Олимпиада көндәлеге

Семён Елистратов.

Рәсәй атлеттарының тәүге миҙалын яҡташыбыҙ Семён Елистратов яуланы! Шорт-трек буйынса 1500 метр араға уҙышыуҙа ул финишҡа өсөнсө булып килде.
Боҙҙа фигуралы шыуыу буйынса командалар ярышында алтын миҙал көткәйнек. Килеп сыҡманы, канадалар – чемпион. Рәсәйҙәр – икенсе урында.
Анастасия Брызгалова менән Александр Крушельницкий кёрлингтың дабл-микст төрө буйынса бронза миҙал яуланы. Улар өсөнсө урын өсөн алышта Норвегия спортсыларын 8:4 иҫәбенә ҡыйратты.

Ике саңғысыбыҙ Юлия Белорукова менән Александр Большунов сюрприз яһаны. Күптәрҙе аптыратып, икеһе лә спринтта бронза яулауға иреште.
Рәсәйҙең әлегә ни бары 5 миҙалы ғына бар: 1 көмөш һәм 4 бронза. Ә бына алтын юҡ. Көтәбеҙ.
Биатлонсы яҡташыбыҙ Антон Бабиков та өмөттө аҡламаны. Ул 10 километр араға спринтта тик 57-се урын ғына алды. Артабанғы 12,5 километр араға эҙәрлекләү уҙышында ла уңыш­һыҙлыҡҡа осраны: 40-сы урын. Биат­лон буйынса ярыштар дауам итә. Һынатма, Антон!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code