Остаздары ла дәртләндерелә

Хәҙер БДИ-ла 100 балл йыйған уҡыусыларҙың остаздары матди дәртләндереләсәк. Был башланғысты республика ректорҙар советы ла хупланы. Уҡытыусы ғына түгел, мәктәп тә айырым бүләкләнәсәк. Тик бер шарты ғына бар. 100 балл йыйған сығарылыш синыф уҡыусыһы республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарын һайларға тейеш. Әйткәндәй, быйыл Башҡорт­остандан 69 уҡыусы юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Бәләбәйҙән Саша Козлов менән Шишмә районынан Гү­зәл Сафиуллина иһә икешәр фәндән 100 балл йыйҙы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code