һорау, яуаптары менән эш дәфтәрҙәре лә бар.

Тик бына уҡытыусыларға ғына ҡытлыҡ ҙур. Был мәсьәләне мәғариф министрлығы менән берлектә хәл итергә уйлайҙар. Илдә балалар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу, баш­ҡаларға ҡарата көс ҡулланыу осраҡтары арта, шуға психология дәрестәрен булдырыу көнүҙәк һанала, ти был хаҡта белгестәр.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code