Олатай-өләсәй янында

«Балыҡ, ҡап-ҡап!»

Эх, яратам ошо йәмле йәй айҙарын! Был юлы ла уҡыуҙы уңышлы тамамлап, каникулға Благовар районында йәшәүсе өләсәйем менән олатайым янына ҡайттым. Ауылда ваҡытты уйнап ҡына уҙғармайым, өй тирәһендәге төрлө эштәрҙе үтәргә лә өлгөрәм. Баҡсаны сүп-ҡыйҙан таҙартам, себештәргә ем бирәм, көтөү ҡаршылайым. «Эш бөткәс, уйнарға ла ярай», – тип йыш әйтә өләсәйем. Шуға ла буш ваҡытымда велосипедта йөрөйөм, эргәләге быуаға барып балыҡ ҡармаҡлайым, гәзит-журналдар уҡыйым.

Яңыраҡ Ямаҡай ауылында үткән район балалар һабантуйында ла ҡатнашырға насип булды. Уның барышында төрлө конкурстар, уйындар, эстафеталар ойошторолдо. Мин дә төрлө ярышта үҙемде һынап ҡараным. Бигерәк тә шашка бәйгеһе оҡшаны, уйында бүләкле урын да яуланым әле. Был көндө матур концерт та булды. Йырлап, бейеп күңел астыҡ. Шулай уҡ туңдырма һәм башҡа тәмлекәстәр менән һыйландыҡ.
Йәйге каникулымдың тәүге айы шулай күңелле генә уҙып бара. Яңы уҡыу йылына һаулығымды нығытып, яңы көс менән уҡыр­ға барыуыма шигем юҡ. Тиҫтерҙәремә шуны әйткем килә: каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрегеҙ!

Батыр СОЛТАНОВ, II «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code