Пластилиндан – мөғжизә

Кемдер һүрәт төшөрөргә, шиғырҙар ижад итергә маһир булһа, мин пластилиндан төрлө әйберҙәр эшләргә яратам. Был шөғөлгә ҡасан ныҡлап тотондом һуң? Иҫкә төштө! Иң беренсе ҡамырҙан төрлө һындар әүәләнем. Беренсе эшем ҡулына сәскә тотоп торған ҡуян булды. Әсәйемдең печенье ҡамырынан эшләп, башҡа ризыҡтары менән бешерергә ултырттыҡ. Шулай тәүге эшем әҙер булды. Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Тик уны уҡыу­ҙан ҡайтҡас, Ләйсән апайым ашаған да ҡуйған. Шул ҡуян­ды йәлләп илауҙарым! Аҙаҡ апайым төрлө һындар эшлә, тип пластилин алып ҡайтып бирҙе. Ул ваҡыттан алып алты-ете йыллап ваҡыт үткәндер. Нимәләр генә эшләмәнем! Сәскә тотҡан ҡуян, тәлмәрйен, панда, фил, мультфильм геройҙары – Смешариктар, Фиксиктар, Лунтик, Майнкрафт һәм баш­ҡалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһен дә һаҡламағанмын. Быйылдан барыһын да атайым яһап биргән кәштәгә ҡуйып барасаҡмын.
Әле ике кәзә бәрәсем, этем Буранды әүәләнем. Башлар алдынан ныҡ итеп уйлайым, һәр береһен күҙ алдыма килтерәм. Интернеттан, гәзит-журналдарҙан да ҡарап эшләгән һындарым бар. Уларҙы атай-әсәйемә, туғандарыма тыуған көндәрендә, төрлө байрамдарҙа ла бүләк итеп бирергә яратам. Хатта ҙурай­ғас, үҙем йәшәйәсәк өйҙөң һынын да эшләп ултырттым әле. Ул ике ҡатлы, янында машинам урын алған. Сөнки хыялдар ҡасан да бер тормошҡа ашасағына ышанам. Мин Ләйсән апайыма рәхмәтлемен, әлдә ҡамырҙан эшләгән ҡуянымды ашаған. Юҡһа, әлеге көндә яратҡан шөғөлөм булмаҫ ине. Ә һеҙ нимә менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ?!

Юлдаш БУЛАТОВ, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code