Олатайым – ҡалҡаным

Был яҙма Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәүсе Вилүр Мәүлитов һәм уның ейәнсәре Нурияның үҙ-ара һөйләшеүҙәренә шаһит булғандан һуң яҙылды.

– Олатай, һин мине яратаңмы?
– Эй, ҡолонсағым, матурым, һиндәй ҙә аҡыллы, һиндәй ҙә матур баланы яратмай буламмы?
– Олатай, мине тағы бейетәңме?
– Әйҙә, балам, әйҙә! Баянда уйнайыммы, ҡурайҙамы?
– Ә баянда, ҡурайҙа тик бейеү көйҙәрен генә уйнап буламы?
– Һин яратҡан бейеү көй­ҙәрен дә, шаян көйҙәрҙе лә, оҙон көйҙәрҙе лә.
– Ә баянда уйнарға ҡасан өйрәндең?
– Нурия ҡыҙым, ҡалай һорауҙарың күбәйгән. Эй, үҫкәнем минең! Улай бул­ғас, әйҙә, тыңла, һорауҙарыңа яуап бирәйем.
Нурия йәһәт кенә олатаһының тубығына менеп ултыра. Их, ниндәй рәхәт икән олатайлы булыу! Ҡурсалаусы ла, кәңәшсе лә, яҡлаусы ҡалҡан да ул. Ҡыҙ олатаһының ҡояшҡа янған битенән, шырт сәсенән һыйпай. Тегеһе лә яуапһыҙ ҡалмай, кескәй ге­нә ейәнсәрен ҡосаҡлап, та­ғы бер яратып ала ла алыҫ үткәндәргә алып ки­тә.
– Минең дә һинең кеүек бәләкәс кенә, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып көлгән, һәр нәмәгә шатланған бәхетле сабый сағым булды. Тап бына һинең һымаҡ ҡыҙыҡ­һыныусан, һәр нәмәне белергә теләгән шуҡ малай инем. Беҙ ғаиләлә күмәк бала үҫтек. Туғандар үҙ-ара татыу йәшәнек.
– Ә ғаилә нисегерәк бу­ла, олатай?
– Улмы? Бына һинең атайың – Таһир, әсәйең – Лилиә, уларҙың кескәй ҡошсоҡтары, шатлыҡтары – һин, Зифа өләсәйең менән мин. Барыбыҙ бергә – ғаилә. Тағы ла Бай­маҡ ҡалаһында йәшәүсе Әл­фиә өләсәйең, Мирза ола­та­йың бар. Улар инде айырым ғаилә тип атала. Ә бөтәһен бергә ҡушһаң, туғандар була. Ғаи­лә­ләр, туғандар үҙ-ара татыу, дуҫ булырға тейеш. Һинең ту­ғанда­рың күп. Улар ҙур һәләткә эйә.
– Ә һәләт нимә була?
– Кешеләр был донъяға бер-береһенә оҡшаш сифаттар менән тыуа. Таланттары ла, йәшәү шарттары ла бер төрлөрәк, әммә араларында айырым һәләткә эйә булғандары ла бар. Берәүҙәр – шиғыр, икенселәр көй яҙа, өсөнсөләр һүрәт төшөрә, кемдер бейеүгә, ҡайһылары үҙәгеңде өҙөр моң ижад итерлек һәләткә эйә. Ә мине, Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәүсе олатайың Вилүр Шәкирйән улы Мәүлитовты, һәүәҫкәр композитор тип йөрөтәләр. Сөнки көйҙәр яҙам. Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты ла булдым. Бигерәк тә тыуған яҡ, мөхәббәт, патриотик рух менән һуғарылған йыр­ҙар күңелемә яҡын. Киләсәктә тыу­ған ергә, Тыуған илгә арналған йырҙарымдан туп­ланған аудиодиск сыға­рыр­ға уйлайым.
– Мин дә ҙур үҫкәс, һинең кеүек булғым килә. Йыр­ҙар яҙырмын, баянда, ҡурайҙа уйнармын.
– Эй, аҡыллым, минән дә яҡшыраҡ, шәберәк булырһың.
– Әйҙә, тағы ла бейетеп ал, олатай.
– Бейетәм, балам, бейетәм! Әле үҙебеҙҙең Билал мәктәбендә балаларҙы ҡурай, баян серҙәренә өйрәтәм. Яҙған йырҙарымды ла йырлайҙар. Үҫә төшкәс, һине лә барыһына өйрәтермен. Әлегә бейе әле, ҡыҙым, бейе.
Олатайҙың күҙҙәре йәшләнгәндәй булды. Уйҙары йәнә алыҫ үткәндәренә алып китте. Күҙ алдына берсә ҡурайҙа һыҙҙырып уйнаған, берсә осоп йөрөп бейегән балалары килде. Ҡасан ғына улар ҙа: «Атай, атай, беҙҙе бейетәңме, ҡурайҙа, баянда ҡасан өйрәтәң?» – тигән һүҙҙәре менән артынан ҡалмай тор­ғайны.
Бөгөн Нурия ейәнсәренең уларҙың һүҙҙәрен ҡабатлап йүгереп йөрөгәнен күреп, йылмайып алды. Тормош дауам итә, Мәүлитовтарҙың динас­тияһы ла йә­шәй.

Райхана БУЛАТОВА, китапханасы.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code